Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль , 11:48

Өйөгөҙ ҡотло булһын, йәштәр!

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең ҙур залында хакимиәт  башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Стәрлетамаҡта йәшәүсе йәш ғаиәләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡтар тапшырҙы.

Өйөгөҙ ҡотло булһын, йәштәр!
Өйөгөҙ ҡотло булһын, йәштәр!

Бындай бәхет “Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм  торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә мөмкин булды. Был юлы бәхет һигеҙ ғаиләгә йылмайҙы –  таныҡлыҡтарҙы Ғизәтуллиндар, Шәриповтар, Семикиндар, Гайдаренко, Ғәлиуллиндар, Николаевтар, Тәтегәсевтар, Миһрановтар ғаиләһе алды. Таныҡлыҡ алыу тантанаһына барыһы ла тиерлек балалары менән бергәләп килгәндәр ине.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович таныҡлыҡ алыусыларҙы ҡотлап, ғаилә бәхете һәм  именлек теләне.

–  Был таныҡлыҡта ҡаралған социаль түләүҙәрҙе һеҙ торлаҡ һатып алыуға, өй һалыуға, торлаҡ кредиты алғанда тәүге иғәнәне түләүгә, торлаҡ кредиттары буйынса бурыстың төп суммаһын ҡаплауға һәм башҡа маҡстатта тотона алаһығыҙ, - тине ҡала етәксеһе.

Тантаналы сараның аҙағында таныҡлыҡ алыусы Диана Миһранова йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҡала хакимиәте башлығына һәм таныҡлыҡтарҙы юллауҙа  булышлыҡ итеүселәргә ҙур  рәхмәт белдерҙе.  

Һеҙ беренсе һүрәттә күргән Тәнзилә менән Фәнил Шәриповтар өс бала тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы Себергә йөрөп эшләй. Оло ҡыҙҙары Лианаға туғыҙ йәш. Ул ҡаланың 3-сө мәктәбендә 3-сө класта уҡый, ә ҡустыһы Рәмил 2-се класта уҡып йөрөй. Төпсөктәре Данис иһә  балалар баҡсаһына йөрөй. Атай-әсәйле үҫегеҙ, балалар! Матур, иркен йортта, имен тормошта рәхәтләнеп йәшәргә яҙһын һәммәгеҙгә лә!

Роза САФИНА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Өйөгөҙ ҡотло булһын, йәштәр!
Өйөгөҙ ҡотло булһын, йәштәр!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: