Берҙәм эш һөҙөмтәле
Онкологик сирҙән яфаланыусы пациенттар менән осрашыуға Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Васильевич Григорьев, Республика клиник онкодиспансеры баш табибы Адель Альберт улы Измайлов һәм “Беҙ ракка ҡаршы” автоном ойошмаһы генераль директоры Александр Николаевич Болонистов килгәйне. Ике сәғәттән ашыу ваҡыт пациенттар менән ҡараҡаршы ултырып һөйләшеүҙә теләгән һәр кем диагностика һәм терапияға ҡағылышлы һорауҙарын бирә алды һәм проблемалы мәсьәләләр тикшерелде.
– 2024 йылда беҙҙең учреждениела яман шеш асыҡланыуҙың 1 186 осрағы теркәлде, – тип һөйләне 1-се клиник дауахананың баш табибы Илшат Яппаров үҙенең сығышында онкологик сирҙәргә ҡағылышлы хәлдәр менән яҡынданыраҡ таныштырып. – Ирҙәр араһында киң таралғаны простата биҙе яман шеше булһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында – күкрәк биҙе яман шеше.
Ултырышта онкология сире менән яфаланыусы ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән ваҡытында тәьмин итеү; пациенттарҙың маршрутын яйға һалыу; диагностик тикшереүҙәрҙең асыҡлығы; амбулатор онкологик ярҙам үҙәге; дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу кеүек төп мәсьәләләр ҡаралды.
– Осрашыуҙағы төп бурыс булып халыҡ менән табиптар араһында үҙара аңлашыуға һәм ихтирамға өлгәшеү тора. Әлбиттә, бында иң беренсе пациенттарҙың ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Ошондай һәр осрашыу, беҙҙең үҙ-ара эш итеү пациенттар өсөн дә, республиканың бөтә медицина берләшмәһе өсөн дә уңышлы ҡарар икәнлеген иҫбатлай.
Ысынлап та, үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән берлектәге эш өсөн коллегаларыма һәм был осрашыуҙа булғандарҙың барыһына ла рәхмәт!”– тип тә өҫтәне Илшат Иншар улы – Республикала онкологик ярҙам алыу сифатын һәм мөмкинлеген яҡшыртыу маҡсатында уҙғарылған бындай осрашыуҙар бик мөһим булып тора.
Үкенескә ҡаршы, бындай ауырыуҙарҙан бер кем дә ҡурсаланмаған. Ошо ултырыштан һуң яман шешкә дусар булған, әммә уға бирешмәгән көслө рухлы кешеләр менән осрашып һөйләштергә тура килде. Улар сир менән нисек көрәшеүҙәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
Бала табыуҙан ҡурҡмаһындар
– Ул саҡта Себерҙә йәшәй инек, – тип һөйләй Алина Хисаметдинова. Ул балалар баҡсаһында эшләп йөрөгәндә бер бала түшен семтеп ала, шул мәлдән алып түшенән ваҡыты-ваҡыты менән ҡан һарҡып аға башлауын тоя. 2017 йылда була был хәл. Тәнендәге сәйер үҙгәреште һиҙеп ҡалғас та, ул табиптарға мөрәжәғәт итә. 2018 йылда операция яһайҙар. Унан һуң һигеҙ тапҡыр бер-бер артлы химиотерапия үтә.
– Уны кисергән кеше үҙе генә белә нисек ауыр икәнлеген. Сәстәр ҡойола, бауыр, ашҡаҙандың эшмәкәрлеге үҙгәрә, йөрәк тибеше йышая, тәндең торошо үҙгәрә. Бына шундай хәл-торошҡа мораль яҡтан әҙер булырға кәрәк, – ти Алина. – Ваҡытында тикшеренеү үтергә һәм табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
Мәскәүҙә Герцен исемендәге онкология институтында дауаланғандан һуң йәш ҡатын бала табырға тәүәккәлләй. Был ваҡытта уға көслө дарыуҙарҙы туҡтатып торорға тура килә. Блохин исемендәге милли медицина тикшеренеү онкология үҙәге табиптарына ла рәхмәтле Алина. Тормош иптәше Айнур Хисаметдинов һәр ваҡыт терәк-таяныс булып көс-ҡеүәт биреп тора. Алина менән Айнурҙың уртаҡ емеше булып Имран исемле улдары үҫә, аҡ бәхетле бала булһын, атай-әсәйле үҫһен сабый.
– Табиптарҙың кәңәшен тотоу менән бергә, үҙ йөрәгеңде лә тыңларға кәңәш итәм, – ти Алина. – Беҙ бергәләп бала табырға тигән маҡсатыбыҙға ирештек. Өфөләге башҡорт дәүләт медицина университеты табиптарына, “Ғаилә” клиникаһына рәхмәтлемен. Шәхсән онколог Ермаковҡа рәхмәтем ҙур. Беҙ уның менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ.
Алина хәҙер “Бәйләнештә” селтәрендә үҙ төркөмөн булдырған. Унда ул онкология сирле ҡатындарға бала табыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш бирә. – “Телеграм”да Мәскәү төркөмөндә лә аралашабыҙ, табиптар менән кәңәшләшәбеҙ. Бындай аралашыуҙар йәшәүгә көс бирә.
Сирем икенсе планда...
Инна Никишова алты йыл ремиссияла (йәғни сире әлегә сигенеп тора). Инна Алексеевна ике сирле баланы яңғыҙы тәрбиәләй. Был физик яҡтан да, мораль яҡтан да бик ауыр, ти ул. Балалар церебраль паралич менән яфалана. Инна 2018 йылда киста барлығын раҫлау өсөн планлы операцияға ятҡанда үҙендә яман шеш барлығын осраҡлы ғына белеп ҡала. Ул саҡта малайҙар ете генә йәштә була. Ҡурҡыныс диагнозды ишеткәс, өс көн иҫен йыя алмай, юғалып ҡала. “Был хәл минең менән булырға тейеш түгел!” тип уйлай ул. Бына шул ваҡытта түш яман шеше менән ауырыған пациенттар өсөн ойошторолған “Амазонки” төркөмө ныҡ ярҙам итә уға. Онкологияла тормош тәжрибәһе булған ҡатынҡыҙҙарҙы берләштереүсе хәрәкәттә консультант һөнәрен үҙләштерә. Болотов фондында ярҙам итә. Яҙмышына зарланмай, “Балаларым миңә көс бирә, – ти ҡатын. – Малайҙар, игеҙәк булһа ла, икеһе ике төрлө, характерҙары ла, шөғөлдәре лә, – ти әсәләре. – Икеһе лә дистанцион уҡыуҙа. Максим бейеү буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Ә Денис иһә тынысыраҡ холоҡло. Максим күптән түгел коляскала бейеү буйынса Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарылған Рәсәй чемпионатында ҡатнашып еңеү яулап ҡайтҡан. “Матрешки”, “Лучик света” фестивалдәрендә еңеүсе булған. “Балаларҙың уңыштарына ныҡ шатланам. Уларҙың еңеүе – минең еңеүем”, – ти Инна Алексеевна.
– Онкология шәхси тормошомда роль уйнаны. Сирҙәр тормошҡа ҡарашты үҙгәртте. Үҙемдең ҡайғы юҡ әлегә, сирем етди булһа ла, икенсе планға ҡала, – ти ул. Ҡайһы берҙә төнгө сәғәт 2-лә, 3-тә ятырға тура килә, ә иртәнге 7-лә торорға кәрәк. Балалар ҙа йәшәргә өйрәтте. Уларҙы артыҡ иркәләтергә лә ярамай, гел генә маҡтап, ыңғайына һыпырып торһаң, боҙолорға ғына торалар, кәрәк саҡта ҡатыраҡ булырға ла тура килә.
Инна үҙе Ҡаҙағстанда тыуып үҫһә лә, Стәрлетамаҡ уның өсөн күптән тыуған ҡалаһына әйләнгән. Ни тиһәң дә, 27 йыл ғүмере ошонда үткән. – Балаларҙың пенсия аҡсаһына йәшәйбеҙ. – Система беҙгә яраҡлаша, ә беҙ системаға. Бер ерҙән ярҙам юҡ, тиерлек. Үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күреп йәшәп ятабыҙ.
Берәй ергә барып килергә булһа, Инна сәғәтенә 150 һумға бала ҡараусы яллай икән. Бер баланы реабилитациялау 250 мең һумға төшә. Ике коляска һатып алыу өсөн 770 мең һум аҡса кәрәк. – Донъяла шулай ҙа изге кешеләр бар ул, кәрәк мәлендә кәрәкле кешеләр табылып тора. Йән биргәнгә, йүн бирә тигәндәй, ҡайһы берҙә бағыусылар ярҙамға килә, – ти Инна. – Нисек тә булһа, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Улар киләсәктә үҙҙәрен-үҙҙәре хеҙмәтләндерә алһын тип тырыша ҡатын. Инна Алексеевна үҙе егерме йыл руль артында. – Балалар сәйәхәт итергә ярата, диңгеҙҙә ял итергә лә сығып китәбеҙ, – ти ул.
Бына шундай хәлдә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, донъяһы етеш, өйө ялт итеп тора уларҙың.
“Хоҙай кешегә күтәрә алмаҫтай һынау бирмәй. Табиптар беҙҙе дауалай, әммә был – һынау, рухыбыҙҙы таҙартыу өсөн ебәрелә ул һынауҙар, – ти ҡатын. – Асыҡ йөрәк менән йәшәргә кәрәк. Ә бит үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәгәндәр ҙә юҡ түгел. Мин йәшәү мәғәнәһен шунда табам”.
“Әгәр шул саҡ эт тешләмәгән булһа...”
– Пациенттар күп. Арабыҙҙа башлап йөрөүсе лидерҙар тарафынан күп эштәр эшләнелә. Беҙҙең “Беҙ ракка ҡаршы” (“Мы против рака” автономлы коммерция булмаған ойошманың үҙ-ара ярҙам (“Йәшәүгә хоҡуҡ” (АНО “Право на жизнь”) төркөмө әүҙемселәре: Людмила Константинова, Рауза Ҡадирова һәм мин өсәүләшеп үткән йыл Торатауға сәйәхәт ойошторҙоҡ. Торатауға менергә тигән теләгемде белдерҙем һәм ошо ҡыҙҙар бер тауыштан күтәреп алды. Тәүҙә ун, ун биш кеше генә барырбыҙ тип уйлағайныҡ, ике ҙур автобус булып килеп еттеләр. Үҙебеҙҙең республиканан ғына онкопациенттар 83 кеше, балалары, ирҙәре лә бар ине. Телефон аша ойошторорға тура килде.
Беҙҙең осрашырға урыныбыҙ бар – барлыҡҡа, унда сәй эсәбеҙ, аралашабыҙ. Коммунистик ура-мындағы балаларүҫмерҙәр китап-ханаһында осраша инек. Кем ҡул эше менән була, бәйләм бәйләй, килеп тыуған һорауҙарыбыҙҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Тик унда ваҡыт сикләнгән, киске сәғәт 7-нән һуң ҡалып булмай.
Хәҙер үҙебеҙҙең айырым бүлмәбеҙ бар, үҙебеҙгә тәғәйен бүлмә алыуға өлгәштек. “Сода” стадионы эргәһендә. Күп ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам кәрәк. Кемдеңдер ире аңламай, эсә башлай йәки ташлап сығып китә, тип һөйләй әүҙемдәрҙең береһе Рима Мансурова. Ошондай социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев ярҙам итә. Берәй һорау килеп тыуһа, сирлеләр уға өндәшә.
Был донъяла ла тыныс, рәхәтләнеп йәшәге килә бит. Театрға ла йөрөйҙәр. “Телеүҙәк” тапшырыуында ла ҡатнашырға өлгөрәләр.
– Аҙнаһына ике тапҡыр бассейнға йөрөйбөҙ. Арабыҙҙа эшләгәндәр бар, улар эштән һуң киске сәғәттәрҙә генә йөрөй ала, эшләмәгәндәр – иртән. 45 минут ЛФК-ла (дауалау физик культураһы) физик күнегеүҙәр эшләйбеҙ, 45 минут бассейнда булабыҙ, тип дауам итә ул һүҙен. – “Беҙ ракка ҡаршы” автономлы коммерция булмаған ойошмабыҙҙың үҙара ярҙам төркөмө етәксеһе Александр Болонистов хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә. Мәҫәлән, дарыуҙарҙы нисек бушлай алыу юлын күрһәтә. МРТ (магнит-резонанс томографияһы), КТ (компьютер томографияһы) бушлай үтеү тураһында хоҡуҡтарыбыҙҙы белергә өйрәтә. Химиотерапия алып нурланғандан һуң реабилитация үтергә кәрәк. Эшләгән кешеләрҙе операциянан һуң шунда уҡ «Йоматау» шифаханаһына реабилитацияға ебәрәләр. Эшләмәгән кешеләр өсөн бушлай реабилитация таптыҡ. Хәҙер унда эшләмәгән ҡыҙҙар ҙа бара ала. РМЖ (түш ямаш шеше) диагнозлы пациент-тар хәҙер йүнәлтмә менән Дағстанға реабилитацияға йөрөй ала. Бына шулай үҙебеҙгә-үҙебеҙ юл ярабыҙ.
“Йәшәү йәмле” (“Жизнь прекрасна”) төркөмөндә тороусылар – башлыса Стәрлетамаҡтан. Был төркөмдә ҡыҙҙар тәүлек әйләнәһенә аралашалар. Мәҫәлән, поликлиникаға сират алыу мәсьәләһе, табиптарҙың эш графигын белешеү, театрға кемдәр ҡайҙа бара, спектаклдәргә йөрөү һ.б.
– Тыуған көндәр менән ҡотлашабыҙ, ауырып киткән ҡыҙҙарҙың өйҙәренә барып хәлен белешәбеҙ һәм башҡа мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Был төркөм беҙгә йәмғиәттән ситләшмәҫкә, бер-беребеҙгә кәрәк икәнлегебеҙҙе аңлап йәшәргә ярҙам итә. Онкология сиренә килгәндә, шуны әйтергә теләйем: ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡараһын ине. Йылына бер тапҡыр булһа ла УЗИ (ультратауыш ярҙамында тикшереү), маммография үтергә кәрәк, тип өҫтәне сирҙе еңгән ҡатын. – Мәҫәлән, мин үҙемдәге сирҙе осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Организмымда ниндәйҙер үҙгәреш барлығы бөтөнләй һиҙелмәне лә, бер ерем дә ауыртманы. 2019 йылда көсөгөм менән урамда китеп барғанда уға һуғыш эте килеп йәбеште. Көсөктө тешләмәһен тип, ҡулым менән ҡаплаһам, теге эт беләгемде тешләп алды. Дауаханаға барып яраны бәйләттем. Ҡайтҡас, ҡулды күтәреп һыуҙа ҡойоноп торғанда ирем күреп ҡалды. Шулай, “бәхет булмаҫ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итте”, тиҙәр бит, шуның шикелле булды инде.
Рима утыҙҙан артыҡ химиотерапия яһатҡан, егерме бер көн һайын алырға тура килгән.
– 2019 йылда беренсе химиотерапия алдым. Башта күңелемде төшөрөп бер аҙ һеңгәҙәп йөрөнөм дә, мин балама кәрәк, яҡындарыма кәрәк тип, үҙемде ҡулға алдым. Нисек тә артабан йәшәргә тырышырға кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙым. Көслө дарыуҙар менән дауаланыу менән бергә, намаҙға баҫтым. Аллаһ Тәғәлә яратҡан бәндәһенә һынау ебәрә, был сир ысын донъяға таҙарынып китергә сәбәпсе булды. Әгәр шул эт тешләмәгән булһа, бәлки, мин әле бында ултырмаған да булыр инем...
Һынауҙы үтә белергә кәрәк. 2021 йылдың февраль айы ине. Шулай бер ваҡыт төнгө сәғәт өстәр тирәһендә уянып китһәм: тирә-яҡ шул тиклем яҡтырып киткәнен күрҙем. Күк ҡабағы асылғандыр тип уйланым да: “Эй, Раббым, миңә дауаланыу юлдарын бирсе!” тип ялбарҙым. Шөкөр, Аллаһ Тәғәлә ишетте. Хәҙерге ваҡытта ре-миссияламын, тип йомғаҡланы һүҙен ул.
Хоҙайҙан байлыҡ һорама, һаулыҡ һора, тиҙәр. Матди байлығың булып та, һаулығың булмаһа, был донъяла йәшәүҙең ҡыҙығы ла юҡ. Шуға күрә һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Донъя малы артынан сабып, сәләмәтлегебеҙ хаҡында онотмайыҡ.
Роза САФИНА.
Автор фотоһы. Фотолар шулай уҡ 1-се клиник дауахана сайтынан һәм ғаилә архивтарынан алынды.