

Атайым блокадала тыуған
– Беҙҙең нәҫелде атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та хәрбиҙәр династияһы тиергә була. Атайым яҡлап ҡартатайым Әхәт Бәширов Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан, ул һуғышҡа Ленинград блокадаһынан киткән. Сөнки Нажиә өләсәйем менән өйләнешкәс, улар Ленинградҡа күсеп киткән булған. Улар икеһе лә Ленинград блокадаһында ҡамауҙа ҡалған. Атайым һуғыштың хәтәр мәлендә шунда тыуған, атайымдан алда бер туған апаһы Раяна ла блокада ваҡытында тыуған. Нажиә өләсәйем блокада ваҡытында санитарка булып хеҙмәт иткән. Ҡамауҙан сыҡҡас, өләсәйемде ике балаһы менән Башҡортостанға эвакуациялағандар. Әхәт ҡартатайым артабан һуғышта ҡатнашыуын дауам иткән, Германияға хәтлем барып еткән, бер аяҡһыҙ ҡайтҡан. Нажиә өләсәйем 1920 йылғы, 96 йәшкә тиклем йәшәне. “Биш пароходтың икәүһе батты, өсәүһе тороп ҡалды, шуларҙың береһендә беҙ инек”, – тип һөйләр ине ул.
Әсәйем яҡлап Зәки олатайым да һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнашҡан, ул офицер булған. 1914 йылғы, ул оҙон ғүмер кисерҙе, һикһәнгә етеп мәрхүм булды. Зульпукаровтар сығышы менән Әлшәй районы Өршәк буйынан, – тип нәҫел ептәрен барлай әңгәмәсем. – Стәрлетамаҡ районы Сумар (икенсе исеме Абдрахман) ауылына килеп төпләнгәндәр. Зәки ҡартатайым Маянған ауылы кейәүе. Әсәйемдең (Зәкиә Зәки ҡыҙы) инәһе Сәлиха ҡартинәйем шул ауылдыҡы.
Ҡарт ҡартатайым, йәғни әсәйемдең ҡартатаһы Ишмөхәмәт Миңнеғәли улы Зульпукаров та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул М.Шайморатовтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә “Бөйөк Ватан һуғышы” ордены менән бүләкләнгән. Үкенескә ҡаршы, ул да хәбәрһеҙ юғалған.
Династияны дауам итеп...
...Яҙмыш ҡушыуылыр инде, нисәмә йылдар үткәс, Рим Бәшировҡа ла ҡартаталарының яҙмышын ҡабатларға, ҡулына ҡорал алып, алғы һыҙыҡта, иң хәүефле йүнәлештәрҙә һуғышырға тура килә.
– Беҙ ғаиләлә ун бала үҫтек. Әлеге ваҡытта ун баланың бишәүһе иҫән, – тип һөйләй Рим Бәширов ғаиләләренең яҙмышы хаҡында. – 1977 йылғы Ильвир туғаныбыҙ яңы ғына МХО-ла һәләк булды, Стәрлетамаҡ районы Сумар ауылы зыяратына алып ҡайтып ерләнек. Бер йылдан ашыу хеҙмәт итте. Тағы ла бер туғаныбыҙ Риф 1981 йылғы әле махсус операцияла ине, әммә яраланып Тоцкиҙағы хәрби госпиталдә ята. Ике туған энебеҙ Зульпукаров Рәил Сабирйән улы (инәйемдең бер туған ағаһының улы) ла МХО-ла.
Атайым Салауат Әхәт улы Стәрлетамаҡ районы Первомайский совхозының Красноармейский ауылынан. Ә атайым яҡлап ҡартатайымдар – Бәшировтар Шишмә районынан. Тамырҙары Татарстандың Әлмәт яғынан.
Мин үҙем махсус хәрби операцияға контракт буйынса 2024 йылдың июнендә киткән инем. Шунан һуң август айында улым Айҙар ҙа контракт төҙөнө. Айҙар 1996 йылғы, 27 йәштә, “Бәшир” позывнойлы, әле ул мин булған яу яланынан алыҫ түгел, Донецк Халыҡ Республикаһы йүнәлешендә хеҙмәт итә, Риф туғаныбыҙ ҙа шунда. Тик күрешә алмайбыҙ.
Үҙем яраланғанға тиклем ике тапҡыр алғы һыҙыҡта булдым. Разведбатальонда булдым. Бер генә урында тормайбыҙ, ҡайҙа йәшәрлек урын бар, эҙләп табабыҙ ҙа – шунда ҡунып йөрөйбөҙ, – тип һөйләй Рим Салауат улы хәрби хеҙмәткә бәйле тормошо менән таныштырып. – Әлеге ваҡытта бүлек командирымын. Йыш ҡына алғы һыҙыҡта ла булырға тура килә, алғы һыҙыҡта саҡта күп кеше һәләк булды, мин сығып өлгөрҙөм. Старлинг йәки Телеграм менән эшләйбеҙ. Старлинг ныҡ ярҙам итә, уның аша тыңлап булмай, ә рация тыңлана. Яу яланында булғанда, иң мөһиме, аяҡ аҫтына ҡарап ҡына йөрөргә һәм “таждар”ға – пехотаға ҡаршы фугаслы миналарға баҫмаҫҡа кәрәк. Нәмәләр генә ташламайҙар, ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Мин үҙем “сбросник”ка эләктем, дрон ташлап киткән граната. Яраланғандан һуң дауаханала урын булманы. Аяҡтағы йәрәхәт өс айҙа төҙәлде. Ясиноватое хәрби госпиталендә дауаландым.
Һәр халыҡҡа ла һуғыш түгел, тыныслыҡ кәрәк
Һуғыштың үҙенсәлегенә килгәндә, беҙҙең һалдаттар түҙемле, сит илдекеләр беҙҙең һымаҡ сыҙамлы түгел, тип әйтә алам. Беҙ хеҙмәт иткән ерҙә Башҡортостандан күптәр, ғөмүмән, төрлө халыҡ. Тува, буряттар бик йылғырҙар, тыумыштан һунарсылар, уларға ышанырға була. Күбеһенсә рация менән һөйләшәләр. Дошман аңламаһын өсөн үҙ телендә аралашалар.
Һалдаттар араһында ла төрлө кешеләр бар, һатлыҡ йәндәр ҙә осрай. Пленға төшкәндәр күп, улар яғынан да, беҙҙекеләр ҙә. Тик шуны әйтергә теләйем, нәфрәт менән һуғышырға ярамай. Быны мин үҙемдең хәрби бурысым тип ҡабул итәм. Хәрби задание буйынса барғанда мин уҡынып сығам. Һуғышты Аллаһ ҡушҡан яҙмыш итеп ҡабул итергә, һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, уҡынып ҡына йөрөргә кәрәк. Һәр халыҡҡа ла һуғыш түгел, тыныслыҡ кәрәк. Илгә, көнгә тыныслыҡ теләп йәшәһәк, Еңеү яҙы ла тиҙерәк килеренә ышанам.
Роза САФИНА.
Фотолар Рим Бәшировтың шәхси архивынан.