Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 11:35

Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.

Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле, әгәр бер генә көн урамдар йыйыштырылмай ҡалһа... ҡалабыҙ ниндәй ҡотһоҙ булыр ине! Ә беҙҙең Стәрлетамағыбыҙ таҙалығы, уңайлылығы менән күптәрҙе хайран итеп, үҙенә тартып тора. Ошо матурлыҡ артында кемдәрҙең хеҙмәте ята икән – бөгөн ошо хаҡта бер аҙ һүҙ йөрөтмәксе булдыҡ. Йәғни, һүҙебеҙ – ошо бик яуаплы, тынғыһыҙ һәм кәрәкле эштә – ҡалабыҙҙы таҙа тотоу, йыйыштырыу эшендә ең һыҙғанып эшләүсе ҡыҙҙар тураһында.

Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.
Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.

– Элеватор урамынан алып тотош Көнбайыш биҫтәһенә тиклемге ерҙәр өсөн Стәрлетамаҡ “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы яуаплы. Һеҙ яҙасаҡ ҡыҙҙар ошо ойошмаға ҡараған 3-сө участкала эшләй. Ә был участкаға 15 биләмә ҡарай – унда парктар, скверҙар, аллеялар, бульварҙар, йәйәү йөрөү зоналары инә, – тип таныштыра эш нескәлектәре менән 3-сө участка начальнигы Гөлсәсәк Буранғолова.

 Уларҙың ҡарамағындағы биләмәләр ҙур булһа ла, эшсе ҡулдар етешмәү сәбәпле, 17 генә кеше хеҙмәтләндерә. Башлыса, ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Ҡыҙҙар эшкә бик яуаплы ҡарай. Һәр кемдең үҙенең айырым участкаһы бар.

– Ҡыҙҙарҙың эш ваҡыттары иртәнге сәғәт етенән башлана, көндөҙгө сәғәт дүрткә тиклем эшләйҙәр. Аҙнаһына алты көн етешәр сәғәтлек эш көнө. Ял тип, байрам тип, буран тип, өҫтән яуып тора тип тормайҙар – ең һыҙғанып эшләйҙәр. Мәҫәлән, Ҡала көнө, Еңеү байрамы кеүек мөһим байрамдарға әҙерләнгән көндәрҙә эштән һуң ҡалып эшләйҙәр. Ҡар көрәү, сүп-сар йыйыуҙан тыш, эскәмйәләрҙе, тротуарҙарҙы йыйыштыралар. Юлдар тайғаҡланғанда ҡом һибәләр. Шәмбе, йәкшәмбе алмашлап эшләйҙәр, – ти Гөлсәсәк Шәрәфетдин ҡыҙы.

Резида Яковлева (1-се һүрәттә), мәҫәлән, ҡала хакимиәте алдындағы һәм “Сити Молл” ҡаршыһындағы сквер биләмәһен йыйыштыра. Бынан тыш, ул Коммунистик урамындағы бульварҙа ла ярҙам итешергә өлгөрә. “Һөнәрем буйынса һатыусы булһам да, әлеге эшемде бик яратам. Бында хәҙер ун йылдан ашыу эшләйем. Коллектив татыу, берҙәм”, – ти ул ихлас йылмайып. Резида үҙе Ғафури районы Игенйылға ауылы ҡыҙы. Иптәше Михаил менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Светлананың өс балаһы, улдары Вәсилдең ике балаһы бар. Бына шулай маҡтаулы эшсе генә түгел, бәхетле ҡатын да, әсәй ҙә, өләсәй ҙә ул.

Беҙгә көләс йылмайып ҡарап торған ханым – Клара Йосопова  (2-се фото) бына утыҙ йылдан ашыу инде ошо өлкәлә ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Ул үҙе Ауырғазы районы Яңы Юлдаш ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, аппаратсы һөнәрен үҙләштергән. Бына хәҙер ун биш йыл инде “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы туҡталышы артындағы “Әсә скверы” биләмәһендә юл эшсеһе булып эшләй. Уға тиклем егерме йыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә (15-се торлаҡ-файҙаланыу идаралығында) хеҙмәт иткән.

 Клара ханым ҡыҙы Лилиәнең ике балаһына яратҡан өләсәй ҙә. – Эшләйбеҙ әле! – ти ҡыҙҙар бер тауыштан. – Эшебеҙҙе яратабыҙ, эш урынында хөрмәт итеп торалар. Иҫәнлек-һаулыҡ ҡына булһын да, донъялар тыныс торһон, тигән теләктә улар.

Ябай, әммә бик кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар! Бына шундай бит ул гүзәл заттарыбыҙ! “Ир-егеттәр эше” тип тормай, бер эштән дә ҡурҡмай. Үҙҙәре лә матур, һөйкөмлө, ҡалабыҙ ҡупшы, күркәм булһын тип тә тырышалар! Бына ни өсөн матур икән беҙҙең Стәрлебеҙ!

Роза САФИНА.

 Гөлсәсәк ШӘРӘФЕТДИНОВА фотолары.

Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.
Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.
Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.
Стәрле ҡалаһы ни өсөн матур?!.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: