Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март , 13:40

Азат Бадранов: Киң мәғлүмәт саралары – бик мөһим һәм һиҙгер өлкә

Башҡортостанда Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киңәйтелгән коллегияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы  Азат Бадранов ҡатнашты.

Азат Бадранов: Киң мәғлүмәт саралары – бик мөһим һәм  һиҙгер өлкә
Азат Бадранов: Киң мәғлүмәт саралары – бик мөһим һәм һиҙгер өлкә

Үҙенең сәләмләү һүҙендә спикер республика етәкселеге һәм шәхсән республика башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына ҙур иғтибар бүлә, сөнки был бик мөһим һәм һиҙгер өлкә, тип билдәләне.

“Башҡортостан журналистар берләшмәһенә, башҡарған эштәре һәм иң элек махсус хәрби операцияға ярҙам иткәне һәм әүҙем яҡтыртҡаны өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Беҙҙең журналистарыбыҙ МХО зонаһында күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтеүен дауам итә. Бөгөн ул беҙгә  журналистик һәм гражданлыҡ бурысын үтәү булһа, махсус  хәрби операция тамамланғас, ул тарих тарихҡа әйләнәсәк. Ул артабан бөгөнгө баҫмаларҙа, китаптарҙа,  фото һәм видеоматериалдарҙа өйрәнеләсәк һәм йәш быуынды тәрбиәләйәсәк”, -  тип билдәләне Азат Бадранов.

Ул шулай уҡ  Рәсәй төбәктәренең ҡайһылары Украинананың Ҡораллы көстәре мәғлүмәт-психологик операциялар үҙәге (ЦИПСО) һөжүменә иң күп дусар булыуын өйрәнеүсе милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан  Дағстан менән генә ярыша ала, тип иҫкә төшөрөп үтте.

Көн һайын негатив хәбәрҙәр  таратып, хәлде тотоҡһоҙландырырға тырышыусы чат-боттар килеп сығып тора.  “Был атакалар тураһында халыҡҡа еткереү киң мәғлүмәт саралары иңенә лә төшә. Был ҙур һәм бик етди берлектәге эшебеҙ булып тора. Хатта МХО тамамланғандан һуң да Рәсәйгә ҡарата мәғлүмәт һуғышы туҡтамаясаҡ әле. Беҙгә  рәсәйҙәрҙең аҡылы һәм йөрәге өсөн оҙаҡ көрәшергә тура киләсәк, айырыуса йәштәрҙең. Бына нимәгә барыбыҙға ла әҙер булырға кәрәк беҙгә”, - тип билдәләне БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.

БР Матбуғат агентлығы һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе Максим Ульчев үҙ йәһәтендә үткән йыл тармаҡ өсөн ауыр саҡырыуҙар менән айырылып тороуы, яуаплы һәм көсөргәнешле эш талап итеүе тураһында һүҙ йөрөттө.

 “Беҙ федераль, халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғаларҙы яҡтырттыҡ, кибермутлашыуға ҡаршы тороу, фейкньюс, терроризм и экстремизм  менән көрәш темалары менән эшләнек. Һис һүҙһеҙ, ил өсөн төп тема  булған  МХО темаһы беҙҙең медиаберләшмә өсөн дә төп һәм мөһим тема булып ҡалды. Ул беҙҙең контентта ла, беҙҙең ғәмәлдәребеҙҙә лә ныҡлы сағылыш тапты. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә юғалтыуҙар ҙа булды: үҙ теләге менән Тыуған илде яҡларға киткән коллегебыҙ,  Бөрө районының “Победа” гәзите мөхәррире  Винер Йыһаншин хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Беҙ уны шәп журналист, етәксе, батыр яугир, тыуған иленең ысын патриоты булараҡ, һәр саҡ иҫтә тотасаҡбыҙ, - тине Максим Ульчев һәм сарала ҡатнашыусыларҙы колегаларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы.

Үткән йылда республиканың киң мәғлүмәт сараларында МХО темаһына көн һайын 115-тән ашыу  материал баҫылып барҙы. Яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре  тураһында  40 меңдән ашыу баҫма донъя күрҙе, 1800-ҙән ашыу сюжет  радио аша яңғыраны, тине ул башҡарылған эштәрҙе барлап. Журналистар алғы һыҙыҡтағы хәлдәр, яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр тураһында хәбәр итеүен дауам итә. Ә инде махсус хәрби операция барған ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы темаһы айырыуса киҫкен яңғырай. Юбилей һуғыш тураһында дөрөҫлөктө һаҡларға, уның тураһында хәтерҙе йәнләндерергә, был байрам менән бәйле традицияларҙы һаҡларға һәм үҫеп килгән йәш быуынға тапшырырға мөмкинлек бирәсәк.

Ведомство етәксеһе  ағымдағы йылға иң мөһим бурыстарҙан радикаль һәм деструктив процестарға мәғлүмәт ҡаршылығын, дөрөҫ булмаған һәм ялған хәбәрҙәрҙе фашлауҙы атаны. Бынан тыш, алдағы өс йылда Матбуғат йортон реконструкциялап, заманса медиаүҙәккә әйләдеререү буйынса  эштәр билдәләнде. Март аҙағында проект әҙер буласаҡ, был инде финанслауға сығыуҙы аңлата. Параллель рәүештә тармаҡты техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, автопаркты яңыртыу буйынса эш алып барыу планлаштырыла. Тик был эштәр  күп ресурстар талап иткән мәсьәлә булғанлыҡтан, этаплап хәл ителәсәк, тип аңлатты Максим Ульчев.

Сарала бүләкләнеүселәр араһында үткән йыл йомғаҡтары буйынса иң әүҙем эшләгән почтальондар ҙа бар ине.

БР Матбуғат агентлығы һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе уларға ведомствоның рәхмәт хаттарын тапшырҙы  һәм үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 13 йәшендә почтальон булып эшләүҙән башлауы тураһында һөйләне. Был хәл Әлшәй районының Раевка ауылында була, ул саҡта йәш почтальонға  алты урамды хеҙмәтләндерергә тура килә.  Көнө буйы эшләп арып ҡайтҡан малай иртәнгә хәтле йоҡлай, иртән тороуға ҡарт өләсәһе көскә уятып тағы эшкә күндерә торған булған.

 “Беҙ һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе баһалайбыҙ һәм һеҙгә Рәсәй почтаһынан күберәк ярҙам һәм лайыҡлы эш хаҡы алыуығыҙҙы теләйбеҙ, - тине дәррәү алҡыштар аҫтында Максим Ульчев.

Шулай уҡ,  “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң  генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев та почта хеҙмәткәрҙәре темаһына ҡағылды. Баҫмаларҙы яҙылыусыларға еткереүҙә ҙур һәм ауыр хәл ителә торған  проблема бар, тип билдәләне ул.

“Үкенескә ҡаршы, һуңғы өс йылда күп кенә почта элемтәһе бүлексәләре ябылды, почтальондар етмәй. был хәл тираждарҙың кәмеүенә лә йоғонто яһай.

Почта ташыу булмау сәбәпле, республиканың күп кенә тораҡ пункттарында йәшәүселәр ваҡытлы баҫмалар алыу мөмкинлегенән мәхрүм. Беҙ мөмкин булған юлдарҙы эҙләйбеҙ, үҙебеҙҙең курьерҙар менән эшләйбеҙ. Мәҫәлән, Күгәрсен районында почта элемтәһе бүлексәһе ябылған йәки почтальон булмаған урындарҙа гәзиткә яҙылыусыларға гәзиттәрҙе таратыу системаһы булдырыу буйынса эксперименталь эш алып барыла, - тип проблема менән уртаҡлашты Рәсүл Сәфәрғәлиев.

Материалды Роза САФИНА әҙерләне.

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: