Унда ҙур патриотик күргәҙмә ойошторолдо, Стәрлетамаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан һәм “Ҡара генерал” эҙәрмәндәр отрядынан Бөйөк Ватан һуғышы осоро экспонаттары күрһәтелде. Күргәҙмәлә ҡунаҡтар “ZOV сердца”, “Рәсәйҙең еңеүенә бергә”, “Еңеү ирекмәндәре” ирекле ойошмаларының эше, шулай уҡ уҡыу һәм медицина учреждениелары эшмәкәрлеге менән таныша алды. Фойела “Герой әсәһе. Герой ҡатыны” һәм “Таҫма артында” проекттары сиктәрендә эштәр тәҡдим ителде.
Шулай уҡ Рәсәйҙе һаҡлаусыларға арналған “Ватан тураһында! Батырлыҡ тураһында! Намыҫ тураһында!” тип аталған Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йыр фестивале үтте. Унда Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары: “Контингент” (Ырымбур ҡалаһы), “Каскад” (Ярославль ҡалаһы), “Десант туғанлығы” (Ульяновск ҡалаһы), “Трассера” (Смоленск ҡалаһы), “Зәңгәр береттар” (Мәскәү ҡалаһы) төркөмдәре, шулай уҡ Владимир Макаров (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Владимир Мазур (Мәскәү ҡалаһы) һәм Виктор Третьяков (Мәскәү ҡалаһы) кеүек һәүәҫкәр башҡарыусылар сыҡты.
Фестиваль Владимир Мазурҙың “Стәрлетамаҡ дуҫтарын йыя” йыры менән асылды. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов тамашасыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы Стәрлетамаҡ өсөн айырыуса мөһим. Беҙ яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ һәм һәр ваҡыт эргәбеҙҙә булмағандарҙы иҫкә алабыҙ. Фестиваль тураһында һөйләгәндә, Стәрлетамаҡта хәрби-патриотик йыр традициялары көслө, һәм был да яугирҙарыбыҙға ярҙам итә. Быйылғы йыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү менән тап килгәнлектән дә символик булып ҡала, – тине Эмиль Владиславович.
Концерт барышында бурыс, туғанлыҡ һәм Ватанға хеҙмәт итеү тураһында йырҙар яңғыраны. Сарала ҡатнашыусылар локаль конфликттарҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды. “Рәсәй Афғанстан ветерандары Союзы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Стәрлетамаҡ ҡала бүлексәһе рәйесе Сергей Геннадьевич Пахомовты, Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы “Набат” йәмәғәт ойошмаһының элекке рәйесе Александр Анатольевич Подобныйҙы иҫкә төшөрҙөләр. 2016-2021 йылдарҙа Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Иванович Куликовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Ул Стәрлетамаҡта йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙе үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарҙы.
Хәрби-патриотик йыр фестиваленең һуңғы өлөшөндә күптәргә таныш “Зәңгәр береттар” башҡарыуында “Синева” йыры яңғыраны, уны тамашасылар тамашаның, йылдың, тормошобоҙҙоң бер символы итеп ҡабул итте... Тормош дауам итә, Еңеү килер!
Гүзәл РӘМИЕВА.
Фотолар ҡала матбуғат хеҙмәте сығанаҡтарынан алынды.