Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2025, 10:45

Театр матди байлыҡ килтерә торған урын түгел, уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!

Марат ЗӨБӘЙЕРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

Театр  матди байлыҡ килтерә торған урын түгел,  уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!Театр  матди байлыҡ килтерә торған урын түгел,  уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!
Театр матди байлыҡ килтерә торған урын түгел, уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!

– Бөтәбеҙ ҙә бер үк тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Диңгеҙ ҙә диңгеҙ тибеҙ, ә бында тауҙарҙы күреп иҫ китте! Күҙ өсөн мәғлүмәт күп. Минең ошондай тауҙарҙы күргәнем юҡ ине. Видеоға төшөрәбеҙ, бына ошо матурлыҡты видео аша ғына күрһәтеп булмай. Торатауға, Йөрәктауға барһаң да шундай кисерештәр кисерәһең.

 Матурлыҡты күреп шаҡ ҡатты. Ҡырыҫ матурлыҡ  бында. Тауҙар  уртаһындағы уйһыулыҡта  ауыл ултыра. Үҙҙәренсә генә йәшәп яталар. Ялан буйлап һыйырҙар йөрөй, йөҙ метр тирәһе аҫта  йылға ағып ята. Ундағы һауа шифалы, өс-дүрт сәғәт йоҡлаһаң да йоҡо туя. Күлдәре шифалы.  Күптәр шунда килеп дауаланып ҡайталар икән. Ә шулай ҙа барыбер ҙә үҙебеҙҙең яҡты һағынып, ашҡынып  ҡайттыҡ.

Ул республикала, беҙҙәге кеүек, бик күп милләт кешеләре йәшәй. Алла бирһа, 13 апрелдә улар үҙҙәре беҙҙең театрға килеп, өс көн сығыш яһаясаҡтар. Өс спектакль алып киләсәктәр. Үҙебеҙҙең тәбиғәтте күрһәтергә теләйбеҙ. Уларҙың әйтеүе буйынса, алҡышлауҙары буйынса,  беҙҙең уйнағанды бик оҡшатҡандар. Улар менән уртаҡ яҡтарыбыҙҙы күреп, туғанлыҡ тойғоһо кисереп ҡайттыҡ. Телдәребеҙ ҙә оҡшаш.

Гастролдәрҙә күп йөрөргә тура килә. Ошо матурлыҡты күргәс,  бөтәбеҙҙә лә  үҙебеҙҙең ғаиләләребеҙҙе алып барып күрһәтергә кәрәк тигән теләк тыуҙы.

Үткән йыл сентябрҙә алмаш гастролдәр менән Махачкалала ла (Дағстанда) булып ҡайттыҡ. Унда ла киң күңелле халыҡ йәшәй. Башта үҙҙәре килде, шунан беҙ барҙыҡ. Беҙ ҙә уларға үҙебеҙҙең ҡунаҡсыллыҡты, ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә тырыштыҡ.

Театр, әлбиттә, әллә ни аҡса килтерә торған урын түгел, уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!

Барыһын да Театр көнө менән ҡотлайым! Актерҙарҙы ғына түгел, театрҙы хөрмәтләп спектаклдәргә килгән тамашасыларыбыҙҙы ла ҡотлағы килә. Һәммәһенә лә һаулыҡ теләйем!

Актер менән Роза ҠОБАҒОШОВА һөйләште.

Фотолар Марат ЗӨБӘЙЕРОВтың шәхси архивынан.

Икәү тошкән фотола: Марат ЗӨБӘЙЕРОВ театрҙың режиссеры Фәнис КӘРИМОВ менән.

 

 

 

Театр  матди байлыҡ килтерә торған урын түгел,  уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!
Театр  матди байлыҡ килтерә торған урын түгел,  уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!
Театр матди байлыҡ килтерә торған урын түгел, уның ҡарауы рухи яҡтан байбыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас