Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Март 2025, 14:35

Йылғалар ташыр мәл етте

Башҡортостан ғәҙәти булмаған ташҡынды нисек ҡаршыланы  һәм уның икенсе тулҡыны ниндәй буласаҡ?

Йылғалар ташыр мәл еттеЙылғалар ташыр мәл етте
Йылғалар ташыр мәл етте

Быйыл яҙ ғәҙәттәгенән бер айға иртәрәк килде. Марттың 16-һынан 19-на тиклем көндөр  ҡапыл йылытып ебәреү сәбәпле, Башҡортостанда күп кенә йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килде  һәм һыу ҡапыл күтәрелде. Шул арҡала күп кенә  ауылдарҙы һыу баҫты. Боҙ тығыны менән бәйле хәл хатта Өфөлә лә булды. Нисәмә тиҫтә йылдар эсендә беренсе тапҡыр  Ағиҙел йылғаһында Затон күперенән алыҫ түгел ерҙә боҙҙо шартлатырға тура килгән.

БР премьер-министры урынбаҫары  Ирек Сәғитовтың һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда, республиканың 25 муниципалитетында һыу баҫыуҙың 56 осрағы теркәлгән. 121 торлаҡ йортто, 341 йорт яны биләмәһен, 29 юл участкаһын һәм 5 тәпәш күперҙе  һыу баҫҡан. Архангел районындағы Аҙау ауылы ныҡ ҡына зыян күргән. Унда Инйәр йылғаһы ташып, 106 йорт һәм 129 йорт ҡураһы һыу аҫтында ҡалған. Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ҡотҡарыусылар 166 кешене эвакуациялаған, шул иҫәптән  38 баланы. Һыу ҡайта башлау менән халыҡ яйлап үҙ йорттарына ҡайта алған.

Башҡортостанда Инйәр, Еҙем, Йүрүҙән кеүек бик күп тау йылғалары бар. Улар бер нисә минут эсендә ҡапыл ғына ташып китеүе ихтимал.

Килеп тыуған хәлгә бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәткә хәлде контролдә тоторға ҡушты.

Муниципалитеттар тиҙ арала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн башҡарылған эштәр исемлеген билдәләргә  тейеш. Ә зыян күреүселәр аҡсалата компенсация алырға тейеш.

Р.ЗАМАНОВА.

 

26 мартта иртәнге сәғәт 8-00-дә йылғаларҙың кимәле:

Критик кимәлдәр: Ағиҙел йылғаһы (Ағиҙел күпере тирәһендәге гидропост) – 420 см, Ашҡаҙар йылғаһы  (Новофёдоровкалағы гидропост) –  495 см, Стәрле йылғаһы (Отрадовка гидропост) – 445 см.

Һыу баҫыу кимәле: Ағиҙел йылғаһы –  500 см, Стәрле –  570 см, Ашҡаҙар йылғаһы –  556 см.

Йылғалар ташыр мәл етте
Йылғалар ташыр мәл етте
Автор:Роза Сафина
Читайте нас