Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Февраль 2025, 06:48

“Төп маҡсатыбыҙ – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу”

Стәрлетамаҡта, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында, “Әсә һәм бала” хәйриә фонды эшләй. Уның бағыусыһы – дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ мосолмандарының йәмәғәтселек Советы рәйесе, РФ Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Эшҡыуарлыҡ буйынса Советы рәйесе, ҡала Советы депутаты Альберт Вәғизйән улы КАМИЛЙӘНОВ.

“Төп маҡсатыбыҙ – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу”“Төп маҡсатыбыҙ – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу”
“Төп маҡсатыбыҙ – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу”

“Әсә һәм Бала” хәйриә фонды Стәрлетамаҡта 2013 йылдан эшләп килә, унда реабилитация үҙәге лә бар. Үҙәктең төп эшмәкәрлеге – мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү. Ә инде донъялар үҙгәреп киткәс, 2023 йылдан бында “Йөрәк ҡушыуы буйынса” тип аталған ирекмәндәр проекты эшләй башлаған. Бында хәҙер махсус хәрби операция зонаһында яраланған яугирҙар сәләмәтлеген нығыта. Учреждениела юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Шуныһы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ, төрлө ауыр физик һәм психологик йәрәхәттәр алған яугирҙарҙы бында бушлай дауалайҙар. Әйткәндәй, үҙәктәге барлыҡ эштәр етәкселәр һәм попечителдәр иҫәбенә башҡарыла. Үҙәк өсөн ял көндәре лә, байрам көндәре лә юҡ, улар һәр ваҡыт поста. Әлеге ваҡытта унда ике йөҙҙән ашыу һалдат һаулығын нығытҡан да инде. Учреждениеның төп маҡсаты – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу.

Оҙаҡламай, кәрәкле ҡорамалдар һатып алып, үҙәкте киңәйтергә һәм төҙөкләндерергә уйлайҙар.

 – Яу яланынан ҡайтҡан кешегә рухи реабилитация бик мөһим. Мин үҙем Донецкиҙа, Луганскиҙа булып, хәрби хәрәкәттәр барған урындарҙы күреп ҡайттым. Һалдаттар үҙҙәре әйтмешләй, һуғышта Хоҙайға ышанмаған кеше булмай.

Егеттәрҙе секунд һайын үлем һағалап йөрөй. Улар өсөн һәр мәл ҡәҙерле. Шуға күрә уларға рухи реабилитация мотлаҡ кәрәк, – ти Альберт Вәғизйән улы. – Әлеге ваҡытта беҙҙең барыбыҙҙы ла бер уйтеләк берләштерә – хәлебеҙҙән килгәнсә, илебеҙҙе яҡлап махсус хәрби операцияға киткән яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, изге эштәр башҡарыу.

Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыбыҙ ҙа доғала булайыҡ, ил-көндәребеҙ тыныс, тормошобоҙ бәрәкәтле булһын. Ҡанҡойоштар туҡтатылһын, илебеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашып, яугирҙарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

 Роза САФИНА.

Фотолар “Әсә һәм бала” фонды һәм Э. Шәймәрҙәновтың сәхифәләренән алынды.

“Төп маҡсатыбыҙ – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу”
“Төп маҡсатыбыҙ – яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас