Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2025, 07:00

Театрыбыҙ йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!

Бөгөн – Халыҡ-ара Театр көнө. Яратҡан артистарыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры артистары Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында гастролдәрҙә булып ҡайтты. Ошо уңайҙан улар гастролдәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Театрыбыҙ  йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!Театрыбыҙ  йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!
Театрыбыҙ йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!

Рәсил СЫНБУЛАТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

– Беренсенән, коллегаларымдың барыһын да Халыҡ-ара Театр көнө менән ҡотлайым! Бөгөн 27 мартта –  Театр көнөндә беҙ Өфөгә юлланабыҙ. Баш ҡаланың баш театрында Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһын уйнайбыҙ.

Икенсенән, йәнә бер шатлылыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашырға теләйем. Марттың 22-ендә генә  Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан гастролдәрҙән ҡайттыҡ. Үткән йыл сентябрь айында ғына Дербентта  булып ҡайтҡайныҡ. Унда беҙ автобуста ике тәүлек юлда булғайныҡ, был юлы уңайлыраҡ булды, сөнки  самолетта остоҡ.  Автобуста йөрөүҙең дә ыңғай яҡтары бар: юлда тирә-яҡтағы тауҙарҙы, ҡалаларҙы күреп бараһың.  Ә самолетта инде тиҙ – шуныһы яҡшы,  ике сәғәттән саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт эсендә барып та еттек.

Беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар. Башта бер көн самаһы Нальчикта Минводыҙа булдыҡ. Беҙ киткәндә Стәрлетамаҡта ул ваҡытта минус 10 -15 градус тирәһе һыуыҡ булһа, беҙ барып төшкәндә ул яҡта  плюс 23-25 градус ине, Пятигорскиҙа 31 градус йылы ине – бына шундай йылы ваҡытҡа тура килдек. Беҙ Стәрлетамаҡтан сығып киткәндә аҡ ҡар ятһа, унда  тирә-яҡ йәм-йәшел ине. Эльбрусты йыраҡтан күрҙек. Көн аяҙ булғас, бик асыҡ күренә ине. Пятигорскиҙа беҙ  фуникулер менән бейек тау башына мендек. Тауҙың итәгендә  Лермонтовтың дуэль урынын барып күрҙек.

Шунан Нальчик ҡалаһына алып киттеләр. Көндөҙ театрҙарға йөрөнөк, уларҙың спектаклдәрен ҡараныҡ. Нальчикта  мин беренсе тапҡыр булдым. Ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Былтыр ғаилә менән Дербентта булғайныҡ, унда ла тәбиғәт матур, тауҙар хайран иткәйне. Ә бында тауҙар тағы ла бейегерәк булып тойолдо. Әлбиттә, был матурлыҡты телефон аша ғына күреп бөтөп булмай. Шуға күрә,  Алла бирһа, быйыл йәй ғаиләм менән үҙемдең машинала шул яҡҡа сәйәхәт ҡылырға уйлап торам. Уларға ла ошо тауҙарҙы, Эльбрусты күрһәтергә ине.

Тағы ла бер тапҡыр театр көнө менән ҡотлайым! Әлдә үҙем театрҙа эшләйем, театрҙа эшләмәгән булһам, ошондай мһабәт тауҙарҙы  күрмәгән дә булыр инем, моғайын. Аллаға шөкөр, театр йәшәй, йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын! Тағы ла, тағы ла матур ерҙәр, донъялар күрергә яҙһын. Рәсәйҙә генә ҡалмайыҡ, ә донъя кимәленә сығырға яҙһын!

Актер менән Роза ҠОБАҒОШОВА һөйләште.

 

 

Театрыбыҙ  йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!
Театрыбыҙ  йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!
Театрыбыҙ йәшәһен, гастролдәребеҙ күп булһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас