Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Апрель 2025, 06:40

БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...

Түләүҙәр, хаҡтар һәм үҙгәрештәр хаҡында Стәрлетамаҡта йәнә “Управдом” муниципаль форумы үтте. Унда һүҙ капиталь ремонт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәтләндереү сифаты тураһында барҙы. Йәшерен-батырын түгел, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Был өлкәлә йәнә үҙгәрештәр көтөлә...

БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...

2638 мөрәжәғәт килгән

 Йыйылышҡа күп фатирлы йорттарҙың рәйестәре һәм күп фатирлы йорт советы ағзалары, ҡала хакимиәтенән, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, идарасы компаниялар һәм шулай уҡ янғын һағы һәм граждандар оборонаһы идараһынан вәкилдәр ҡатнашты.

Хакимиәт башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин бындай осрашыуҙар халыҡ менән асыҡ диалог алып барырға мөмкинселек бирә, тип билдәләне. Бынан алдағы форумдарҙа ҡала халҡы тарафынан күтәрелгән мәсьәләләр өҫтөндә эш дауам итә, тип билдәләне һәм ул 2024 йылдың 14 ноябрендәге осрашыуҙағы мәғлүмәттәр, йөкләмәләрҙе үтәү тураһында отчет бирҙе.

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Насиров хәбәр итеүенсә, 2024 йылда ведомствоға граждандарҙан 29 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.

 Төп мәсьәләләр торлаҡ фонды менән идара итеү, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр, һәм шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә боҙоуҙар, бинаны ҡайтанан планлаштырыу мәсьәләләренә ҡағылды. Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙән 2638 мөрәжәғәт килгән, уларҙың йомғаҡтары буйынса 42 күҙәтеү сараһы уҙғарылған, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында 29 күрһәтмә сығарылған. Ул шулай уҡ көньяҡ округ буйынса күҙәтеү бүлеге һәм лицензия контроленең яңы начальнигы менән таныштырҙы. Форумда доклад менән “Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте”нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе Радик Гарданов, БР Капиталь ремонт фондының көньяҡ зонаһы буйынса идаралыҡ начальнигы Сергей Левкин, енәйәт эҙләү бүлексәһе начальнигы Гөлшат Нафиҡова һәм ҡала буйынса йәмәғәт-торлаҡ контроле етәксеһе Булат Вәлиев сығыш яһаны.

 Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар яуҙырҙы, ҡайһы бер мөрәжәғәт итеүселәр үҙен борсоған мәсьәләләргә шунда уҡ яуап ала алды, ҡалғандары әлегә өйрәнеләсәк.

Традиция буйынса форумда күп фатирлы йорттарҙың иң яҡшы эшләгән совет рәйестәре бүләкләнде. Һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн Илдар Ғарифуллин уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Йорттарға яҡшы ремонт яһау өсөн...

 2022 йылдан бирле республикала күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн минималь иғәнә күләме үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Был ваҡыт эсендә материалдарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар артты, тарифтар – шул килеш. Әлеге ваҡытта беҙҙең республика капиталь ремонтҡа иғәнәләр иң түбән булған субъекттар иҫәбенә инә. Ә ул йорттарҙың торошона йоғонто яһай башланы ла инде. Республикалағы 89 күп фатирлы йортта квадрат метрына 10,52 һум хаҡ ҡуйылған. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, Стәрлетамаҡта бындай ҡарарҙы Ленин проспекты 40а, 77-се һәм Гоголь урамы, 130а һанлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡабул иткән.

Башҡортостан, капиталь ремонтҡа иғәнәләр күләме буйынса, Рәсәйҙәге 89 субъект араһында 77-се урында тора. Әгәр Рәсәй буйынса уртаса түләү күләме квадрат метрына 12,83 һум торһа, Волга буйы федераль округы буйынса ул 9,35 һум, республикала 7,78 һум (6 ҡатлы йорттар өсөн 7,46 һум/кв.м, 6 ҡаттан юғарыраҡ булһа – 8,1 һум).

Үткән йылда Рәсәйҙең 74 төбәгендә тариф күтәрелде, шул иҫәптән, Һамар, Киров өлкәләре һәм Башҡортостандан башҡа, Волга буйы федераль округының 11 субъектында.

 Шуның менән бергә, Ырымбур өлкәһендә иғәнәнең күләме 4 процентҡа арттырылһа, Ульяновск өлкәһендә – 46! процентҡа.

 

“Башинформ”дан хәбәр итеүҙәренсә, Торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы 2025 йылдың 1 майынан капремонтҡа түләүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан проект әҙерләгән: 6 ҡатҡа тиклемге йорттарҙа “квадрат”ына 12,5 һум, 6 ҡаттан юғарыраҡ булһа – 13,2 һум.

 – Республикала ғәмәлдәге минималь тариф инфляция ваҡытында барлыҡҡа килгән сығымдарға яуап бирмәй. 2023- 2024 йылдарҙа төҙөлөш ресурстарының хаҡы һиҙелерлек артты. Ә төбәк капиталь ремонт программаһының финанс тотороҡлолоғо туранан-тура капремонтҡа иғәнә күләменән һәм дәүләт финанс ярҙамы күләменән тора, – тип аңлатты Стәрлетамаҡ йорт идаралыҡтарына “БР күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фондының көньяҡ зона буйынса капиталь ремонт бүлеге начальнигы Сергей Лёвкин.

Хаҡтар ни өсөн күтәрелә?

Бер кемгә лә сер түгел, хаҡтар артынан ҡыуып етеп булмай. Әле бер нәмәгә, әле икенсеһенә хаҡтар артып ҡына тора. Көн дә әле бер нәмәгә, әле икенсеһенә (төҙөлөш, ремонт материалдарына, мәҫәлән) хаҡ артыуы тураһында ғына ишетәбеҙ. Бына ошондай заманда килеп тыуған хәлдән нисек сығырға тигән һорау тыуа.

– Капиталь ремонт – ул ағымдағы эштәр генә түгел, ә күләмле проекттар: лифттарҙы алмаштырыу, ҡыйыҡтарҙы ремонтлау, һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу. Әммә аҡса етмәү сәбәпле, күп йорттар кәрәкле ремонтты ваҡытында ала алмай. Проблемалар йыйыла, ә уларҙы хәл итеү билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә бара. Һөҙөмтәлә, торлаҡ хужалары авария хәлдәренә юлыға. Ә бит авария хәлдәренә юл ҡуймаҫҡа мөмкин булыр ине, – тип аңлатты, мәҫәлән, Илдар Риф улы. – Капиталь ремонт – ул сығымдар ғына түгел, киләсәккә инвестициялар һалыу, тигән һүҙ. Проблемаларҙы хәл итеүҙе оҙағыраҡ кисектергән һайын, уларҙы бөтөрөү шул тиклем ҡыйбатҡа төшәсәк. Минималь иғәнә күләмен арттырыу капиталь ремонт фондын арттырырға һәм күберәк йорттарҙы ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.

Шул уҡ ваҡытта, әгәр иғәнәләр элекке кимәлдә ҡалһа, хәл киҫкенләшеүе ихтимал. Ремонтҡа мохтаж йорттар емерелеүен дауам итәсәк. Был йортта йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын насарайтып ҡына ҡалмай, етдиерәк эҙемтәләргә лә килтереүе ихтимал: авария, ашығыс ремонтҡа сығымдарҙы арттырыу һәм хатта кешеләрҙең именлегенә хәүеф янауы ла бар.

Квитанциялағы һандар ғына түгел

Түләүҙәрҙе арттырмайынса проблеманы хәл итеп булмай, ремонтты тиҙләтеү өсөн, тарифтарҙы күтәреү тураһында хужалар үҙҙәре ҡарар ҡабул итә. Мәҫәлән, Өфөлә Пархоменко урамындағы йортта йәшәүселәр иғәнәне квадрат метрына 10 һумға тиклем арттырғандар (раҫланған тариф 7,46 һум), был инде 2024 йылда ҡыйыҡты ремонтларға мөмкинлек биргән. Бындай башланғыстар кешеләр үҙ йорттарында уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек сараларын күреү өсөн аҡса һалырға әҙер икәнлеген күрһәтә.

Дәүләт капиталь ремонт программаһын хуплай, әммә халыҡтың ҡатнашлығынан тыш проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Иғәнәләрҙе арттырыу мәсьәләһе – ул квитанциялағы һандар ғына түгел, ә өйҙәребеҙ киләсәк быуындар өсөн ныҡлы һәм уңайлы булып ҡалһын өсөн хәстәрлек күреү.

Нисек кенә булмаһын, торлаҡ мәсьәләһе, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар иң ныҡ бәкәлгә һуҡҡан мәсьәлә булып ҡала. Ни хәл итмәк кәрәк, ил күргәнде күрмәй әмәл юҡ. Тимәк, беҙгә алтын урталыҡты һайларға кәрәк. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй, етәкселәр ҙә, халыҡ та бер фекергә килеп эш иткәндә, эштәр яйға һалыныр, моғайын.

Роза САФИНА.

 Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

 

Белешмә өсөн

 “БР төбәк операторы” фонды” республикала хәҙер 11 йыл эшләй. Фонд 2013 йылда БР Хөкүмәте ҡарары менән барлыҡҡа килде. Шунан һуң Башҡортостанда 2014 йылдан алып 2055 йылға тиклемге осорға республика капиталь ремонт программаһы раҫланды. Программаға Башҡортостан Республикаһындағы 17 141 күп фатирлы йорт индерелгән. Ошо осорҙа программаға индерелгән күп фатирлы йорттарҙың 50 процентҡа яҡынына капиталь ремонт үткәрелгән. Ә был 1 миллион 366 мең гражданға йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек биргән

БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
БУШҠА РЕМОНТ ЯҺАП БУЛМАЙ ШУЛ...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас