Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Март 2025, 05:18

ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…

Зөфәр Зиннәтулин: – Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хеҙмәткәрҙәр етәкселәр менән килешеп эш итеүе арҡаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының бөтә мәҙәниәт учреждениелары 2024 йылды уңышлы тамамланы. Бөгөнгө көндә ҡаланың муниципаль һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны 700-ҙән ашыу кеше тәшкил итә. Өс йыл эсендә бөтә мәҙәниәт учреждениеларында ла эш хаҡының һиҙелерлек артыуы күҙәтелә...

ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…

Мәҙәниәт һәм сәнғәт халыҡтарҙың мәҙәни һәм тарихи хәтерен һаҡлауҙа мөһим факторҙар булып тора. Улар кешеләргә үткәндәр менән бәйләнеште һаҡларға һәм мәҙәни мираҫ нигеҙендә үҙ үҙенсәлектәрен аңларға ярҙам итә. Был мәҡәләлә беҙ Стәрлетамаҡ  мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһендәге 2024 йыл йомғаҡтары һәм 2025 йылға ҡуйылған бурыстары тураһында һөйләрбеҙ.

Кәңәшмә эшендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина,  Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының реском рәйесе Александр Кузьменко, Республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев, ҡаланың мәҙәниәт өлкәһе һәм мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Эмиль Шәймәрҙәнов:

– Стәрлетамаҡ – Башҡортостан көньяғының мәҙәни баш ҡалаһы, һәм мәҙәниәт учреждениеларыбыҙ йылдан-йыл Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүҙәре, яңы проекттары менән быны раҫлай. Беҙҙең театрҙар, музейҙар, картиналар галереяһы, китапхана, мәҙәниәт һарайы сағыу постановкалары, ҡыҙыҡлы экспозициялары, уникаль проекттары арҡаһында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади коллективтар ҡала тормошонда ҡатнашыуығыҙ, хеҙмәтегеҙ, оҫталығығыҙ һәм талантығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Һеҙҙең тырышлығығыҙ ярҙамында беҙҙең ҡалала “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале, Еңеү көнө, Ҡала көнө һәм башҡа бик күп бренд саралары сағыу үтә. Әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Улар башлыса матди-техник базаны яңыртыу, учреждениеларға капиталь ремонт үткәреү менән бәйле. Мәҙәниәт учреждениеларына грант конкурстарында әүҙемерәк ҡатнашырға кәңәш итер инем. 2025 йылға ҙур маҡсаттар ҡуйыуығыҙҙы һәм уларҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Барығыҙға ла һөҙөмтәле эш, уңыштар һәм илһам теләйем.

Наталья Лапшина:

– “Сауҙагәр 2.0” төп бренд ваҡиғаһын юғары сифат менән үткәргәне өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһына рәхмәт белдерәм. Һуңғы йылдарҙа уның күләме арта һәм был ҡаланың төп имидж сараһы булып тора.

Бөгөнгө көндә барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – махсус хәрби операцияла еңеү, унда ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Белем биреү учреждениеларында ла балаларҙың ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуы, хаттар яҙыуы, открыткалар, һүрәттәр ебәреүе бик мөһим. Бындай үҙәктәр китапханаларҙа ла, музейҙарҙа ла булырға тейеш. Быны хупларға кәрәк.

Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә милли проекттар ҙур ярҙам итә. “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһен капиталь ремонтлауға федераль финанслау алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Быйыл ул 26 миллион һумға ремонтланасаҡ. Беҙ ҡала мәҙәниәт һарайын капиталь ремонтлау тураһында ла онотмайбыҙ.

Ҡәҙерле хеҙмәттәштәрем, һеҙ бер ҡалала, бер дәүләт һәм муниципаль экосистемала дөйөм команда булып бергә эшләйһегеҙ. Ошондай яйға һалынған эшегеҙ өсөн тағы бер тапҡыр һеҙгә рәхмәт белдерәм.

Зөфәр Зиннәтулин (Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы):

– Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хеҙмәткәрҙәр етәкселәр менән килешеп эш итеүе арҡаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының бөтә мәҙәниәт учреждениелары 2024 йылды уңышлы тамамланы. Бөгөнгө көндә ҡаланың муниципаль һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны 700-ҙән ашыу кеше тәшкил итә. Өс йыл эсендә бөтә мәҙәниәт учреждениеларында ла эш хаҡының һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Эш хаҡы кимәле күрһәткестәренең әһәмиәте республика кимәленә ҡарата өлгәшелде.

Ҡаланың китапхана, музейҙары һәм музыка мәктәптәре йыл дауамында дөйөм ҡала һәм республика сараларында, грант конкурстарында әүҙем ҡатнашты. Әлеге ваҡытта гранттар конкурсында ҡатнашыу перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Был йүнәлеш буйынса мәҙәниәт учреждениелары араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы нисәнсе йыл инде лидер булып тора. 2024 йылдың сентябрендә ҡала мөхитендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең хәүефһеҙлек тәртибе мәҙәниәтен тәрбиәләү буйынса 9-сы филиал китапханаһы базаһында “ЧиП” хәүефһеҙлек лабораторияһы, интерактив мәғрифәтселек майҙансығы асылды. Был проект “Стәрлетамаҡ – беҙҙең дөйөм йортобоҙ” Башҡортостан сода компанияһының грант конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә уңышлы тормошҡа ашырылды.

Рәсәйҙең һәр ҡалаһы картиналар галереяһы менән маҡтана алмай. Беҙҙең ҡалала Нестеров исемендәге музейҙың картиналар галереяһы филиалы уңышлы эшләй. Галереяла даими рәүештә үҫеп килгән быуынды ижади тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүсе саралар үткәрелә.

Ҡалала учреждениелар араһында Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы айырым урын биләй. Колледж бөтә республиканың мәҙәни-ял итеү учреждениелары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә мөһим роль уйнай. Ҡаланың бер генә сараһы ла тиерлек колледж уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашлығынан тыш үткәрелмәй. Бынан башҡа колледж эргәһендә заманса медиа ҡорамалдар менән йыһазландырылған креатив индустриялар мәктәбе эшләй. Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе үҙ эшен дауам итә, үҙенең ижадын ҡала һәм республика халҡы өсөн генә түгел, әүҙем гастролдәрҙә лә алып бара. Ул өсөнсө тапҡыр “Айырым ҡараш” күреү һәләте боҙолған кешеләргә ярҙам итеү программаһы сиктәрендә “Сәнғәт, фән һәм спорт” хәйриә фондының тифлокомментарий менән спектакль үткәреүгә грантын отто. 2024 йыл Рус драма театры өсөн дә уңышлы булды. Сәхнәлә ете яңы сағыу премьера барлыҡҡа килде. Театр Рәсәй ҡалалары һәм республикалары буйлап гастролдәргә сыға. Бынан тыш, “Гроза” спектакле алтын битлек премияһының 4 номинацияһында бүләкләнде.

Елена Калюжная (Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры)

– 2024 йыл ҡаланың китапхана системаһы өсөн ваҡиғалар һәм проекттарға тулы булды. Апрель айында беҙ президент мәҙәни башланғыстар фондының “Һәләк булған биттәр” грант проектын уңышлы тамамланыҡ. Унда 1000-дән ашыу бала ҡатнашты. Улар өсөн беҙ художестволы һүҙ һәм телмәр үҫтереү, актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр үткәрҙек. Проектта ҡатнашыусылар китапханалар ярҙамында интерактив композициялар һәм музей аудиоәкиәттәре ижад итте. Шул уҡ ваҡытта 9-сы филиалдың балалар китапханаһы базаһында хәүефһеҙлек лабораторияһын булдырыу уҙған йылдың ҙур һәм әһәмиәтле проекты булды. Былтыр беҙҙә 3-сө китапхана-филиал базаһында асылған "Урын генийы" (Гений места) таланттарҙы туплау нөктәһе әүҙем эшләй башланы. Был талантлы йәштәргә ярҙам итеү өсөн ижади индустрияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль проект. Йыл дауамында 36 төрлө ҡыҙыҡлы сара үткәрелде. Беҙҙең таланттар тупланған урында блогер һәм журналист Наталья Баранова, Стәрлетамаҡ яҙыусыһы Адель Кейн, тележурналист Алмаз Рәхимов, Башҡортостандың һанлы сәйәси атласы менән “Тыуған яҡ! проекттары авторҙары Әнүәр Байков һәм Мөнир Миңлебаев, рәссамдар, һөнәрселәр булды.

Беҙҙең китапхана системаһы конкурстарҙа, президент мәҙәни башланғыстар фонды гранттарында әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Былтыр 2 ғариза тапшырылды һәм уларҙың береһе еңеү яулап, фондтың грант ярҙамын алды. Йыл башынан уҡ был проектты тормошҡа ашыра башланыҡ. Беҙҙең "Еңеүгә 100 аҙым” патриотик марафоныбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Проект сиктәрендә өс конкурс ойошторабыҙ. Патриотик һүрәт, театр постановкалары һәм уҡыуҙар конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың ижады өсөн нигеҙ итеп Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙе һайларға тәҡдим ителә. Проект сиктәрендә бөтә китапханаларҙа ла патриотик саралар уҙғарыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында буктрейлерҙар һәм видеороликтар төшөрөләсәк. Бынан тыш, мәктәп уҡыусылары араһында интеллектуаль уйындар турниры ойоштороу планлаштырыла.

2025 йыл – беҙҙең китапхана системаһы өсөн юбилей йылы. Быйыл Стәрлетамаҡтың үҙәк китапхана системаһына 50 йыл тула. Киләһе йыл китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, уҡыусыларыбыҙ өсөн дә уңышлы һәм ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам.

Александр Кузьменко:

– Мәҙәниәт – ул сәйәсәт. Бөгөнгө көндә беҙҙең һәм йәмәғәт берләшмәләренең роле ни тиклем артыуын барыһы ла күрәлер, моғайын. Мәҙәниәт кешенең донъяға ҡарашын формалаштыра һәм уны теге йәки был идеологияға, тоғролоҡҡа йүнәлтә. Мәҙәниәттең сәйәси роле уның танып белеү функцияһын үтәүендә, башҡа халыҡ тураһында мәғлүмәт таратыуға булышлыҡ итеүендә һәм ил тураһында бөтөн күҙаллауҙы формалаштырыуҙа сағыла.  Шулай уҡ мәҙәни дипломатия төшөнсәһе лә бар, ул мәҙәни өлкәлә башҡа илдәр менән үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен дә аңлата.

Күптән түгел Республика мәҙәниәт колледжы Стәрлетамаҡ ҡына түгел, Бөтә Рәсәй КВН фестивалендә командаһы менән лайыҡлы сығыш яһаны. Ҡатнашыусыларға һәм шәхсән Павел Руденкоға ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының 2024 йылдағы эшенә йомғаҡ яһап, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Сарала ҡаланың мәҙәни тормошо күҙ алдына килтерелде. Ә бит ошо ҙур эш артында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көсө тора! Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле коллегалар!

Гүзәл РӘМИЕВА.

Автор һәм ҡала матбуғат хеҙмәте фотолары.

ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
ЙӘН ТӘРБИӘЛӘҮ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЛӘР…
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас