Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт изгелек, наҙ һәм һөйкөмлөлөк символы булған. Һеҙ – ғаилә усағын һаҡлаусылар, ғәзиз әсәләр һәм һәр өлкәлә лә талантлы белгестәр. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ, һәр эшкә яуаплы ҡарауығыҙ һәм профессионализмығыҙ барыһы өсөн дә өлгө булып тора. Һеҙ – ғәжәп энергия һәм эске көс сығанағы. Беҙ һеҙҙең хәстәрлегегеҙҙе ихлас баһалайбыҙ, һеҙҙең матурлығығыҙ һәм аҡыллылығығыҙ менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ.
Һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың һөйөүенә һәм иғтибарына сорналып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әйҙә! Һәр көнөгөҙ шатлыҡ, гармония һәм яңы мөмкинлектәр менән тулы булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле тормош һәм яҙғы кәйеф теләйем! Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ!
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.