Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2025, 07:45

КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..

Айгөл ЗӨБӘЙҘУЛЛИНА, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:

КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..
КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..

Гастролдәр менән Ставрополь крайының Минводы ҡалаһында булдыҡ. Һәр нәмә лә сағыштырыу аша беленә. Бындағы әҙәплелек һоҡландырҙы. Кешеләр шул тиклем тыныс, урамда ҡысҡырышып, һүгенеп йөрөгән кеше юҡ. Урамда өймәкләшеп йөрөгән мәктәп уҡыусылары ла күренмәне. Элек беҙ киске уйынға сығып уйындар уйнай торғайныҡ бит, шәмбе көндө парк янынан үтеп барғанда шундай матур күренешкә тап булдыҡ. Үҙҙәренең (Кавказ) бейеүҙәрен бейейҙәр ине.

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында  ике театр бергә: музыкаль театр һәм рус театры. Һуңғыһы өйҙәш булып урынлашҡан. Йәғни, беҙҙәге бер-нисә берләшмә һымағыраҡ инде. Унда халыҡ иплелеге, әҙәплелеге  менән хайран итте. Театрға килделәр ҙә шып-шым ғына ултырҙылар. Беҙҙә спектакль ҡарағанда дәррәү ҡул сабыуҙар бар, ә уларҙа спектакль бөткәс кенә аяғөҫтө баҫып алҡышланылар. Йәнә лә бер нәмә иғтибарҙы йәлеп итте: уларҙа шорты кейеү юҡ. Ҡабарҙы-балҡарҙар ике төрлө милләт вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫтан, берҙәй үк әҙәплеләр. Тост әйткәндә лә аяғөҫтө тороп әйтәләр. Тағы ла бер хәл ғәжәп итте: тышҡы кафела ашап ултырған ерҙә эттәр йөрөһә, уларҙы ҡыумайҙар.

Кавказ тауҙары шундай мөһабәт, әйтерһең дә, тауҙар өҫкә ауып килә. Алыҫтан Эльбрус күренә. Беҙҙеңсә Ҡафтау була инде.

Биштау (Пятигорск) беҙҙең Торатауға, Йөрәктауға оҡшап тора. Беҙҙә шихандар тип аталһа, уларҙа Биштау тип йөрөтәләр. Һәр береһенең исеме бар. Беҙ Машук тауға мендек.

Әйткәндәй, Нальчикта беҙ Редик Фәсхетдиновтың бер туған һеңлеһе Рәмзиә ханымды күрҙек. Ул 1975 йылда Өфөлә йәшәгәндә ошо яҡ егетенә кейәүгә сығып күсеп килгән. Хәҙер бында илле йыл йәшәй. Уның менән танышыуыбыҙ осраҡлы ғына килеп сыҡты. Гөлнара менән залға тамашасылар янына барып ултырһаҡ, беҙҙең халыҡҡа оҡшап торған таныш йөҙҙө күреп һөйләшеп киттек.

Был ҡалала шулай уҡ яҡын ғына ҡоҙам (бер туған апайымдың ҡәйнешенең улы) менән күрешеү бәхете лә тейҙе.

Бына шулай,  сәйәхәт бик оҡшаны. Тулҡынландырғыс мәлдәр күп булды. Донъя күреп, сит мөхитте күреп, икенсе культураны күреп ҡайттыҡ. Барыһы ла күңелгә ятышлы. Кешеләре бик тәртипле, тәбиғәттәре матур, гастролдән ҡайтҡы ла килмәй.

Актриса менән Роза ҠОБАҒОШОВА һөйләште.

Фотолар А.ЗӨБӘЙҘУЛЛИНАның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..
КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..
КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..
КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..
КАВКАЗ ТАУҘАРЫ ШУНДАЙ МӨҺАБӘТ!..
Автор:Роза Сафина
Читайте нас