Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 16:20

Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ!

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәттуллаһи үә бәрәкәтүһ! Бисмилләһир-Рәхманир-Рәхим. Мосолман ҡәрҙәштәр! Һәммәгеҙҙе лә именлек, бәхет, тәүбәгә килеү, ғәфү ителеү һәм йәһәннәм ғазабынан ҡотолоу айы менән тәбрик итәм.

Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ!
Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ!

Аллаһы Тәғәләнән булған иң ҙур яҡшылыҡ һеҙгә-беҙгә ғибәҙәт ҡылыуҙа. Рамаҙан – көндөҙөн ураҙа, кисен намаҙ һәм улар араһында Ҡөрьән уҡыу, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыу айы.

Рамаҙанды беҙ нисек ҡаршы алырға әҙер һәм уның ниндәй юлдары бар икән? Иң мөһиме, ошо көндәрҙә мосолмандарға ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡулыбыҙҙан ысҡындырырға түгел, киреһенсә, беҙ ярышыусыларҙан булырға тейешбеҙ. Әгәр ошо айыбыҙҙа Аллаһы алдында йөрәктәребеҙ боролош тапмаһа, үҙгәрмәһә, ошо айҙа ғәфү ителмәһәк, ҡасан?

  1. Аллаһы Тәғәләнән Рамаҙан айына ирешеүҙе, иҫән-һау, дәртле, ғәйрәтле булыуҙы һорау мөһим. Әнәс ибн Мәлик әйтә: “Рәжәб, Шәғбан айҙарына еткәндә пәйғәмбәребеҙ: “Эй Аллаһы Рәжәб, Шәғбан айҙарын беҙгә бәрәкәтле ит һәм беҙҙе Рамаҙанға ирештер” тип доға ҡыла ине”.
  2. Рамаҙан айына ирештергәне өсөн маҡтау һәм шөкөр итеү. Ән-Нәбәүи әйткән: “Бел, кемгә асыҡ бер яҡшылыҡ килһә йә бер бәләнән ҡотолһа, Аллаһыға сәждә ҡылыу һәм Уны маҡтау, шөкөр итеүеңде белдереү фарыз.
  3. Рамаҙанды күреүгә һөйөнөү, шатланыу, сөнки пәйғәмбәребеҙ: “Һеҙгә – бәхет айы, ураҙа тотоу фарыз булды, йәннәт ишектәре асыла, йәһәннәм ишектәре ябыла”.
  4. Ныҡлы ниәт менән ошо айҙан файҙа алыр өсөн пландар ҡороу, көн, төндәрҙе төрлө ғибәҙәттәргә бүлеү (Аллаһыны иҫкә алыу, Ҡөръән уҡыу, төнгө намаҙҙар, доға ҡылыуҙар һ.б.). Аллаһы менән беҙҙең араларыбыҙ яҡшыраҡ булһын өсөн ошо айға килеү менән Аллаһы алдында үкенеү ҡарарын ҡабул итәйек, ураҙа айынан файҙаланып ҡалайыҡ, йәннәт баҡсаларына ынтылайыҡ, һәм холоҡтарыбыҙҙы яҡшыртайыҡ. Беҙгә ураҙа тотоу фарыз булған, күңелдәребеҙҙе гонаһтарҙан таҙартҡан Рамаҙанға индек. Рамаҙан айының беренсе кисе, беренсе тәрәүих намаҙы кис 20 сәғәт 30-ҙа башланды. Беренсе көн сәхәр ашау 6.15 тамамланды, ә ифтар кис 18-54 минутта ауыҙ асабыҙ.

Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, Аллаһы Тәғәлә ҡәнәғәт, риза булырҙай изгелектәр, ғибәҙәттәр менән ошо айҙы үткәреүегеҙҙе теләп, изге доғалар, изге теләктәр менән,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе Ришад хәҙрәт.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: