Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр–концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры актрисаһы Әлиә Зарипова ла бар. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Әлиә Ғиндулла ҡыҙының репертуары бик бай. Стәрлетамаҡ драма театрында эшләгән йылдарында ул бик күп сағыу ролдәр тыуҙырҙы, утыҙға яҡын образ һынландырҙы. Спектаклдәрҙә, әкиәттәрҙә уйнау менән бергә, ул кино артисы булараҡ та үҙен һынап ҡараны. мәҫәлән, режиссер Р. Шәйхетдиновтың “Етем” ҡыҫҡа метражлы фильмында ла уңышлы уйнаны.
Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән артисткаға киләсәктә ҙур уңыштар юлдаш булһын! Тамашасыны яңынан-яңы образдары менән һөйөндөрөп, илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ!
Роза САФИНА.
Фото актрисаның шәхси архивынан алынды.