Мемориаль таҡтаташтар асыу башланғысы менән Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Афғанстан ветерандары Союзы” йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаған. Иҫтәлекле таҡтаташтарға сәскә һалыу тантанаһында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре һәм дуҫтары, абруйлы ҡунаҡтар – Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт Комитеты рәйесе Кирилл Первов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссар Сергей Сафонов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашты.
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ:
– Был яугирҙар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Улар ҡала тарихында һәм беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә һаҡланасаҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү беҙҙең өсөн – төп мәсьәлә, кемдер һүҙ менән, кемдер эш менән ярҙам итә, былар бөтәһе лә бер үк кимәлдә бик мөһим. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт! Был эште бер минутҡа ла туҡтатмаясаҡбыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Кирилл ПЕРВОВ:
– Ошо көндәрҙә беҙ иҫтәлекле датаны, Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыу көнөн билдәләнек. Ғәҙәттәгесә, был көндө беҙ яугир интернационалистарыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәтләйбеҙ. Әммә тормош шундай: бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был стеллала беҙҙең балаларҙың яңы исемдәре барлыҡҡа килә, улар хәҙерге шарттарҙа уҡ ҡулдарына ҡорал алып, ватаныбыҙҙы яҡлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһына, уның халҡына, депутаттарына, махсус хәрби операция үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарға рәхмәт әйтәм.
Сергей Сафонов:
– Бөгөнгө көндә хәрби хәрәкәттәрҙең характеры үҙгәргәнен һәм беҙгә 58 ил ҡаршы тороуын аңларға кәрәк. Курск өлкәһенә ҙур төркөм менән дошман инә, теге яҡтан 57 мең кеше көтөп ята... Бөтә тырышлыҡтар ҙа бушҡа эшләнмәгәндер тип ышанам. Рәсәй Федерацияһы составына Донецк өлкәһе, Херсон һәм башҡа өлкәләр инде. Был эш дауам итәсәк. Дошман тар-мар ителәсәк. 155-се Идрица дивизияһы сираттағы тапҡыр Еңеү байрағын Киевта күтәрер тип ышанам. Яугирҙарыбыҙға хәрби бурысын үтәгәндәре өсөн рәхмәт.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Автор фотолары.