Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 08:05

“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”

 – ти улын МХО-ла юғалтҡан троллейбус водителе Зилә ВӘЛИТОВА.    “Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла!” – телгә оҫта, һәр һүҙҙе тәмләп кенә һөйләгән Зилә ханым туҡталыштарҙы иғлан итеп барыуын ул йылдарҙа халыҡ бик яратып ҡабул итә.     “Бала саҡтан комбайнер йә тракторислыҡҡа уҡырға тип хыялландым. Унынсыны бөткәс, тракторсы-машинист һөнәренә уҡырға барам тигән теләгемде әйткәйнем, атай-әсәйем “ирҙәр эше” тип, ризалыҡ бирмәне”. Әлеге мәҡәләбеҙ – сирек быуаттан ашыу яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөнгәсә дәртләнеп эшләп йөрөгән Зилә Миңнулла ҡыҙы ВӘЛИТОВА тураһында.  

“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”

“Мин ҡаҡҡан ҡаҙаҡтарҙы бер ир ҙә һурып ала алмай”

Һәр эшкә етеҙ, тырыш ҡыҙ мәктәптә лә яҡшы уҡый. Уҡытыусы булыу теләге лә була унда. Тик мәктәпте бөткәнсе ауылдан сыҡмаған ҡыҙ, русса яҡшы белмәйем тип икеләнә. Ул заманда бөтә фәндәрҙе лә тик башҡорт телендә генә уҡытыу сәбәпле, юғары уҡыу йортона инергә ҡамасаулыҡ итер тип борсола. – Һигеҙенсе класты бөткәндән һуң йәйге каникул ваҡытында өсәр ай колхозда һауынсы булып эшләй инек, ырҙында иген елгәрҙек, – тип йәшлек хәтирәләренә бирелә әңгәмәсем.

– Тормошҡа сыҡҡас ауылда йәшәнек. Ҡәйнә менән торҙом. Бер ҡасан да һүҙгә килешмәнек. Сөгөлдөрөн дә утаным, Еҙем йылғаһынан көйәнтәләп һыуын да ташыным. Урманын да ҡырҡтым, утынын да ярҙым, быстым да. Мин ҡаҡҡан ҡаҙаҡтарҙы бер ир ҙә һурып ала алмай, – тип ғәжәп итте ҡарар күҙгә сибек кенә, нәзәкәтле ҡатын. Тик күптән йөрәкте биләп алған хыялды тыйып-туҡтатып буламы һуң инде! Күңел һаман шул техникаға әйҙәп, ашҡынып тик тора.

Егерме өс йәштә Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының “Колхоз баҙары” туҡталышындағы Диспетчер идаралығы алдына бара ла сәғәттәр буйы троллейбустар пассажирҙарҙы ташығанына һоҡланып ҡарап тора. Руль артында ҡатын-ҡыҙҙар нисек эшләгәнен күреп, “тимәк, мин дә булдыра алам” тип, үҙенә маҡсат ҡуя Ғафури районы Йөҙимән ауылы ҡыҙы. 1985 йылда троллейбус йөрөтөргә уҡып сыға һәм ул яңылышмай – бына хәҙер сирек быуаттан ашыу инде ул яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөнгәсә дәртләнеп эшләп йөрөй.

 11 айлыҡ улын ҡалдырып рейсҡа сыға ...

1991 йылда икенсе бала менән декрет ялында оҙаҡ ултырырға тура килмәй Зиләгә. Нишләһен инде, ике баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Аҡса етмәү сәбәпле, ваҡытынан алда эшкә сығырға тура килә – ун бер айлыҡ ҡына улына бала ҡараусы яллап, йәнә троллейбус йөрөтөргә эшкә сыға.

Стәрлетамаҡтағы 1-се депола егерме йыл самаһы эшләгәндән һуң, яҙмыш уны Өфөгә алып китә. Унда биш йыл троллейбус йөрөтөп, пенсияға шунан сыға. 2009 йылда пенсияға сыҡҡас, тағы ун биш йыл ауылда йәшәп ала. Ауыл балаһы ҡайҙа йәшәһә лә юғалып ҡалмай. Әлшәй районында тормош иптәшенең тыуған ауылына ҡайтып, шәхси хужалыҡ эшенә тотоналар. Икеһе лә егәрле, икеһе лә иртә торғас, эштәре лә тиҙ яйға һалына.

– Ике йөҙләгән тауыҡ, ҡаҙ тотоп, тиҫтәләгән кәзә, һыйыр аҫрап, гөрләтеп донъя көттөк. Раевка баҙарына алып барып һата инек, – тип хәтерләй ғүмеренең матур бер миҙгелен яҡты иҫтәлек итеп Зилә ханым. Эшһөйәр кеше ҡайһы эшкә тотонһа ла, эштәре көйлө бара. Әммә троллейбусты онота алмай “троллейбус сире ҡағылған” ханым, төн йоҡоларынан яҙып уйланып сыға. “Ҡалаға килгән һайын күңелде йыуатыр өсөн троллейбусҡа ултырып, ҡаланы бер урап ҡайтып китә инем ауылға, – тип иҫләй үҙе хәҙер.

Яҙмыш гел генә һин теләгәнсә булмай шул. Ире ҡаты ауырыуҙан мәрхүм булғас, яңынан Стәрлетамаҡҡа әйләнеп ҡайтырға тура килә. Пассажирҙар ҙа, элек бергә эшләгән коллегалары ла онотмағандар икән. “Зилә, һин бит троллейбус йөрөтөргә яратаһың, яңынан беҙгә кил”, тип саҡырып, күңелемде күтәреп ебәрҙеләр, – ти ул.

Эштән йыуаныс таба

Эйе, Зилә ханымдың тормошо бормалы-бормалы, яҙмышы ла ябай түгел уның... Кесе улы Руслан Кәрим улы Вәлитов 2023 йылдың июль айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Алғы һыҙыҡҡа эләгә. Әйткәндәй, Руслан армияла сағында Дағстанда сапер булып хеҙмәт иткән. Утыҙ өс йәше лә тулмаған типһә тимер өҙөрҙәй егет Луганск Республикаһында дрондар һөжүменә эләгеп һәләк була... Сентябрь айында уҡ һәләк булһа ла, үлем хәбәре 25 октябрҙә генә ишетелә. Ошо ваҡыт арауығын әсә йөрәге нисек кисергәндер – Хоҙай үҙе генә белә. Нишләйһең инде, тормош дауам итә. Бәпләп кенә үҫтергән ғәзиз ул ғынаһының үлем хәбәрен алғас, ныҡ булырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша ғорур йөрәкле ҡатын. Уңалмаҫлыҡ йөрәк яраларын баҫыр өсөн эштән йыуаныс табырға тырыша.

Бала саҡтан иртә тороп, өйҙәгеләр йоҡонан уянғансы иртүк тороп тауыҡтарҙы ашатырға ғәҙәтләнгән ҡыҙға таң һарыһынан эшкә йөрөү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ килтермәй. Һәр таң һайын дәртләнеп эшкә ашыға.

 “Йәш бара, әммә әлегә эшләргә иҫәп бар. Эш кешене ҡанатландыра. Әлхәмдүлилләһ шөкөр, бер ҡасан да аварияға эләгеү осрағы булманы. Ун биш килонан ауыр штангалар (ток үткәргестәр) менән троллейбус түбәһенә менеп китеү өсөн ныҡлы көс тә, етеҙлек тә, таһыллыҡ та кәрәк”, – ти идаралыҡта йәше буйынса иң өлкән троллейбус йөрөтөүсе.

– Аллаһы Тәғәлә күпме көс бирә, шунса эшләргә иҫәбем бар. Кемдер ауырып китһә, көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, ял тип, шәхси ваҡытым менән иҫәпләшеп тормайым, эшкә сығырға тип һораһалар, бер ҡасан да кире ҡаҡмайым, шунда уҡ сығам. Үҙемә тәғәйен беркетелгән троллейбусым бар – 2328 һанлы. Ул – минең ҡараусым, ашатыусым, йәшәтеүсем, – ти ул оло һөйөү менән. – Әле эшләмәгән булһам, нәмә менән шөғөлләнгән булыр инем, уйымдағы һағыштарҙы ла нисек таратыр инем икән – күҙ алдыма килтереүе лә ҡыйын.

Руслан улын ерләгәндән һуң ҡайғылы сағында хәленә инә белгәндәре өсөн Троллейбус идаралығы етәкселегенә рәхмәтле Зилә Миңнулла ҡыҙы. Ҡулына эш бармай, үҙенә урын таба алмай йөрөгән мәлендә бер айға отпускыға ла ебәргәндәр, башҡа төр ярҙамдан да өҙмәй идаралыҡ етәкселеге. Ғөмүмән, әйтергә кәрәк, бында кешенең хәленә инәләр, хеҙмәт кешеһенең ҡәҙерен беләләр.

 Ошондай тетрәндергес ҡайғы кисергәндән һуң да йәштәр ыңғайына яуаплы эштә эшләп йөрөүе үҙе батырлыҡ! Бына шулай, тормоштоң һәр миҙгеленән йәм табып, яҙмышына зарланмай йәшәй белә гүзәл Әсә, көслө рухлы ҡатын. Киләсәктә лә шулай була ғына күрһен, иншалла!

 

Һүрәттә: Руслан (битлек кеймәгәне) Луганскиҙа хеҙмәттәше Самат исемле егет менән. “Минең әсәйем Зилә, һинеке Тәнзилә. Берәй хәл була ҡалһа, мәңгелеккә туғандар булып ҡалайыҡ”, тип һүҙ ҡуйыша улар. Шул егет Стәрлетамаҡҡа килеп Зилә Миңнулла ҡыҙына күптән түгел сәскәләр бүләк итеп, улы менән бергә булған мәлдәрҙе хәтерләп, саҡ ҡына булһа ла әсә һағышын баҫып киткән.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

Шулай уҡ фото ғаилә архивынан да алынды.

“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
“ҺАҒЫШЫМДЫ ЮЛДАРҘА БАҪАМ...”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: