Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 18:00

Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләне һәм тейешле указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе.

Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды
Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

– Беҙ иҡтисад үҫешен фән ҡаҙаныштары менән тәрәнерәк берләштереү тураһында әйтә килдек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. –  Беҙгә шуның өсөн яуаплы булған үҙаллы орган кәрәк. Республикала Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитетын ойоштороу төбәктең фәнни-мәғариф потенциалын нығытыу буйынса системалы эштең логик этабы. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып стипендия программалары, грант конкурстары һәм заманса кампустар булдырыу аша йәш ғалимдарға ярҙам итеү тора. 

"Приоритет-2030" кеүек федераль проекттарға интеграция бюджеттан тыш финанслау йәлеп итергә һәм төбәк-ара кимәлдә тикшеренеү коллаборацияларын булдырырға мөмкинлек бирә. 15 мартта, мәҫәлән, беҙҙең 3 юғары уҡыу йорттарының “Приоритет-2030” программаһына заявкаһын яҡлау була.

Шулай уҡ, кампустың икенсе сираты төҙөлә. Евразия ғилми-етештереү үҙәге әүҙем эшләй.

 Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты юғары уҡыу йорттары, ғилми тикшеренеү институттары һәм сәнәғәт предприятиелары менән өс яҡлы килешеүҙәр төҙөү платформаһы булараҡ эшләйәсәк.

 

Автор:
Читайте нас: