Байрам Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды. Сарала Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары (етәксеһе Гүзәл Шәмиғолова), 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары (етәксеһе Мәүлиҙә Моратова), “Хазина” фольклор клубы ағзалары, “Ағинәйҙәр” йәмғиәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм шағирәләр ҡатнашты.
Барыһын да Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Зөлфиә Абдулхай ҡыҙы Йәғәфәрова һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина сәләмләне һәм “Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар – Гөлшат Мансурова, Мәүлиҙә Моратова һәм Рәмилә Нәжметдинованы дипломдар менән бүләкләнеләр.
Мостафиндар ғаиләһе байрамдың абруйлы ҡунағы булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәмил Рәжәп улы менән Эльвира Хәлит ҡыҙы 26 йыл бергә йәшәй һәм өс бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы “Сода” йәмғиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ә Эльвира Хәлит ҡыҙы – 37-се балалар баҡсаһы мөдире.
– Ғаилә тормошо – ул хеҙмәт. Минең ғаиләм – йорт, балалар, ир, ата-әсә, яҡын туғандар. Был мөхәббәт һәм хәстәрлек, хеҙмәт һәм шатлыҡ, бәхетһеҙлек һәм ҡайғы, ғәҙәт һәм йолалар, – тип үҙ фекере менән бүлеште Эльвира Хәлит ҡыҙы.
– Бәхет – бер-береңде аңлап йәшәүҙә! – тине Рәмил Рәжәп улы ла. Ысынлап та, уларҙың бер-береһен ҡәҙерләп йәшәүҙәре күренеп тора.
Артабан сарала ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм яҡындары тураһында һағынып һөйләнеләр. Беҙ барыбыҙ ҙа улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ һәм барыһының да тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Сараның икенсе өлөшө шиғриәткә арналды. Мөхәббәт, ғаилә хаҡында ҡалабыҙҙың һүҙ оҫталары: Өфө фән һәм технологиялар университетынан килгән филолология фәндәре кандидаты, шағирә Рита Фәтҡуллина, Стәрлетамаҡтың яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, шағирә Римма Ғәлимова, йәш шағирә Диана Мырҙағәлина яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Сара барышында ҡалған сығыш яһаусылар ҙа шағирҙарҙың Бөйөк Ватан һуғышына, Еңеүгә арналған шиғырҙары уҡып ишеттерҙеләр, шулай уҡ фронтовик яҙыусыларҙың әҫәрҙәре иҫкә алдылар. Артабан 11-се мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Ислам Шәйәхмәтовтың бейеүе, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары: Алтынай Ғәлимова, Азалия Сафина, Мәҙинә Шәрипованың сығыштары, 5-се балалар баҡсаһы педагогы Әлфирә Мәхмүтова уҡып ишеттергән шиғыр, “Умка” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Гөлназ Вәлиеваның матур йырҙары, “Аҫылташ” шиғриәт һөйөүселәр клубы вәкилдәре – Хәлиҙә Абдрахманова һәм Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Шәмиғоловалар биҙәне. Аҙаҡтан сарала әүҙем ҡатнашыусыларға Үҙәкләштерелгән китапхана системаһынан дипломдар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Сараны китапхана-үҙәк мөдире Гүзәл Ишбулдина ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы.
Был байрам барыһының да күңелендә матур сара булып ҡына түгел, ә ғаилә ҡиммәтәрен тағы бер ҡабат нығытып ҡуйыусы күренеш тә булды!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолары китапхана сайтынан алынды.