Кисә генә кеүек беренсе тәрәүих намаҙы, беренсе көн сәхәре, беренсе көн ураҙа, беренсе ауыҙ асыу кистәре үтеп тә китте, әле алда яҡшылыҡ эшләргә лә, тырышып-тырышып ғибәҙәттәр ҡылырға, төҙәлергә ваҡыт күп әле тип уйлаған инек, ә бөгөн рәхмәт, ғәфү ителеү, тамуҡ утынан ҡотолоу көндәре булған Рамаҙан айы үтеп тә бара.
30 мартта бөтөн Ер йөҙө мосолмандары, шулар менән беҙ ҙә – Стәрлетамаҡ мосолмандары Ураҙа байрамын ҡаршы аласаҡбыҙ. Барығыҙҙы ла Ураҙа байрамы менән тәбрик итәм, Аллаһ Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, төнгө намаҙҙарыбыҙҙы ҡабул итеп, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеп, йәннәт ишектәрен асып, тамуҡ утынан ҡотҡарһа ине. Һәр бер иманлы кешенең күңеле бер яҡтан һөйөнә, икенсе яҡтан көйөнә, сөнки Аллаһ Тәғәлә беҙгә йәнә изге Рамаҙан айын ҡаршы алырға, көндөҙҙәрен ураҙа тоторға, кистәрен намаҙҙар уҡып, тәүбә-истиғфарҙар ҡылып ҡунаҡ итергә хөрмәт менән оҙатырға насип итте, ә икенсе яҡтан күңелдәребеҙ көйөнә, борсола, сөнки ҡунаҡҡа эйәләшеп кенә ураҙаның тәмен тоя ғына, рәхәтен һиҙә генә башлаған инек.
Пәйғәмбәребеҙ Аллаһ Тәғәлә тураһында: “Күркәм һәм күркәмлектән башҡа нәмәне ҡабул итмәй” тигән ине, ә беҙҙең тотҡан ураҙаларыбыҙ, ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙ күркәм ғәмәл исемен ала алдымы икән, ҡабул булдымы икән? Уҡыған намаҙҙарыбыҙҙың йоҡоһоҙ төндәр генә булып яҙылдымы? Биргән саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булдымы икән? Һәр бер иманлы кешене ошо һорауҙар борсорға тейеш. Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ! Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәтме икән, беҙ Уның ризылығына ирешә алдыҡмы икән, ғәфү ителдекме икән?
Һәр йылдағыса, ғәйет намаҙы (Тыныслыҡ урамы, 15) сәғәт 8-ҙә, Иҫке мәсеттә (Латипов урамы, 47) сәғәт 9-ҙа. Отрадовка ауылы мәсетендә 10-сы яртыла, Ҡ. Моратов урамындағы мәсеттә 11-се яртыла уҡыла, һәм йылына бер мәртәбә кеше башынан икешәр йөҙ һум фытыр саҙаҡаһы бирелә.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙән риза булып, алда күп йылдарҙың ошо изге Рамаҙан айҙарын күрергә насип итһә ине.
Изге доғалар менән, РИШАД хәҙрәт.