Сит илдән дә эштәр ебәргәндәр
Конференцияға йыйылыусыларҙы 3-сө гимназия уҡыусылары мәшһүр “Урал батыр” эпосы буйынса сәхнәләштерелгән сығышы менән сәләмләп ҡаршы алды. Сараның рәсми өлөшө пленар ултырыштан башланды. Был көндө ҡунаҡтарға шулай уҡ Жәлил Кейекбаев музейында булып, ғалимдың тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышырға форсат тейҙе. Унда ғалимдың портреты, төрлө йылдарҙа төшкән фотолары, ғилми хеҙмәттәре, шулай уҡ башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әйберҙәре урын алған. Һәр экспонатта бар ғүмерен тел серҙәрен өйрәнеүгә бағышлаған бөйөк шәхесебеҙҙең яҡты рухы, изге күңеле, алсаҡлығы, эскерһеҙлеге төҫмөрләнә.
– Быйыл төрлө төбәктәрҙән: Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Хакасиянан 400 ғәмәли эш килде. Шуларҙың 200-гә яҡыны көндөҙгө этапҡа үтте. Конференция Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналды һәм ул 2000-се йылдарҙан алып башҡорт филологияһы кафедралары менән берлектә уҙғарылып килә. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткәне өсөн ӨДНТУның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына рәхмәтлебеҙ, – тине үҙенең сәләмләү сығышында гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова.
Быйылғы конференцияла ҡатнашыусылар 13 секцияға бүленде. Башҡорт филологияһы кафедраһы ағзалары Зөһрә Сәләхова, Гөлнара Басирова, Миләүшә Арыҫланова, башҡорт һәм төрки филологияһы деканы Айнур Үтәев, мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы мөдире Лилиә Абдуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тыуған яҡты өйрәнеү, студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса секцияларҙың етәкселәре булып сығыш яһаны.
– Конференция йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк була бара. Был сараға быйыл Башҡортостандың 37 районынан һәм 14 ҡалаһынан килгәйнеләр. Бынан тыш, Аҡтүбә (Ҡаҙағстан), Өсҡоҙоҡ (Үзбәкстан) ҡалаларынан һәм Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр ҡатнашыу арҡаһында, ул халыҡ-ара статусын алды. Уның географияһы киңәйә барыуы к о н ф е р е н ц и я н ы ң республика кимәлендә генә түгел, ә иһә халыҡ-ара кимәлдә әһәмиәтлелеге һәм мөһимлеге тураһында һөйләй, – тип билдәләне үҙ сығышында БР Мәғариф һәм фән министрлығынан Гөлназ Ғәлиева.
Мөһим ваҡиға ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы
Конференцияның икенсе өлөшөндә секция ултырыштарының һәр береһенә, нисек кенә теләһәң дә, етешеү мөмкин түгел ине. Секцияларҙа сығыш яһаусылар араһында уҡыусылар, студенттар һәм педагогтар бар ине. Улар башҡорт теле үҫеше проблемлемаларын тикшерҙе, Жәлил Кейекбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың ижады тураһында һөйләне, үҙҙәренең ғилми эштәрен тарихҡа һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә арнаны. Шулай уҡ был йылдың мөһим ваҡиғалары: Ватанды һаҡлаусылар йылы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын да урап үтмәнеләр. Ғаризаларҙың күберәге тап ошо йүнәлештә бирелгәйне.
Был фәнни сара һөҙөмтәле сығыштарға, яңы асыштарға бай булды һәм унда ҡатнашҡан һәр кемдең ижади үҫешенә булышлыҡ иткәндер. Ул туған телде, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөфғәҙәттәребеҙҙе популярлаштырыу өсөн нисек итеп көстәрҙе берләштерергә мөмкин икәнлегенең сағыу өлгөһө булып тора.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, Жәлил Кейекбаев ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға иғтибарҙы йәлеп итеү мәсьәләләрен төп маҡсат итеп ҡуйған бындай күләмле сарала ҡатнашыу туған телде уҡытыу өлкәһендә белемде тәрәнәйтергә мөмкинлектәр биреп кенә ҡалмай, педагогтар һәм уҡыусылар араһында тәжрибә уртаҡлашыуға ла булышлыҡ итә. Шулай итеп, конференция туған телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе артабан өйрәнеүгә илһамландырҙы. Бындай саралар, һис шикһеҙ, милли үҙаңды нығытыуға һәм халҡыбыҙҙың бай мираҫын һаҡлауға булышлыҡ итә. Конференцияла ҡатнашыусылар, сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн, гимназия коллективына һәм уның етәкселегенә оло рәхмәттәр әйтеп матур тәьҫораттар менән таралышты.
Жәлил Кейекбаев башҡорт халҡының ғына түгел, ә төрлө милләт халыҡтарының да һөйкөмлө, яратҡан улы булып ҡалды һәм ҡаласаҡ. Кейекбаев уҡыуҙары йылдан-йыл көсәйеп, ҡеүәтләнеп, киләсәктә лә мәртәбәле эшен дауам итеүен теләйбеҙ.
Роза САФИНА.
Фотолар 3-сө гимназия сайтынан алынды.
Һүҙ – ойоштороусыларға:
Рузалиә ӘЛИМҒУЖИНА, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы:
– Һәр йылдағыса, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла 17-се тапҡыр ойошторолған конференцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды. Конференция сиктәрендә шулай уҡ ситтән торған ижади конкурс үткәрелде. Уҡытыусылар, башҡорт теле һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре араһында балаларға башҡорт телен өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, тәжрибә уртаҡлаштылар.
Башҡорт теле уҡытыусылары араһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән бер майҙансыҡ эшләне. Артабан икенсе майҙансыҡ балалар баҡсаһы тәрбиәселәре араһында эшләне, башҡорт телен балаларға өйрәтеү буйынса улар үҙҙәренең эш алымдары менән инновацион-методик яҡтан тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Конференция ваҡытындағы фотоларҙың береһендә алғы планда һулдан уңға: гимназия директоры А.Шаһисолтанова, БР Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Г. Ғәлиева, етәксе-ғалимдар: Л. Абдуллина, Г. Йәғәфәрова, А. Үтәев.