Йәмғиәт
9 Апреля 2025, 06:45

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу

Яҙ етеү менән кешеләр ихаталарын, баҡсаларын таҙартырға тотона. Бөтә ерҙә лә – юл буйҙарында, болондарҙа ҡоро үлән яндыралар. Шуға бәйле яҙғы, йәйге осорҙа янғын сығыу осраҡтары йышая. Ошондай аяныслы хәлдәрҙән ҡурсаланыу, кеше һәләкәтенә юл ҡуймаҫ өсөн ниндәй саралар күрелә – ошо хаҡта ентекләберәк аңлатыуын һәм үҙҙәренең хеҙмәттәре хаҡында һөйләүен һорап, Стәрлетамаҡтағы 14-се янғынҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары Өлфәт Шамил улы МӨХӘМӘТЙӘНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыуШундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу

 – Өлфәт Шамилевич, янғын сығыу осраҡтарының сәбәбе нимәлә?

– Янғын – ул тәбиғәт афәте, төрлө ваҡытта барлыҡҡа килергә мөмкин һәм тәбиғәткә, мөлкәткә, шулай уҡ кеше ғүмеренә ҙур зыян килтереүе ихтимал. Янғын сығыуҙың сәбәптәре төрлөсә, мәҫәлән, тәбиғи, ҡоролоҡ, йәшен атыу арҡаһында һәм антропоген була.

Урман-ҡырҙарҙа сыҡҡан янғындың күпселегенә кешенең янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуы сәбәпсе була. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, өҙөклөктәр йәки аңлы рәүештә яндырыуҙар арҡаһында сығыуы бар. Баҫыуҙарҙа былтырғы үлән ҡалдыҡтарын яндыралар, граждандарҙың йорт яны биләмәләрендә лә, төрлө милек формаһындағы объекттарҙа ла усаҡ яғалар. Әммә күптәр, янғын хәүефһеҙлеге талаптары хаҡында онотоп, сүп-сарҙы шунда уҡ яндырыуҙы хуп күрә. Яҙғы үлән үртәүҙәр хужалыҡтар өсөн дә, шәхси йорт яны участкалары хужалары өсөн дә ғәҙәти күренешкә әйләнә. Йыш ҡына бындай усаҡтар ҡарауһыҙ ҡала, ел булһа, осҡон яҡын-тирәләге ҡаралты-ҡураға тоҡана. Һәм ут ҡый-һай үртәгән кешенең генә түгел, күршеләренең мөлкәтен дә ялмап алыуы ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр сүп-сарын сүплеккә сығарыу өсөн аҡсаһын йәлләп, яндырырға була һәм һөҙөмтәлә сүпте генә түгел, күршеһенең кәртә-ҡураһын, үҙенең малын һәм башҡа мөлкәтен яндырған осраҡтар ҙа бар.

Статистиканан күренеүенсә, бындай янғындарҙың күпселеге кешеләрҙең күпләп тәбиғәткә сыҡҡан, баҡсаларына барған ял көндәренә тура килә. Һөҙөмтәлә, янғындар сыға һәм ут ҡоролмаларға, өйҙәргә күсә, бигерәк тә ел булған көндәрҙә. Ҡороған үлән тиҙ арала янып китә һәм тирә-яҡты ялмап ала. Күп осраҡтарҙа ул урмандарға күсә. Ә урманда барыһы ла яна: үлән, мүк, төпсөк, ағас ботаҡтары, тамырҙар, ҡыуаҡтар, япраҡтар һ.б.

 Шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәренән, гараж кооперативтарынан йыйылған сүп-сарҙы сығарыу яҡшы итеп ойошторолмаған осраҡта санкцияланмаған сүплектәр барлыҡҡа килә һәм улар һауа торошо эҫе булғанда ут сығыу сығанағы булып тора. Ошоға бәйле, янғын сығыу осраҡтары йышая башлай.

– Фажиғәгә тарымаҫ өсөн нимәләр эшләргә, ғөмүмән, утлы бәләҡазаларҙан һаҡланыу саралары тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле?

 – Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре айырыуса яҙғы-йәйге янғын хәүефе осоронда халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә, ғәҙәттән тыш хәл шарттарында нимә эшләргә кәрәклегенә өйрәтеү маҡсатында иҫкәртеү саралары уҙғара.

Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көндәр ҡоро, эҫе торғанда, ел булғанда һәм шулай уҡ, янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәндә тораҡ биләмәләрҙә, ҡайһы бер участкаларҙа сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу тыйыла.

Баҡса участкаларында сүп яндырыу өсөн махсус урын булырға тейеш, тимер мискәләрҙә генә яндырыу рөхсәт ителә, тик ул урын төҙөлөш объектарынан 50 метр алыҫлыҡта һәм уның тирәяғында 5 метр диаметрында барлыҡ сүп йыйылған булырға тейеш. Шулай уҡ тораҡ биләмәләрендә яғыулыҡ ҡалдыҡтарынан сүплек яһарға ярамай.

Шәхси йорттарҙа сүп-сарҙы контейнерға йыйырға һәм махсус йыһазландырылған майҙансыҡҡа алып барырға кәрәк, ә йорт янында яҙғы һәм йәйге осорға һыу менән һауыт (мискә) йәки янғын һүндергес ултыртып ҡуйырға кәрәк.

– Ә шулай ҙа бындай бәхетһеҙ хәл килеп сыға ҡалһа нимә эшләргә?

 – Кешеләргә шуны әйтергә теләйем: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ – ҡоро үләнде яндырмағыҙ, балаларҙың шырпы менән уйнауына юл ҡуймағыҙ, ҡояшлы көндә янғын сығыуына килтерерҙәй быяла һауыттарҙы урманда ҡалдырмағыҙ. Янғын сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ, уны һүндереү сараһын күрегеҙ. Янғынды үҙ көсөгөҙ менән генә һүндерә алмаһағыҙ, хәүефһеҙ урынға китегеҙ һәм кисекмәҫтән 01, 101 йәки 112 телефоны аша был хаҡта хәбәр итегеҙ.

– Традицияға ярашлы, 30 апрелдә янғын һүндереүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо датаның барлыҡҡа килеү тарихы тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле?

– 30 апрелдә иң кәрәкле тиҙ яуап биреү хеҙмәттәренең береһе – янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрам тарихи традициялар, янғын һағының хеҙмәтен, Рәсәйҙең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә индергән өлөшөн иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән 1999 йылдың 30 апрелендә булдырылды. Ә янғын һүндереүселәрҙең тарихы, иһә, йөҙ йыллап иҫәпләнә. XVII быуатта батша Алексей Михайлович Романов Рәсәйҙә беренсе янғынға ҡаршы хеҙмәт ойоштороу тураһында Указға ҡул ҡуя. Ваҡиға 1649 йылдың 30 апрелендә була һәм ут менән көрәшеүселәрҙең байрамын һайлауҙың нигеҙе булып тора.

Байрам ут менән ҡурҡыуһыҙ көрәшеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла арнала. Был көндө хәҙерге заман белгестәрен генә түгел, ә хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен һалып, янғын һағының башланғысында торғандарҙы ла иҫкә алалар. Йылдан-йыл был байрамдың мөһимлеге асыҡлана бара. Янғын һағы көнө – ул календарҙағы дата ғына түгел, ә башҡаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн көн һайын үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған кешеләрҙең тоғролоҡ һәм батырлыҡ символы.

– Белеүемсә, Башҡортостандың көнъяҡ район-ҡалалары Стәрлетамаҡтағы 14-се янғын янғын-ҡотҡарыу отряды ҡарамағында. Был байрам һеҙҙә нисек билдәләнә?

– Эйе, Стәрлетамаҡтағы янғын һүндереү отрядына Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел райондары инә.

Традиция буйынса, беҙ йыл һайын Янғын һағы көнөндә Стәрлетамаҡ янғын-ҡотҡарыу отряды биләмәһендә дислокацияланған 14-се янғын һүндереүҡотҡарыу гарнизоны подразделениелары һәм янғын һүндереүҙең башҡа төрҙәре араһында хәрби ярыштар уҙғарабыҙ. Призлы урындар алған командалар маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә һәм, әлбиттә, беренсе урын өсөн күсмә кубок тапшырыла.

 Был көндө, кешеләр янғын сыҡҡан осраҡта дөрөҫ эш итеү тураһында, шулай уҡ, ут менән көрәштә заманса саралар һәм ысулдар тураһында белһен өсөн, төрлө саралар, күргәҙмәләр ойошторола, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар уҙғарыла. Бынан тыш, байрам йәмғиәткә янғындарҙы профилактикалауҙың мөһимлеге һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙең кәрәклеге тураһында иҫкәртергә ярҙам итә.

Был көндөң мөһим төшөнсәһе (аспекты) – янғын һүндереүсе һөнәренә хөрмәт тәрбиәләү, сөнки был эш физик көс кенә түгел, юғары дәрәжәлә фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ талап итә.

 – Кадрҙар мәсьәләһе, эш хаҡына ҡағылышлы нимәләр әйтерһегеҙ?

 – Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек үк, әлеге ваҡытта кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора: янғын һүндереүселәр ҙә, янғын һүндереү машиналары водителдәре лә етешмәй.

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, түбәндәге талаптарға яуап бирерҙәй ир-егеттәрҙе эшкә саҡырабыҙ – 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклем; хөкөм ителмәгән; РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән; урта (тулы) дөйөм белемдән кәм булмаған белемле; һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы булған кандидаттарҙы көтөп ҡалабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хеҙмәт итеү – ул лайыҡлы эш хаҡы; йыллыҡ түләүле отпуск (40 көн + ял итеү урынына һәм кире ҡайтыуға юлға киткән ваҡыт өсөн көндәр); 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға сығыу; хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын шифаханакурортҡа тиклем юл хаҡы менән бушлай тәьмин итеү.

– Коллегаларығыҙға әйтер теләктәрегеҙ барҙыр?..

– Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу! Ҡотҡарыусы – ул героик һөнәр. Еңел булмаған, әммә ҡыҙыҡлы һәм абруйлы. Иң мөһиме – кәрәкле! Ҡотҡарыусылар өмөтһөҙ хәлдәрҙә: янғын сыҡҡанда, һыу баҫыу, авариялар һәм ер тетрәүҙәр ваҡытында ярҙамға килә.

Янғын һүндереүсе һөнәре – донъяла иң ауырҙарҙан һанала, улар тәүлек әйләнәһенә йәшәйешебеҙ һағында тора. Противогаз менән ҡулланырға, шыуҙырма баҫҡыс буйлап етеҙ күтәрелергә, ҡуйы төтөн эсендә йөрөргә, йүгерергә, һикерергә, махсус ҡорамалдар күтәрергә өйрәнергә мөмкин, әммә кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн үҙеңдекен ҡорбан итергә әҙер тороуы иң ауырылыр. Хеҙмәттәштәрем артабан да ышанып йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡарап, янғындарҙы иҫкәртеүҙә, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итһендәр. Коллегаларымдың һәммәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы һәм еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар теләйем!

 – Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла тик уңыштар ғына йылмайһын!

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Фотолар Өлфәт МӘХӘМӘТЙӘНОВтың шәхси архивынан алынды.

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Автор:Роза Сафина
Читайте нас