Ашҡаҙар
+4 °С
Ясно
Йәмғиәт
21 Февраля 2025, 07:55

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ГӘЗИТ БАҪТЫРА БАШЛАЙБЫҘ, ТИНЕ...

Туған телдә гәзит-журнал, китаптар уҡыу, театрға йөрөү, фекер йөрөтөргә, һөйләшергә өйрәнеү – кешегә мәҙәни яҡтан үҫеү өсөн кәрәкле рухи аҙыҡ булған һәм буласаҡ. Шул хәҡиҡәтте аңлаған һәм ҡала кимәлендә туған телебеҙҙең статусын күтәрергә теләгән Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында эшләгән зыялы шағирҙарҙың инициативаһы менән Өфөлә булдырылған “Урал” республика башҡорт халыҡ үҙәге үрнәгендә, 1989 йылдың башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Башҡорт халыҡ үҙәге булдырылды.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ГӘЗИТ БАҪТЫРА БАШЛАЙБЫҘ, ТИНЕ...БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ГӘЗИТ БАҪТЫРА БАШЛАЙБЫҘ, ТИНЕ...
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ГӘЗИТ БАҪТЫРА БАШЛАЙБЫҘ, ТИНЕ...

Ҡала халҡына башҡорт гәзите хаҡында хәбәр еткерҙем

Үҙәктең тәүге етәксеһе итеп, ике юғары белемле коммерсант Миғҙәт Сәйфулла улы Ханнанов һайланды. Уставын, яҙыусылар ойошмаһы уставына нигеҙләнеп, ойошманың әҙәби консультанты, күренекле публицист, шағир Вил Бәшир улы Ғүмәров менән яуаплы сәркәтип, күренекле шағироратор Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин әҙерләне. Үҙәктең план-программаһына, ҡалала иң тәүҙә башҡорт гәзите, драма театры, филармонияһы, мәктәбе һәм балалар баҡсаһы булдырыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы индереү маҡсаттары яҙылып ҡуйылды. Миғҙәт Сәйфулла улы Үҙәкте теркәне һәм мисәтен булдырҙы. Ҡалабыҙҙа башҡорт теленең статусын күтәреү тарихы шулай башланды... “Ашҡаҙар”ҙың әсәһен – “Стәрле таңдары” гәзитен, Вил Бәшир улы уставын әҙерләүҙән, мисәт булдырыуҙан башланы. 1990 йылдың ғинуар айынан декабргә тиклем “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Виктор Иванович Дятлов менән килешеп баҫтырҙы, берҙән-бер хеҙмәткәре, мөхәррир үҙе булды. Шул дәүергә тиклем, “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә, әле Фаяз Фуат улы Йомағужин эшләгән бүлмәлә оҙаҡ йылдар журналист, штаттағы үҙ хәбәрсе Ирек Фәтихов эшләне. 1985 йылда марксизм-ленинизм университетының совет журналистикаһы бүлеген уңышлы тамамлағандан һуң, штаттан тыш хәбәрсе булып, хеҙмәт кешеләре менән осрашып, материалдар яҙып, баҫтырыу өсөн Фәтиховҡа илтеп ҡалдыра инем. Бер мәл, 1989 йылда редакциянан ҡайтышлай, яҙыусылар ойошмаһының Карл Маркс урамындағы офисына инеп сығырға булдым. Керһәм, Вил Ғүмәров менән Рауил Ниғмәтуллин бер бүлмәлә: “Башҡорт телендә гәзит баҫтыра башлаясаҡбыҙ”, – тине. Ҡайтҡас, шул хаҡта кескәй материал яҙып, “Стерлитамакский рабочий”ға илттем. Мәҡәләм гәзиттең беренсе битендә баҫылып сыҡты. “Стәрле таңдары” гәзите хаҡында ҡала халҡына хәбәр иттем...

Яңы бина, ремонт...

1993 йылдың көҙөндә “Ашҡаҙар” гәзитенә ярты ставкаға корректор булып эшкә урынлаштым. Яуаплы сәркәтип Роза Ҡобағошова менән бергәләп гәзиттең корректураһын уҡыныҡ. Шул уҡ ваҡытта “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәгенең эштәре менән шөғөлләнә башланым: кешеләрҙе “Ашҡаҙар”ға яҙҙырҙым, Вил Ғүмәров менән предприятиялар хужаларына барып, гәзит өсөн аҡса эҙләп йөрөнөк. Республиканың баш-ҡорт телендәге гәзит-журналдарын пропагандаланым, уларҙа ла матбуғатҡа яҙылыу ойошторҙоҡ. 1994 йылдың яҙында Вил Ғүмәров, Резим Хажиев, композитор Рәмил Ғимрани менән бергәләп, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының Карл Маркс урамындағы офисынан йыһаздарҙы Элеватор урамы, 116-сы йорт адресындағы офисҡа күсерҙек. Яуаплы сәркәтип Вил Ғүмәровтың ҡушыуына нигеҙләнеп, Зөбәржәт Йәнбирҙина апай менән барып ЖЭК (торлаҡ идаралығы) начальниғы Лена Сәйетова-Түзбәковаға мөрәжәғәт иттек. Бөтөнләй иҫкергән бүлмәләрҙә обойҙар, түбә йәбештереүҙе, иҙәнен буяуҙы, сантехника бүлмәһе өсөн торбалар килтереп, иретеп йәбештереп, ремонтлауҙы, буяуҙы, телефон үткәреү мәсьәләләрен ойошторҙоҡ. Ремонттан һуң яңырған офисҡа Вил Ғүмәров ҡәнәғәт ине. Шағирҙың мәрхүм булыуына 20 көн генә ҡалған булған...

Һәр эш милли үҙаңды нығытыуға бәйле ине

 Ошо уҡ осорҙа Стәрлетамаҡ рәссамы Резим ағай Хажиевтың картиналарынан күргәҙмә эшләү, уның өсөн аҡса табыу эштәре, Өфөлә рәссамдың тәүге президентыбыҙ Мортаҙа Рәхимов менән осрашыуын ойошторҙоҡ, Ҡазанда күргәҙмәһен күрһәтеүгә өлгәштек. Ҡалабыҙға “Заман – Башҡортостан” тигән төрөктәр сығарған гәзитте Өфөнән алып ҡайтыуҙы ойошторҙом, уны яҙылыусыларға хат ташыусы кеүек таратып йөрөнөм.

Август айында ҡалабыҙҙағы 30 мәктәптең 28-ендә булдыҡ. Һәр мәктәптең директоры менән һөйләшеп, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында Закон әҙерләнеүе хаҡында, унда республикабыҙға исем биргән халыҡ теленең статусын күтәреү төп маҡсат буласағын, башҡорт балалары уҡыған һәр мәктәптә туған телендә күберәк уҡырға мөмкинселек бирергә кәрәклеген төшөндөрҙөк. Киләһе йылдың сентябренә тиклем башҡорт мәктәбе асыласағын аңлаттыҡ... Былар ҙа шул милли матбуғат булдырыу менән бергә милли үҙаңды нығытыу эштәре булып торҙо.

 Эштең нескәлектәрен аңлап бөтмәгәнмен...

 Сентябрь айында “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Әҡсән Насретдин улы Хәлилов отпускыға китте. Гәзит баҫтырыуҙың асылына төшөнөп өлгөрмәһәм дә, үҙенең урынына мөхәррир итеп мине ҡалдырҙы. Ниңә ризалашҡанмындыр? Гәзит айына бер генә баҫтырыла ине. Ҡайҙа, нисә данаға заказ бирергә кәрәклеген белмәнем. Бер һанға өс материал әҙерләп биргәс ярай, тип уйлағанмындыр. Гәзитте сығарҙыҡ, әммә ул күпме данағалыр әҙ баҫтырылған. 25 һумлыҡ эш хаҡынан күпмелер штраф түләгәс, 27 октябрҙә эшемдән киткәнмен. Хеҙмәт кенәгәмдә шул дата яҙылған. “Ашҡаҙар”ҙың хеҙмәткәре булып бер йыл да өс ай самаһы һаналғанмын. Унда эшләгән ваҡыт арауығы ла, йәмәғәтселек эштәрен башҡарғанда алған тәжрибәм дә, хөрмәтле яҡташым Кәбир Аҡбашев эшкә саҡырғас, 2010- 2011 йылдарҙа яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булырға ярҙам итте, минеңсә. Улай ғына ла түгел, ғүмеремдең бер яҡты осоро булып нығынды. Шул осор өсөн дә, ғөмүмән, “Ашҡаҙар” менән шағир булараҡ та, гәзит уҡыусы булараҡ та бәйлелегемә Хоҙайға рәхмәтлемен!

Кәрим БУЛАТ,

РФ һәм БР Яҙыусылар союзы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы,  Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы лауреаты.

Әлфиә Мансурова фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас