

Көтөп алынған был проект нимә менән мәшғүл тиһегеҙме? Улайһа, әйҙәгеҙ, проекттың авторы Алик Рафаэль улының эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
Ҡышҡы һыуыҡ айҙарҙа күп кенә фатирҙарҙа һалҡын була. Әлбиттә, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау федераль программаһына ярашлы күп эштәр башҡарыла. Әммә ҡалалағы бөтә йорттарҙы ла бер ыңғай көпләп бөтөп булмай бит инде.
Баҡтиһәң, был хәлдән сығыу юлы ла бар икән. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, беҙ бөгөн – проблеманан сығыу юлдарын аңлай белгән, киләсәкте алдан күрә белеү һәләтенә эйә булған өмөтлө эшҡыуар Алик Нагаевтың өр-яңы проекты менән таныштырып үтәбеҙ. Алик Нагаев был етди эшкә тотонғансы байтаҡ ер-һыу күреп, төрлө эштәрҙә эшләп, бай тәжрибә тупларға өлгөргән. Стәрлетамаҡ районы Төрөшлө ауылыда урта мәктәпте тамамлағандан һуң башта Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Икенсе курста уҡып йөрөгәндә армия сафына алына. Свердовск өлкәһенең Елань хәрби часында 32-се танк полкында бер нисә ай хеҙмәт иткәндән һуң Тажикстандағы 201-се Рәсәй хәрби базаһына күсерелә. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Алик Нагаев бер аҙ тыуған ауылында эшләп ала. 2016 йылда яңынан медицина университетында уҡыуын тергеҙә, бер аҙҙан Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта тимер бетон конструкциялар монтажлаусыһы булып эшләп тә йөрөй. Аграр университеттың тәбиғәттән файҙаланыу факультетында төҙөлөш йүнәлешендә һөнәр үҙләштергәндән һуң, Өфөлә сәнәғәт альпинизмы буйынса курстарҙа уҡып, белемен камиллаштыра. Йорттарҙы тышҡы яҡтан йылытыу (көпләү) буйынса бер фирмала өс йыл тәжрибә туплағандан һуң, Алик Нагаев 2021 йылда ошо юҫыҡта үҙенең шәхси эшҡыуарлыҡ эшен асырға йөрьәт итә.
– Заказ биреүселәр араһында төрлө кешеләр осрай. Араларында ҡаты сиргә дусар булғандарҙы күреү бигерәк тә ауыр була, ә улар бигерәк тә йылыға мохтаж, – тип таныштыра эш үҙенсәлектәре менән Алик Рафаэль улы. – Кемдер онкология сиренән яфа сигә, кемдер балалар церебраль параличынан интегә, атлай алмай ултырыусылар ҙа бар. Бигерәк тә бындай хәлгә тарыған балалар йәл. Ошондай аяныс хәлдәрҙе күреп йөрәге әрней йәш эшҡыуарҙың. Пенсияға ғына көн күргән кешенең матди хәле лә мөшкөл була. Уларға нисек булһа ла ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша ул.
Башта ҡаты сирле клиенттарға башҡарылған эш өсөн ташлама яһай. Ошо урында бер миҫал килтереп үтәйек. Елена исемле ҡатын Катя исемле ауырыу ҡыҙҙы яңғыҙы тәрбиәләй. Фатирҙы тышҡы яғынан йылытыуҙан тыш, эске яҡтан да ремонт кәрәк, ванна бүлмәһенә ишек ҡуйыу һ.б. Ә бит айырыуса ауырыу кешенең ғүмрере күбеһенсә өйҙә үтә. “Ауырыу кешенән ниндәй выждан менән аҡса алмаҡ кәрәк?!” тигән уйҙар борсой намыҫлы эшҡыуарҙы. Шулай уйлана торғас башына бер идея килә – ремонтты үҙ иҫәбенә башҡарып ҡарарға була. Гел генә үҙ иҫәбеңә лә ремонт эшләп булмай бит инде. Ә үткән йылда ул, эҙләнә-уйлана торғас, үҙенең эшҡыуарлыҡ эшен хәйриәлек йүнәлешендә һынап ҡарарға була. Шулай итеп, ул “Йөрәк йылыла” проекты буйынса эшләй башлай.
Алик Нагаев һәр башҡарған эшен сәхифәһенә һалып бара. Социаль селтәрҙәр аша аралаша торғас, аралашыу даирәһе лә киңәйә бара. Уның эше менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күбәйә. Кемдәрҙер ремонт буйынса мөрәжәғәт итә, әмәлгә ҡалғандай, уның ошо хәйриәлек эшенә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр ҙә табылып тора. Мәҫәлән, Екатерина исемле ҡатындың фатиры бик һалҡын, тыш яҡтан көпләп йылытырға кәрәк. Ванна бүлмәһенә ишек ҡуйҙырырға ла кәрәк. Улы Артем балалар церебраль параличынан интегә, атлап йөрөй алмай. Осон осҡа ялғап көн иткән ҡатындың ремонт өсөн түләргә мөмкинселеге юҡ. Етмәһә, был ғаилә медицина ҡорамалына ла мохтаж икәнлеге асыҡлана. Кәрәкле ҡорамалды һатып алыу өсөн йөҙ мең һум кәрәк. Тик “быныһы минең эшем түгел” тип, ҡул һелтәп ҡуймай, кеше ҡайғыһына күҙ йомоп ҡарай торғандарҙан түгел һиҙгер күңелле эшҡыуар. “Бәйләнештә”ге селтәрендәге сәхифәһе аша ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе була, ике көн эсендә егерме мең һум аҡса йыйылып та өлгөрә. Бына шулай, донъяла изге күңелле кешеләр күберәк икәнлегенә ышана, хәйриәлек менән шөғөлләнгән һайын аяныслы яҙмышҡа дусар булғандарҙың хәленә нығыраҡ төшөнә башлай, аҡса эшләү менән генә мәшғүл түгел, ә изгелек хаҡында ла онотмай оло йөрәкле шәхес.
– Эшебеҙҙе киңерәк йәйелдереп ебәрергә булдыҡ. Стәрлетамаҡ менән генә сикләнмәйбеҙ, өс ҡаланы – Салауат, Ишембайҙы, тирә-яҡ райондарҙағы ауылдарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, – ти Алик Рафаэль улы. Йорттарҙы, фатирҙарҙы эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да йылытыу буйынса эштәр башҡарабыҙ. Йәғни, дымлы фасад технологияһы буйынса эшләйбеҙ.
Әйткәнәдәй, ошо егет беҙҙең “Ашҡаҙар” гәзите ойошторған “Беҙ бергә” фестиваленең дә бағыусыһы.
Нагаевтарҙың ғаилә ҡороп Стәрлетамаҡта төпләнеүҙәренә лә хәҙер һигеҙ йыл. Ҡатыны Роза менән Әмир исемле ул һәм Амелия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Артабан да тормоштары көйлө, донъялары түңәрәк булып, бәхетле тормошта йәшәһендәр.
Бик күп кешеләрҙең рәхмәтен алырға өлгөргән утыҙ биш йәшлек эшҡыуар ирешелгәндәр менән сикләнергә уйламай. Ҡаты сирлеләрҙең фатирҙарына бушлай ремонт эшләүҙән тыш, мохтаж булғандарға медицина ҡорамалдары һатып алыуҙа ла ярҙам итергә ниәтләй.
Был изге ниәте лә тормошҡа ашырына ышана эҙләнеүсән, тәүәккәл эшҡыуар. Бына шундай ҡыйыу аҙымдар менән алға бара ул бөгөн! Ҡылған изгелектәрең, ауырыу балаларҙы шатландырғаның өсөн үҙеңә лә уңыш йылмайһын, яңы проектың дауамлы булһын, эштәрең тик алға ғына барһын, йөрәк йылыңды өләшеп, донъяға нур һибеп йәшә, Төрөшлөнөң уңған егете!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фотолар Алик НАГАЕВтың шәхси архивынан алынды.