Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 10:35

Ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр

Стәретамаҡ ҡала прокуратураһы бер граждандың мөрәжәғәте буйынса идарасы компанияның торлаҡ ҡануниәтен үтәүен тикшерҙе.

Ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр
Ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр

Күҙәтеү ведомствоһы тарафынан сираттағы финанс йылына РФ Парламенты менән раҫланған инфляция кимәленә тарифты индексациялау ҡаралған күп фатирлы йорт менән идара итеү килешеүен боҙоп, идарасы компанияның дөйөм йорт мөлкәтен тәртиптә  тотоу һәм ремонтлау буйынса түләү күләме индексацияланыуы асыҡланды.

Әммә идарасы компания тарафынан түләү хаҡы РФ Парламенты ҡуйған хаҡтың процентын арттырыуы асыҡланды.

Ошоға бәйле, күп фатирлы йортта йәшәүселәргә иҫәпләнгән суммаларҙы яңынан иҫәпләү маҡсатында, ҡала прокуратураһы  идарасы компания директоры адресына тикшереүгә ҡуйылған дәлилле тәҡдим индерелде.

А.Х.САДИҠОВ,

Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: