Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
12 Февраля 2025, 05:00

Кешене ышаныс һәм өмөт йәшәтә…

МХО геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары байтаҡ. Шул бушлай иҫәптән юридик, психологик консультатциялар үткәрелә, кәңәштәр бирелә. Күптән түгел Стәрлетамаҡтың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә адвокат Гүзәл Рифҡәт Юнысова ҡыҙы менән осрашыу үтте. Сарала МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелде. Осрашыуҙың төп темаһы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың яҡындарының хоҡуҡтарын юридик яҡтан яҡлау мәсьәләләре.

Кешене ышаныс һәм өмөт йәшәтә…Кешене ышаныс һәм өмөт йәшәтә…
Кешене ышаныс һәм өмөт йәшәтә…

Сара барышында теләгән һәр кем һорауҙарын биреп, төплө консультациялар алды һәм туғандарының хәрби хеҙмәттәренә бәйле кисерештәр менән уртаҡлашты. Бер нисә ай бәйләнешкә сыҡмаған әсәне лә, ҡустыһын эҙләгән апайҙы ла, балаларына мираҫ өсөн борсолған йәш ҡатынды ла, ике ғаилә ҡороп өлгөрөп һәләк булған ир арҡаһында сыҡҡан бәхәсте лә тыңларға тура килә адвокатҡа.

Әлбиттә, һәр яҙмышҡа айырым туҡталып китке килә. Махсус хәрби операцияға тиклем хөкөм ителгән һәм сығырына 2 ай ғына ҡалған егетте контракт төҙөрөгә нимә мәжбүр иткәндер, тип уйлана ике туған апаһы. “Йомшаҡ күңелле ине шул ул” тип тә өҫтәп ҡуйҙы. Егеттең ата-әсәһе лә, яҡын тыуғандары ла юҡ, шуға мираҫ юлларға ике туған апаһы тотонған. Был осраҡта үлгәндән һуң бирелә торған 5 миллион һум аҡса ике туғандарҙың барыһына ла тигеҙ бүленәсәк, тип аңлата адвокат. Ә бына торлаҡ алғанда ышанысты егет фәҡәт ошо апаһына белдергән. Ҡалған туғандары ҡыҫылмаһа, был торлаҡҡа дәғүә итә ала апай кеше.

Ике балалы йәш әсә тормош иптәше менән ул махсус хәрби операцияға киткәнсе үк рәсми айырылышҡан була. Етмәһә, ире исемен алмаштырып өлгөргән. Уның алименттары буйынса ла бурыстары булған. Шул арҡала әсә кешегә балаларының тыуыу тураһында таныҡлығын алмаштырырға тура киләсәк. Ул ҡәйнәһе мираҫҡа алданыраҡ дәғүә итеп, балалары мираҫтан тороп ҡалмаҫмы, тип борсола. Был осраҡта мираҫ 4 өлөшкә: айырылышҡан булһа ла ҡатынға, уның ике балаһына һәм егеттең әсәһенә тигеҙ бүленәсәк. Ғаилә ҡиммәттәренең осһоҙланыуы ғына түгел, бер-береһенә терәк булырҙай кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеүе лә күҙәтелә күп осраҡта. Барлыҡ – берләштерә, юҡлыҡ – талаштыра, тигәндәй. Әлеге осраҡта егеттең икенсе ғаилә ҡороп өлгөрмәүе – отошло. Ә инде икенсе ғаилә ҡороп, тәүге ғаиләһендә балалары ҡалған булһа, ике яҡ килешә алмайынса низағ йылдарға һуҙылыуы мөмкин. Был осраҡта, һис шикһеҙ, балалар хоҡуғы яҡланырға тейеш, әлбиттә.

Осрашыуҙа шуныһы мәғлүм булды: махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалғандарҙың һәләк булғанлығын дәлилләүсе танытмалар булмай тороп, яҡындарына тейешле түләүҙәрҙе юллау ауырға тура килә. Шуға күрә лә адвокат ярҙамы кәрәк уларға. Гүзәл Рифкат ҡыҙы Юнысова ошо ярҙамды даими күрһәтә лә инде.

ВРЕЗ: Стәрлетамаҡта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге Хоҙайбирҙин урамы, 122-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Эш көндәрендә иртәнге 10-дан 20.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Шәмбе – 10.00-14.00 сәғәттәрҙә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Евгения ДОЛГИХ фотоһы.

Кешене ышаныс һәм өмөт йәшәтә…
Кешене ышаныс һәм өмөт йәшәтә…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас