“Ул ҡаланы бик күп күрһәткестәр буйынса алғы позицияға сығарҙы. Барыһы ла белә, фәҡәт Спартак Ғәли улы Әхмәтов етәкселек иткән осорҙа Стәрлетамаҡ Рәсәйҙә илдең иң төҙөк ҡалаһы булып танылды. Шәхсән минең өсөн Спартак Ғәли улы өлгө алырҙай идарасы. Беҙ уның менән һөйләшеп, аралашып торабыҙ. Уның кәңәштәрен һәм ҡала тормошонда ҡатнашыуын ҡәҙер-хөрмәт итәм.
Ныҡлы һаулыҡ теләйем һеҙгә, Спартак Ғәли улы!” тип яҙҙы Эмиль Владиславович социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.
Был ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ! Ҡалабыҙға яҡты маяҡ булып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле, хөрмәтле ил ағаһы!
Роза САФИНА.
Фото ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.