Юғары урындарҙа ултырған апай-ағайҙарға күптән ябай халыҡ араһына сығырға ваҡыт, уларҙың проблемаларына ҡолаҡ һалырға кәрәк, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү мөһим.
Һуңғы биш йылда дөйөм республика кимәлендә алғанда уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек. Һәр ҡаҙаныш һәр кешенең эске мәҙәниәтенән, тәрбиәһенән башлана, тип уйлайым. Нәҡ ошо эске мәҙәниәтенә, аң кимәленә ҡарап, кешелә яуаплылыҡ һәм Ватанға һөйөү тойғоһо формалаша, оло башланғыстарға юл асыла. Һәм, беҙҙең республикала, кешенең үҫешенә йоғонто яһау, йәш быуындың формалашыуында ярҙам итеү маҡсатында бихисап эштәр башҡарыла. Мәҙәниәт өлкәһендә һуңғы йылдарҙа алға китеш күҙәтелә. Был профессиональ сәнғәткә лә, мәҙәни-масса секторына ла ҡағыла. Ғөмүмән, мәҙәниәтте, сәнғәтте сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижад майҙаны тип кенә ҡарарға ярамай. Был һәр беребеҙҙең йәшәйеше, яҡындарыбыҙ һәм үҙебеҙ ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙ, мөхит менән дә бәйле. Мәҙәниәт – матур өлгөләр, уңайлы шарттар, дөрөҫ ҡараш булдырыу ярҙамында, үҙ бурысына, маҡсаттарына тоғро ҡалған, яуаплы һәм ғәҙел шәхестәр тәрбиәләү майҙаны ла ул. Мәҙәниәт, сәнғәт илткән матурлыҡ, яҡшылыҡ, изгелек йоғонтоһонда кеше үҙгәрә, үҫешә, камиллаша. Мөһабәт йорттар, тигеҙ, хәүефһеҙ юлдар төҙөй, яҡлай, дауалай, һаҡлай һәм аң-белемгә юл асыу һәләтенә эйә була. Мәҙәниәтте, мәҙәнилекте ысын мәғәнәһендә аңлаған кеше генә балаларыбыҙҙың ышаныслы киләсәген төҙөй ала.
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.