Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Февраль 2025, 08:31

ТУҒАН ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ, ҮҪТЕРЕҮ – ХӨКҮМӘТЕБЕҘҘЕҢ, ИЛ БАШЛЫҒЫНЫҢ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ

Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайының VI съезына Стәрлетамаҡтан егерме кеше делегат булып барҙы.  Һеҙҙең иғтибарға уларҙың фекерен тәҡдим итәбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы делегаты  Гөлфиә Ноғоманова,  Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы:      

ТУҒАН ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ, ҮҪТЕРЕҮ – ХӨКҮМӘТЕБЕҘҘЕҢ, ИЛ БАШЛЫҒЫНЫҢ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘТУҒАН ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ, ҮҪТЕРЕҮ – ХӨКҮМӘТЕБЕҘҘЕҢ, ИЛ БАШЛЫҒЫНЫҢ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ
ТУҒАН ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ, ҮҪТЕРЕҮ – ХӨКҮМӘТЕБЕҘҘЕҢ, ИЛ БАШЛЫҒЫНЫҢ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ

- Мин үҙем Урал Килсенбаев, Гөлназ Йосопова етәкселегендә үткән “Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү” секцияһы ултырышында ҡатнаштым.

“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы айырым финанслау менән ҡабул ителде. 

Туған телде һаҡлау, үҫтереү, камиллаштырыу мәсьәләһе – Башҡортостан Хөкүмәтенең, илебеҙ башлығының даими иғтибар үҙәгендә. Киләһе ҡоролтайға, съездарға тиклем республикабыҙ халҡы өсөн һөҙөмтәле эштәр башҡарылыр тигән өмөттә ҡайттыҡ ҡоролтайҙан. Ошо осорҙа башҡорт халҡының, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының, башҡорт ғаиләләренең телебеҙгә иғтибары артыр, ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп, урта һөнәри белем биреү йорттары араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығыныр тип ышанабыҙ!

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас