Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Апрель 2025, 05:50

Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!

Капиталь ремонттан һуң ҡалабыҙҙағы 1-се мәктәп йәнә ишектәрен асты. Әйткәндәй, ул – Рәсәйҙә 2025 йылда ремонтланып, ваҡытынан алда тапшырылған беренсе мәктәп.

Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!

Яңыртылған мәктәпте асыу тантааһында Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов менән бергә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Ирина Белых, уның урынбаҫарҙары Ирина Ивенских һәм Нурбаганд Нурбагандов, Комитет ағзалары Лариса Тутова, Виктор Смирнов, Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин, БР фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм башҡа юғары ҡунаҡтар ҡатнашты.

Уҡыу йортон почетлы асыу хоҡуғы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе Ирина Белых, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәновҡа бирелде.

Ирина Викторовна ошо мәктәптә уҡыусыларҙы, педагогик коллективты ҡотлап, артабан да яңы үрҙәр теләне. “Стәрлетамаҡ шундай матур, таҙа ҡала икән, – тине ихлас күңелдән баш мәркәзебеҙ Мәскәү ҡунағы. – Мәктәптә нимәгә өйрәтеүҙәре генә мөһим түгел, ә ниндәй шарттарҙа белем алыуҙары ла бик мөһим”.

Федераль программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып Стәрлетамаҡта биш мәктәптә ремонт яһалды, тип билдәләне Эмиль Владиславович һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәне өсөн федераль һәм төбәк власть органдарына, депутаттарға рәхмәт белдерҙе. 1-се мәктәп медицина йүнәлешендә эшләй, шуға профиль предметтарын уҡытыу өсөн бөтә тейешле шарттар булдырырға тырыштыҡ, тине етәксе.

 Мәктәптең тарихына күҙ һалһаҡ, уның шишмә башы 1860 йылға ҡайтып ҡала. Бына ошо боронғо уҡыу йорто бөгөн үҙенең яңыртылған өй туйын туйлай.

 1971 йылда төҙөлгән мәктәптә “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль проекты сиктәрендә капиталь ремонт 2024 йылдың мартында старт алғайны. Мәктәптең корпусы йылы үткәүел – галерея менән тоташтырылған ике һәм дүрт ҡатлы биналарҙан тора.

 Бинаның фасады тулыһынса яңыртылған, ҡыйығы алмаштырылған, тышҡы яҡтан да, эстән дә ялт итеп тора, һәр ҡатында иҙәндәргә яңы линолеум түшәлгән, ашхана һәм аҙыҡ блогы, тамаша залы, спорт залы ремонтланған, тышҡы һәм эске күҙәтеү камералары ҡуйылған. Шулай уҡ янғын һүндереү, һаҡ сигнализацияһы алмаштырылған. Уҡыусылар уңайлы, матур, хәүефһеҙ шарттарҙа уҡыһын өсөн заманса мебель һәм ҡорамалдар килтерелгән.

Был мәктәптең үҙенсәлеге шунда: унда медицина кадрҙары әҙерләйҙәр. 1997 йылдан профилле медицина-биология йүнәлешендәге тәбиғи-ғилми кластар эшләй. 2023 йылдан улар Башҡорт дәүләт медицина университеты, Стәрлетамаҡ медицина колледжы менән хеҙмәттәшлек итәләр. Мәктәптә стоматология кабинеты, балалар инициативалары үҙәге, социаль педагог, психолог кабинеттары бар. Стеналары төрлө спорт төрҙәрен һүрәтләгән граффити менән биҙәлгән спорт залы ҡунаҡтарҙың күңеленә айырыуса хуш килде.

Яңыртылған мәктәп – ул капиталь ремонт ҡына түгел, ошо мәктәптә уҡыған бәхетле балалар. Уҡыусылар ҙа, педагогик коллектив та, ата-әсәләр ҙә ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған мәктәпкә яңынан әйләнеп ҡайтырға ашҡынып тора.

Иҫән-һау рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар, ҙур теләк менән эшләгеҙ, хөрмәтле уҡытыусылар! Киләсәктә яулар үрҙәрегеҙ күп булһын!

Роза САФИНА.

 С.КРАМСКОВ фотолары һәм шулай уҡ

Э. ШӘЙМӘРҘӘНОВтың сәхифәһенән алынды.

Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий ХӘБИРОВ:

“Үткән йыл беҙ 146 мәктәптә ремонт яһаныҡ, быйыл йәнә 35 мәктәп, шулай уҡ ике балалар баҡсаһы һәм ике колледж ремонттан һуң ишектәрен асырға тора. Балалар лайыҡлы шарттарҙа белем алһын өсөн графиктан алдараҡ эшләйбеҙ, әммә алда эштәр күп әле, тиҫтәләрсә йылдар элек төҙөлгән мәктәптәрҙе яңыртаһы бар”.

Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, балалар!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас