Эмиль Владиславович хеҙмәт алдынғыларына ҡотлау һүҙҙәре менән өндәшеп, ҡалабыҙҙа таҙалыҡ һәм уңайлыҡ булдырғандары өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм һөнәри уңыштар теләне.
– Көн һайын һеҙ ҡала урамдарын, парктарҙы, скверҙарҙы тәртипкә килтерәһегеҙ, ихаталарҙы, подъездарҙы таҙалыҡта тотаһығыҙ, ҡалабыҙ матур, төҙөк, йәшел булһын тип тырышаһығыҙ, - тип өндәште хеҙмәт алдынғыларына ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала етәксеһе. – Күп нәмә бында һеҙҙең һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙгә һәм энтузиазмығыҙға, үҙ эшегеҙҙе яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ эшләү теләгенә бәйле. Был өлкәләге эш махсус һәнәри белем генә түгел, ә иһә яуаплылыҡ, кешеләр менән аралаша белеү һәләте кеүек сифаттарҙы ла талап итә. Һеҙ социаль микроклимат булдыраһығыҙ, тип әйтергә лә була, - тип билдәләне Эмиль Владиславович.
Был юлы ҡала хакимиәте һәм ҡала Советының рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары менән коммуналь хеҙмәттәр һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, идарасы компанияларҙа эшләүсе 21 хеҙмәткәр бүләкләнде.
Роза САФИНА.
Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.