Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 15:55

Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр

Стәрлетамаҡ  һөт комбинатында киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат туры үтте.

Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр

Предприятиела киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һөт аҙыҡтары етештереүҙең – сеймалдан әҙер продукцияға тиклем бөтә этаптары менән таныштырҙылар.

Башта белгестәр анализ өсөн һөттөң пробаһын алалар. Әгәр ҙә һөт тейешле параметрҙарға тап килһә,  уны артабан эшкәртеүгә ебәрәләр. Артабан һөт төп процестар барған аппарат участкаһына эләгә –  пастеризациялау, нормалләштереү, айыртыу өсөн ебәрелә. Шунан һуң инде сеймал һөт продукцияһы етештереүгә китә. Әҙер изделие мотлаҡ физик-химик күрһәткестәргә тикшерелә.

Бында республиканың 9 районынан һөт килтерелә

Предприятиены сифатлы һөт етештереүсе һөт-тауар фермалары тәьмин итә. Һөт продукцияһы туғыҙ райондан – Ауырғазы, Әлшәй, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Федоровка,  Ҡырмыҫҡалы райондарынан  килтертелә.  Атап әйткәндә: “Уңыш” (“Урожай”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Артемида”  тоҡомсолоҡ хужалығы ЯСЙ, “Еңеү” (“Победа”) ЯСЙ, “Дуҫлыҡ” (“Дружба”) ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Салауат” ЯСЙ, “Фрунзе” ЯСЙ ауыл хужалығы предприятиһы, “Таң” (“Заря”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренән.

Стәрлетамаҡ һөт комбинаты етештергән һөт аҙыҡтары ҙур сауҙа селтәрҙәрендә киң ҡулланыла. Бында заявкалар буйынса эшләйҙәр һәм Башҡортостан продукцияны һатыуҙың төп баҙары булып тора. Беҙҙең  продукцияны шулай уҡ күрше төбәктәр ҙә: Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Свердловск, Мәскәү өлкәләре, Пермь крайы һатып ала.

Тәүлегенә 250 тоннаға тиклем һөт эшкәртелә

Стәрлетамаҡ һөт комбинаты тәүлегенә  250 тонна һөт эшкәртеп һәм  һәр изделиеның юғары сифатын гарантиялап, һөт  продукцияһын етештереүҙең тулы циклын тәьмин итә.  

Төбәктәге иң ҙур эшкәртеү предприятиеларының береһе булған Стәрлетамаҡ  һөт  комбинатына 1971 йылда нигеҙ һалына һәм ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә ул һөтсөлөк тармағында бизнесты уңышлы үҫтереү һәм модернизациялауҙың сағыу миҫалына әйләнде. Хәҙерге ваҡытта ул  “Рәсәй һөтө” компаниялар төркөмө” акционерҙар йәмғиәте структураһына инә.

Бөгөнгө көндә  бында тәбиғи һәм файҙалы һөт аҙыҡтарының  80-дән ашыу төрө (һөт, кефир, ряженка, эремсек, аҡ май, ҡатыҡ, айран һымаҡ милли һөт аҙыҡтары, эре бөртөклө эремсек һ.б.) етештерелелә.

Әлеге ваҡытта унда  ике бренд әүҙем үҫешә: “Первый Вкус” һәм “Даренка”.

Комбинат һөт һәм һөт аҙыҡтарын етештереү өсөн заманса юғары технологиялы линиялар менән йыһазландырылған. Бөтә технологик процесс автоматлаштырылған. Заманса Рәсәй һәм Европа ҡорамалдары юғары сифатлы һәм хәүефһеҙ продукция сығарырға мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта предприятиела  һөт ризыҡтары етештереү буйынса 10 линия эшләй, предприятиены йәмғеһе 527 кеше хеҙмәтләндерә.

2024 йылда производствоны модернизациялау һәм  продукция эшләп сығарыуҙы арттырыу буйынса проект тормошҡа ашырылған.

 – Стәрлетамаҡ һөт комбинатында көн һайын 250 тоннаға тиклем һөт эшкәртелә. Эшкәртеү ҡеүәтен тәүлегенә 300 тоннаға тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ, – тип таныштырҙы комбинат директоры Колесник Валерий Иванович. 

Предприятие, урындағы һөт ризыҡтарын пропагандалап, фестивалдәрҙә һәм күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2024 йылда “Даренка” ҡаймағы "Беҙҙең бренд” махсус күргәҙмәһендә Гран-при алды.

Төп проекттарҙы тормошҡа ашырып

Дөйөм алғанда, предприятие динамик үҫешә һәм уның үҫешенең бик мөһим факторы булып инвестиция эшмәкәрлеге тора. Компанияның төп проекттары предприятиеның етештереү ҡеүәтен арттырыуға, сығарылған продукция күләмен арттырыу, ассортиментты киңәйтеү,  инфраструктура объекттарын киңәйтеү һәм  модернизациялауға йүнәлтелгән.

2024 йылда әҙер продукция келәтен модернизациялау һәм тейәп ебәреү зоналары; эремсек продукттары өсөн ҡорамалдарҙы эшләтеп ебәреү; эремсекте пакетҡа төрөү буйынса ҡорамалдар һатып алыу һәм эшләтеп ебәреү; ҡаймаҡ өсөн төрөү ҡорамалдарын һатып алыу һәм эшләтеп ебәреү; “Боҙло һыу”ҙы технологик һыуытыу өсөн ҡорамалдарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса проекттар тормошҡа ашырылды.

 2025 йылға  төркөмләп төргәкләүҙә автоматик формалаштырыусы һәм бөртөклө эремсек етештереү линияһына урынлаштырыусы ҡорамал һатып алыу; һөт ҡабул итеү зонаһын киңәйтеү; эремсек категорияһын киңәйтеү; майҙың масса өлөшө 10 процент булған ҡаймаҡ етештереүҙе башлау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

2025 йылға инвестицияларҙың дөйөм күләмен 200 миллион һумға тиклем еткереү күҙаллана.

Бөгөн комбинат йылына 66 мең тоннанан ашыу һөт эшкәртә һәм һөт продукцияһының киң ассортименты менән республикала баҙарҙың байтаҡ өлөшөн биләй.

Предприятиеның эше юғары баһаланды

17 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә “Рәсәй һөтө” компаниялар төркөмө”нөң  Стәрлетамаҡ һөт комбинаты үҫеш перспективалары ҡаралды.

 “Рәсәй һөтө” компаниялар төркөмө республиканың фермер хужалыҡтарынан сеймал һатып алып, төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

 – Компания беҙҙең аграрийҙарға кредиттар алырға ярҙам итә һәм беҙҙең предприятиеларҙы алдан аванслай, – тип билдәләне кәңәшмәлә Башҡортостандың  ауыл хужалығы вице-премьер – министры Илшат Фазрахманов.

Радий Хәбиров республиканың һөтсөлөк тармағы үҫешенең мөһимлеген һәм  предприятиеның эшен юғары баһаланы.

Роза САФИНА.

Автор фотолары һәм шулай уҡ фотолар  “Республика Башкортостан” гәзите сайтынан алынды.

 

 

Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Урындағы сеймал менән генә эшләйҙәр
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: