Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2025, 05:10

Башҡортостан шәкәрен Африкаға оҙатасаҡтар

Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән  йылда йыйып алынған 2,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрөнең  500  мең тоннаға яҡыны баҫыуҙа ятып ҡалған.

Башҡортостан шәкәрен Африкаға оҙатасаҡтарБашҡортостан шәкәрен Африкаға оҙатасаҡтар
Башҡортостан шәкәрен Африкаға оҙатасаҡтар

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан аҙыҡ-түлекте ҡулланыу өсөн кәрәк булғандан бер ярым тапҡырға күберәк етештерә.

Бөгөнгө көнгә республикалағы ике шәкәр  заводы бергәләп 1,8 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө (был рекордлы күрһәткес) эшкәртә алған һәм шунан  232 мең тонна шәкәр һәм  38 мең тонна ҡоро һәм гранулланған сөгөлдөр һығынтыһы  әҙерләгән.

Sugar.ru тармаҡ порталы эксперты Вадим Гомоз фекеренсә, 2024 йылда йәй ямғырлы булғанлыҡтан, сөгөлдөрҙә шәкәр аҙ булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.

 Үткән йылда,  баҫыуҙа ярты миллион тоннағаға яҡын сөгөлдөр ятып ҡалған.

2022 йылдан  шәкәр етештереүҙе кәметергә уйлағайныҡ, әммә хәл киреһенсә килеп сыҡты – республика күләмде арттырыуҙы дауам итә. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, төп ауыл хужалығы продукцияһын артыҡ етештереү проблемаһын хәл итеү талап ителә һәм әлеге ваҡытта берҙән-бер юл экспорт булып ҡала.

2024 йылда Башҡортостан үҙ продукцияһын 41 илгә оҙатты, улар араһында  Һиндостан һәм Ҡытай алда бара,  экспорттың дөйөм күләме 1 миллион тоннанан ашыу тәшкил иткән.

Хәҙерге заманда Башҡортостан баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрө ятып ҡалған осраҡ беренсе тапҡыр түгел. Ике йыл элек “Правда ПФО” гәзите 2022 йылда  республикала игендең рекордлы уңышы тураһында  яҙғайны. Башта ул аграрийҙар өсөн шатлыҡ булһа, аҙаҡ баш ауыртыуына әйләнде: йыйылған игенде ҡайҙа ҡуйырға белмәнеләр. Был хәл аграрийҙарҙы банкротҡа ҡалдыра яҙҙы, сөнки, артыҡ етештереү арҡаһында,  хаҡтар ныҡ төштө.

 “Бөгөнгә республиканың  экспорт нигеҙен  май тармағы продукцияһы, шулай уҡ уны экстракциялау продукттары тәшкил итә.

“Күптән түгел генә республиканың иң эре предприятиеһы – көнбағыш эшкәртеү  һәм көнбағыш майы етештереү менән шөғөлләнеүсе  Шишмә май экстракцияһы заводында булырға тура килде. Заводтың масштабы һәм етештереү ҡеүәттәрен күреп һоҡланмау мөмкин түгел. Республика планлы рәүештә шәкәр, сөгөлдөр төпрәһе, арпа, иген ебәреүҙе арттыра”, - тип билдәләне  РФ Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспортты үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Залина Айба.

 Төп экспорт йүнәлештәре араһында Африка илдәренең күп булыуы агро-эксперттарҙы хайран ҡалдырған. Был әле үк шулай, киләсәктә Африка экспорт йүнәлешен тағы ла нығыраҡ  әүҙемләштереү планлаштырыла.

Роза САФИНА.

Фото БР Ауыл хужалығы миинистрлығы сайтынан.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас