Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 11:00

Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә

Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов  Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән бер  килгәнендә, Үҙәк ҡала баҙары сауҙа комплексында булып,  “Бергәләп Рәсәйҙең еңеүенә” ирекмәндәр командаһы менән осрашҡайны.

Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел,  тиһәләр ҙә
Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә

Унда Динар Заһит улы  волонтерҙарҙың маскировкалау селтәрҙәре үреү һәм башҡа төрлө эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң олоһон күргәс, янына барып һөйләшеп тә алды. Тыйнаҡ ҡына, әммә үҙ эшен бик тырышып башҡарған Зәкирә апай Бикмәтова  был көтөлмәгән хәлдән башта  бер аҙ баҙап ҡалһа ла, тиҙ генә яуабын да  бирә һалды.

Депутат ҡулынан Рәхмәт хатын алғас, нисек шатланғанын күрһәгеҙ икән апайыбыҙҙың!  “Өйҙә тик ятҡансы, бында, исмаһам, аҙ ғына булһа ла һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә теләйем. Яу яланында бик кәрәк нәмә ул  селтәр”, - ти 87 йәшлек ағинәй.    

Еңеүҙе яҡынайтыуға лайыҡлы өлөш индергәнең өсөн рәхмәт, хөрмәтле Зәкирә апай!

Артабан да әлегеләй дәртләнеп,  илгә файҙалы кеше булыуҙан көс-дәрт алып,  йәштәргә өлгө булып йәшә лә йәшә әйҙә!

Роза САФИНА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел,  тиһәләр ҙә
Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: