Проект сиктәрендә ҡаланың тарихи өлөшөндә ике ҡатлы визит-үҙәкте йыһазландырыу, урамда һатыу өсөн модулле күсмә өйҙәр/павильондар урынлаштырыу, мәғлүмәт таҡталары менән навигация системаһын ойоштороу планлаштырыла. Шулай уҡ, рус драма театры ҡаршыһындағы майҙанда мобиль амфитеатр төҙөү күҙаллана.
Комсомол урамы буйлап Киров паркы яғына стационар булмаған павильондар, бер нисә арт-объект, шул иҫәптән, Стәрлетамаҡ символдарының береһе булараҡ, ҡаҙ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Элекке Земство идаралығы һәм хәҙерге тыуған яҡты өйрәнеү музейы биналарының фасадтарын яҡшыртыу планлаштырыла. Салауат Юлаев исемендәге скверҙағы тарихи майҙанды Киров паркының йәйәүлеләр өлөшө менән берләштерергә уйлайҙар.
— Проект өҫтөндә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, ҡала эшҡыуарҙары һәм урындағы әүҙем халыҡ, шул иҫәптән, Владислав Калачев бергәләп эшләнеләр, — тине Мария Орешникова.
Эш сәфәре барышында Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы сауҙагәр Патрикеевтың килем йортондағы “Патрики-маркет”та булды. Ул шоколад, әсетке менән бешерелгән икмәк, йөндән эшләнгән изделиелар, картиналар, брошюралар, майҙар һәм традицион башҡорт түбәтәйҙәре етештереүсе урындағы һөнәрселәр менән танышты.
Сәфәр аҙағында Зөһрә Гордиенко Стәрлетамаҡтың туристик потенциалына ышанысын белдерҙе һәм яңы проекттарҙы тиҙ арала иғлан итергә вәғәҙә биреп, ҡаланың тиҙҙән туристарҙы йәлеп итеү нөктәһенә әйләнәсәген әйтте. Ул беҙгә Стәрлетамаҡтың үҙенә генә хас тартып торған сифатын да уйларға урын ҡалдырҙы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотолары.