Милләттәшәребеҙҙе борсоған һәр мәсьәләгә (һорауға) ентекле иғтибар бирелде. Һәр делегат төрлө секцияларҙа үҙҙәренең эшләү йүнәлеше менән ҡатнашып, фәһемле фекерҙәр алышып, рух өҫтәп ҡайттыҡ. Беҙҙең секцияла (мәктәпкәсә йәштәге) балалар баҡсаларына күп кенә иғтибар бирелде.
Оҙаҡ йылдар башҡорт балалар баҡсаһын етәкләгән шәхес булараҡ, ҡала шарттарында рус мөхитендә үҫкән балаларҙы әсә теленә өйрәтеү, уны балалар баҡсаларынан башларға кәрәк, тип уйлайым. Шулай уҡ ғаиләлә бала үҙ телендә аралашырға тейеш, юғиһә, аҙаҡҡы йылдарҙа ата-әсәләр үҙҙәре туған телдә һөйләшмәйҙәр. Методик базаны киренән ҡарарға кәрәк, балалар өсөн әҙәби китаптар аҙайҙы, яңы методик әсбаптар сыҡмай башланы, интерактив уйынсыҡтар, шиғырҙар бик аҙ.
Зимфира ИБРАҠОВА, “Хазина” фольклор төркөмө етәксеһе.