Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 17:20

Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”

Үҙенә генә хас йөҙө, стиле булған дәртле бейеүҙәре менән башҡорт рухын данлап ҡитғаларҙы урап сыҡҡан данлыҡлы Стәрлетамаҡ Бейеү театры әлеге ваҡытта ниндәй пландар, идеялар менән йәшәй, бөгөн ниндәй эштәр менән мәшғүл – Бейеү театрының баш балетмейстер ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Хисаметдин улы АСҠАРОВ менән ошо турала әңгәмәләшеп алдыҡ.

Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”
Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”

– Рим Хисаметдинович, бөгөнгө көндәге төп эштәрегеҙ, идеяларығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

– Беҙ быйыл күрше республикалар менән Ғаилә йылына арналған уртаҡ концерттар уҙғарырға йыйынабыҙ – был проектты былтыр ошо исем аҫтында үткән йылда башлағайныҡ инде. 25 февралдә Татарстандан ҡунаҡтар көтәбеҙ, концерттың беренсе өлөшө Бейеү театры сығыштарынан торһа, икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Марттың 27-ндә Удмурт республикаһынан киләсәктәр. Ә Сыуашстан артистарын октябрь айына планлаштырабыҙ. Мордовия менән осрашыуҙы алдағы йылға ҡалдырҙыҡ.

“Татыу ғаилә – Рәсәй терәге” (Дружная семья – опора России”) – ошо йылдарҙа башҡарыласаҡ проекттың исеме шулай атала. Төбәк-ара сәнғәт оҫталары артпроекты ике республиканың профессиональ бейеү ансамблдәрен осраштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең идея буйынса ошо коллективтарҙы бер ғаилә итеп туплап сәхнәлә сығыш яһау.

 Иң төп идеябыҙ – күп милләтле Рәсәй халҡының бер ғаилә икәнен күрһәтеү. Икенсе идеябыҙ – коллективтар араһында дуҫлыҡ күперен нығытыу. Өсөнсө идеябыҙ иһә – ниндәй генә төбәк булмаһын, уларға Башҡортостан мәҙәниәтен күрһәтеү.

– Проект былтыр старт алды тинегеҙ. Был йәһәттән нимәләр эшләнелде һәм киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?..

 – Эйе. Проект бик уңышлы башланып китте. Былтыр беҙ Удмуртияға барҙыҡ. Удмурт Республикаһының “Танок” дәүләт йыр, музыка һәм бейеү халыҡ ансамбле менән Ижау (Ижевск) ҡалаһында сығыш яһаныҡ. Беҙҙән 35 кеше барҙы – Бейеү театры, филармония солистары. Бик уңышлы килеп сыҡты. Беҙҙең бейеүҙәрҙе иҫтәре китеп ҡаранылар. Һәр бер номер, бейеү костюмдарын, йырсыларыбыҙҙың йырҙары, ҡурай тураһында ихлас күңелдән һөйләшеп ултырҙыҡ, фекер алыштыҡ. Үҙебеҙҙең коллектив, үҙебеҙҙең башҡортлоғобоҙ өсөн, мәҙәниәтебеҙ көслө булғаны өсөн ғорурланып ҡайттыҡ.

Быйыл ғинуар аҙағында Татарстандың Аҡтаныш районы “Ағиҙел” дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, Сыуашстандан “Сувар” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Марий Элдан “Марий Эл” дәүләт бейеү ансамбле артистары менән бергә сығыш яһаныҡ. Залдар тулы булды. Марий Элда хатта Яңы йылға тиклем үк билеттар һатылып бөткән ине. Унда ла беҙҙе ҡаршы алған коллективтарҙың сығыштарын ҡарап, үҙебеҙҙең коллегаларҙың эштәренә һоҡланып, осрашыуҙан дәртләнеп ҡайттыҡ.

Ошо уҡ коллективтарҙы 2025 йылда үҙебеҙ көтәбеҙ. 25 февраль “Ағиҙел”дәр килә. 27 мартта Удмуртиянан “Танок” киләсәк. Яңы миҙгел асылыуға, йәғни октябрҙә Сыуаш драма театры, 15 ноябрҙә Марий Эл дәүләт ансамбле киләсәк. Рәсәйҙә йәшәгән халыҡ-тарҙың менталитеты, ғөрөф-ғәҙәте, милли һыҙаттары менән бейеү-йыр аша яҡынданыраҡ таны-шырҙар тип уйлайым. Артистар ҙа бер-береһе менән дуҫлаша.

– Ни өсөн драма театры килә, ә бейеү ансамбле түгел?

– Был коллектив менән күптәнге дуҫтарбыҙ. Улар беҙгә Чебоксар ҡалаһында сығыш яһар өсөн үҙҙәренең сәхнәһен, йәғни Константин Иванов исемендәге сыуаш дәүләт академия драма театры бинаһын бирҙе. Йәғни, алыш-биреш... Ошо коллективты Стәрлетамаҡҡа саҡырабыҙ. Әйткәндәй, Константин Иванов тыумышы менән Башҡортостандан.

Алла бирһа, ошо проектты тамамлағандан һуң яңы проектҡа тотонорбоҙ тип торабыҙ. Әлеге ваҡытта Мордва дәүләт бейеү ансамбле, Ҡалмыҡ Республикаһынан “Тюльпан” дәүләт бейеү ансамбле, Дағстандан “Айланай” нуғай дәүләт бейеү ансамбле, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан “Балҡар” дәүләт фольклор этнографик ансамбле, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының “Меркурий” дәүләт бейеү ансамбле менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләһе йылдың апрель айҙарына уларға барырға ниәтләйбеҙ. Шунан һуң, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы тигәндәй, үҙҙәрен саҡырабыҙ. Уныһын 2027-28-се йылдарға планлаштырабыҙ. Алла бирһә, был проекттың ғүмере оҙон булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ойоштороу буйынса бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булманы. Проектты хуплап, күтәреп алған Стәретамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе етәкселегенә рәхмәт!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар Бейеү театры архивынан алынды.

Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”
Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”
Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”
Рим Асҡаров: “БЫЛ ЮЛЫ ҮҘЕБЕҘ ҠУНАҠТАР КӨТӘБЕҘ”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: