Үлеп терелгәндән һуң
Хәҙерге хәрби хәрәкәт беҙ тарихтан белгән башҡа һуғыштарҙан ныҡ айырыла. Яу яланында пилотһыҙ аппараттар, дрондар әленән-әле һағалап ҡына тора. “Каразбай” позывнойлы (әйткәндәй, икенсе ҡушаматы “888” була) Айрат Ҡаразбаев Луганск өлкәһендә Кременная ҡалаһында блиндажда ултырғанда дрон һөжүменә эләгеп контузия ала. Яраланған өс егетте ялан госпиталенә алып китәләр, шунан Белгород госпиталенә китеп барғанда Айрат, юлда атакаға эләгеп, иҫен юғалта. Хәле бик ауыр була яугирҙың. Шулай күпме ятҡандыр ул – ҡасан, кемдәр табып алып, ҡайһы госпиталгә илтеп һалғандарын да иҫләмәй.
Бер хәбәр ҙә булмағас, ҡатыны ла, туғандары ла уны үлгәндер йәки пленға эләккәндер тип уйлай. Әммә һуңғы өмөт сатҡыларын йыйып, уға атап ҡорбан салалар. Эҙләй торғас, бер туған Рөстәм ағаһының фотоһүрәтенә оҡшатып, Айратты Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһындағы хәрби госпиталдән табалар. Шунда икәнен белгәс, кәләше Илүсә менән Рөстәм ағаһы самолетта Мурманскиға оса. “Североморск ябыҡ ҡала, шуға унда инеү өсөн рөхсәт биргәндәрен ике аҙна көтөргә тура килде”, – ти Илүсә. Унда ваҡытлыса фатирға инеп, шул ҡалала ваҡытлыса бер фатирҙы ҡуртымға алып, дүрт ай йәшәргә тура килә уға. Йәшәй тип, Айратты аяҡҡа баҫтырыу өсөн көн тимәй, төн тимәй, иренең янынан китмәй кәләше. Бар икән ул мөғжизә, ниһайәт, ҡырҡ бер көн үткәс, Айрат аңына килә. Команан сыҡҡас та бер нисә көн һөйләшә алмай. Етмәһә, табиптар ҙа, ул бөтөнләй йәшәрлек түгел, һөйләшә лә, атлай ҙа алмаясаҡ, тип йәнен ҡыя туғандарының.
Ни ғилләлер, һалдаттың теле һүгенеп асыла... Биш көн туҡтауһыҙ һүгенә торғас, зиһене яҡтырып, ҡәҙимгесә һөйләшә башлай. Нишләһен инде, эске әрнеүҙәрен шулай сығарғандыр үлем менән яғалашҡан һалдат. Тап ошо мәлдә уның өсөн йәшәү яңынан башлана. “Госпиталдә үҙе менән бетеүе менән сәғәте генә бар ине, башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Яуға китешләй, юлға ҡуҙғалыр алдынан Ҡазанда мәсеттә бетеү һатып алып, мулланан уҡытып алғайныҡ. Шул бетеү һаҡлағандыр, тибеҙ”, – ти Илүсә. Фәрештәләр ҡурсалағандыр, тип иҫләй хәҙер улар был хәтәр мәлде. Өс ай тигәндә Айрат аяғына баҫа.
Яу яралары һаман да үҙен белгертеп кенә тора. Мурманскиҙан ҡайтҡас, Өфөләге хәрби госпиталдә тикшереү үткәндә Айраттың башында мина ярсығы булыуы асыҡлана. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында башынан шул мина ярсығын алалар.
Айрат һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы, бокс менән шөғөлләнгән. Урал дәүләт физик культура университетында уҡыған, Силәбе өлкәһендә бер аҙ ваҡыт тренер булып эшләй. Ә махсус хәрби операцияға тиклем Себерҙә эшләгән.
Ғаилә тарихы
2022 йылдың йәйендә Айрат менән Илүсә никах уҡыталар. Өйләнешеп бер ай ғына йәшәп ҡала йәштәр, 26 сентябрҙә Айратты масус хәрби операцияға алып китәләр.
Госпиталдән ҡайтҡас, Айрат ҡалала ҡуртымға алған фатирға дүртенсе ҡатҡа менеп йөрөй алмағанлыҡтан, фатир һатып алғансы бер йыл (Ғафури районы) Юлыҡ ауылында Илүсәнең әсәһенең өйөндә йәшәйҙәр.
Шөкөр, бөгөн Ҡаразбаевтарҙың уңайлы шарттар булдырылған үҙ фатиры бар. Унда бынамын тигән ремонт эшләгәндәр, ванна бүлмәһе тейешенсә йыһазландырылған.
Әйткәндәй, ремонт яһағанда туғандары ярҙам иткән. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды “Яраҡлашыу” программаһы буйынса бирелергә тейешле әйберҙәрҙе (реабилитациялау карауаты, компьютер, инвалидтар өсөн яраҡлаштырылған кресло, робот-саң һурҙырғыс, “Алиса” колонкаһы, мобиль телефон) килтергәндәр.
Әлегә Айрат машина йөрөтә алмай, янында күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән аңлап торған Илүсәһе бар. Машинаһын да үҙе йөрөтә, ҡайҙа теләйҙәр, шунда йөрөйҙәр. Йәйгеһен ялан ҡыҙырып еләк йыйғандар. Айрат рәхәтләнеп ятып еләк йыйҙы, ти Илүсә. Йәйгеһен үҙ машиналарында Абхазияға барып, Ҡара диңгеҙҙә ял итеп ҡайтҡандар. Яугирҙарға бирелә торған юллама буйынса Айрат Ассы санаторийында һаулығын нығытҡан. Силәбегә туғандарына ҡунаҡҡа барып ҡайтырға ла өлгөргән бәхетле ғаилә. Туғандар үҙҙәре лә килә, шулай бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырышып, ҡатышып йәшәйбеҙ, ти улар бер тауыштан.
– Ошо көндә өс туғаным махсус хәрби операцияла, – ти Айрат. – Ике туған ағайымдар, ике туған ҡустым. Иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһындар инде.
Ошондай ҡаты һынауҙар үтеп тә бирешмәгән яугир яҙмышына рәхмәтле. Һуғыш тормошто башҡаса аңларға өйрәтте, ти ул. Күрәһең, был һынауҙар уны сыныҡтырған ғына. Хәҙер инде барыһы ла ҡурҡыныс төш һымаҡ артта ҡалған. Бына шулай, һикәлтәле юлдар аша йәшәү ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлап, бәхеткә, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәй Ҡаразбаевтар. Инде, Аллаһы Тәғәлә икеһенә лә ныҡлы һаулыҡ биреп, алдағы тормошонда атай һәм әсәй бәхетен кисерергә яҙһын.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Автор фотоһы, фотолар шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар фонды” архивынан алынды.