Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Апрель 2025, 13:32

Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театрконцерт берләшмәһендә Нальчик ҡалаһының М.Горький исемендәге Рус драма театры гастролдәренә арналған матбуғат кәңәшмәһе булды. Был Стәрлетамаҡ драма театрының быйыл март айында Нальчик ҡалаһындағы гастролдәренән һуң булған яуап визиты.

Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡтаҠабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта
Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта

Сарала Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов, М.Горький исемендәге Рус драма театрының директор урынбаҫары Хайшат Ворокова, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы, театрҙың ҡуйыусы режиссеры Евгения Толстова, ошо театрҙың төп артисы, ҡуйыусы режиссеры Аубекир Мизиев, шулай уҡ театрҙың төп артисы Ирина Одинцова, журналистар, блогерҙар, студенттар һәм ӨДФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары ҡатнашты.

 Матбуғат кәңәшмәһен Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары Радик Ғиззәтов асты.

Программала РФ Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй берҙәм гастроль-концерт планының төбәк-ара йүнәлештәге “Ҙур гастролдәр” программаһы сиктәрендә һәм шулай уҡ гастроль репертуарындағы спектаклдәр тураһында М.Горький исемендәге Рус драма театрының ижади төркөмө етәксеһе, директор урынбаҫары Хайшат Ворокова һөйләне.

Ҡунаҡтар урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

 – Беҙ бөгөн Нальчик ҡалаһының М.Горький исемендәге Рус драма театрын үҙебеҙҙең сәхнәлә ҡабул итеүебеҙгә бик шатбыҙ. Ижади һәм мәҙәни берләшмәне нығытыу, яңы тамашасыны йәлеп итеү, театр коллективтары араһында танышыуҙарҙы киңәйтеү маҡсатында ойошторолған “Ҙур гастролдәр” программаһына рәхмәтлебеҙ! – тине Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов.

Гастроль афишаһын М.Горький исемендәге Рус драма театрының гастроль афишаһын яҡташыбыҙ, драматург Наталья Шорҙың “Светофорҙы кем урлаған?” әҫәре буйынса ҡуйылған әкиәт-детектив асып ебәрҙе.

Гастролдең икенсе көнөндә, йәғни 15 апрелдә А.С. Пушкиндың “Крәҫтиән ҡыҙ” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Тормош, күҙ йәштәре, мөхәббәт” спектакле күрһәтелде. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, инсценировкалаусыһы Е.А. Толстова. М.Горький исемендәге Рус драма театры Стәрлетамаҡтағы “Ҙур гастролдәр” туры 16 апрелдә Н.В. Гоголдең “Никах” повесы буйынса Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы Ю.Г. Балҡаров ҡуйған комедия менән тамамлай.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре билдәләүенсә, сара бик йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы булды.

Ҡунаҡтар 1936 йылда нигеҙ һалынған театрҙың классиканы һәм эксперименттарҙы берләштергән хәҙерге репертуары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, А.С. Пушкиндың “Крәҫтиән ҡыҙ” әҫәре буйынса ҡуйылған “Тормош, күҙ йәштәре, мөхәббәт” постановкаһын эксперименталь тип атанылар. Ул заманса түгел, ә бәлки, репетиция барышында тыуған үҙенсәлекле формала бирелә, тип билдәләне режиссер.

 Хайшат Ворокова Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙарының юғары профессионализмын билдәләне.

 – “Ҡорос (Керчь). Яугир ат тарихы” Нальчиктағы тамашасыларҙа көслө тәьҫир ҡалдырҙы, – тине Хайшат Борисовна. – Улар залдан күҙҙәре йәшләнеп, күңелдәре тулып, коллективҡа рәхмәтле булып сыҡты. Нимә тураһында уйланырға, аңларға урын бар.

Бындай гастролдәр – төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышыу, башҡа төбәктәрҙә кешеләр нисек йәшәгәнен һәм аралашҡанын күреү өсөн ҡиммәтле мөмкинлек, тип билдәләне ҡунаҡтар.

 Улар Стәрлетамаҡ тураһындағы тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын барып күреү һәм ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең тәрән белемлелеге уларҙы әҫәрләндергән. Шулай уҡ, ҡунаҡтарҙы ҡаланың тарихи үҙәге, Салауат скверы һоҡландырған. Матбуғат кәңәшмәһендә телдәрҙең оҡшашлығы, йолаларҙың уртаҡлығы тураһында ла һүҙ булды.

Көндөң торошона ҡарап, изге тауыбыҙ Торатауға менеү ҙә планлаштырыла.

Роза САФИНА.

Фотолар театр сайтынан алынды.

Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта
Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта
Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта
Ҡабарҙы-балҡарҙар беҙҙә ҡунаҡта
Автор:Роза Сафина
Читайте нас