Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Марта 2025, 09:40

КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..

Гөлнара ЙӘРМИЕВА, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисткаһы:

КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..
КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..

– Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында музыкаль театр ҡарамағындағы  М.Горький исемендәге драма театрында өс көн сығыш яһаныҡ. Беренсе көндә әкиәт күрһәттек. Балалар итәғәтлеләр, шып-шым ғына ҡараны. Икенсе көндө “Керчь. Ҡорос ат” булды. Спектаклде бик яҡшы ҡаршы алдылар. Синхрон тәржемә менән ҡараһалар ҙа, шул тиклем күңелдәренә яҡын алып, аңлап ҡаранылар. Артистар, оло йәштәге ағайҙар үҙҙәре илап ҡараны. Сәхнәгә менеп  шул хәтлем матур һүҙҙәр әйттеләр. Ихластар. “Үҙегеҙҙең халҡығыҙҙы шул тиклем ныҡ яратаһығыҙ. Атығыҙҙы күтәрәһегеҙ. Шул хәтлем бирелеп, йөрәктән сығарып уйнайһығыҙ,  –  тинеләр. Шундай тамашасың булыуы үҙе бер бәхет.  (“Керч”та күмәк сәхнәлә ҡатын-ҡыҙҙар ролендә ҡатнаштым.) Режиссерға ҙур рәхмәт әйттеләр (Айҙар Зарипов ҡуйҙы). Өсөнсө көндө “Ҡоҙаса” комедияһын ҡуйҙыҡ. Халыҡ ныҡ алҡышланы. Спектаклдең эсенә инеп китеп ҡарайҙар. Рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр.

Спектаклдәрҙе ҡарарға үҙебеҙҙең милләттәштәребеҙ ҙә килгәйне. Унда яҡташтарыбыҙ менән күрешергә насип булды. Редик Фәсхетдиновтың һеңлеһе Рәмзиә апай, тағы килегеҙ тип, ҡунаҡҡа саҡырып ҡалды.

Спектаклдәр ҡуйған арала иртәнән кискә тиклем сәйәхәт иттек. Өс көн эсендә ҡайҙа ғына йөрөтмәнеләр! Минеральные воды ҡалаһында булып, ундағы минераль һыуҙарҙы күреп, хайран ҡалып йөрөнөк. Кавказ тауҙарына ҡарап иҫ-аҡылым китте. Шул тиклем бейек, мөһабәт тауҙар! Матур яҡ. Әкиәт илендәге һымаҡ йөрөнөм. Һыу инеп рәхәтләндек. Беҙ барған ерҙә күбеһенсә ҡабарҙылар булды. Ә балҡарҙарҙың теле беҙгә яҡын, аңлашылып тора. Халыҡ һәйбәт. Тәртиплеләр.

Бик бай сәйәхәт булды. Ҡәҙер-хөрмәт итеп ҡаршы алдылар һәм оҙатып ҡалдылар. Дуҫлыҡ күпере нығыта торған осрашыуҙарҙан ҡанатланып ҡайттыҡ.

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы тигәндәй, апрелдә алмаш спектаклдәр менән үҙҙәре беҙгә киләсәк.

Актриса менән Роза ҠОБАҒОШОВА һөйләште.

Фотолар Г.ЙӘРМИЕВАның шәхси архивынан алынды.

 

 

КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..
КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..
КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..
КАФКАЗ ТАУҘАРЫНА ҠАРАП ИҪ-АҠЫЛЫМ КИТТЕ!..
Автор:Роза Сафина
Читайте нас