Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Апрель 2025, 13:05

Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә юл буйы сервисы, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе, күмәртәләп һатыу һәм склад логистикаһы өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтте.

Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡФедераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ
Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында дәүләт ярҙамы тураһында ла һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә БР сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры урынбаҫары  Рөстәм Байбурин, БР Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының юл буйы сервисын үҫтереү буйынса проект инициативаһы етәксеһе Ф.Фәйрүзов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Н. Юнысов, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль бүлектәр һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы бүлеге начальнигы А.Н. Сибәғәтуллин, ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы Н.М. Винклер, БР “Агросәнәғәт кластеры идарасы компанияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма проекты етәксеһе А.Г Атнағолова һәм башҡа эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Кәңәшмә А.Н. Юнысовтың “2024 йылға Стәрлетамаҡтың ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәттәр үҫеше йомғаҡтары тураһында”ғы доклады менән башланды.

Ҡаланың сауҙа һәм сервис индустрияһын 2289 сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе предприятиелары күрһәтә.

2024 йыл йомғаҡтары буйынса ваҡлап һатыуҙың яҡынса әйләнеше 132 млрд. һум тәшкил итәсәк йәки 2023 йылғы кимәлгә сағыштырмаса баһалауҙа 107,7 процент тәшкил итә.

Ҡалала сауҙаның бәләкәй форматтарын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Стационар булмаған сауҙа буйынса маҡсатлы күрһәткес – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән 10 мең кешегә 12 объект үтәлгән.

2025 йылда кеүәҫ, туңдырма, шәкәр мамығы, һауа шарҙары, ҡамыр аштарын һатыу буйынса стационар булмаған сауҙа объекттарын асыҡ формала урынлаштырыу хоҡуғына алты электрон аукцион үткәрелгән.

Ҡалала берҙәм инфраструктура стиленең заманса форматтары индерелә, стационар булмаған сауҙа объекттары өсөн дизайн-код эшләнгән. Йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе тиҙ үҫешә. Стәрлетамаҡта ресторандар милли аш-һыу серҙәрен әүҙем үҙләштереүен дауам итә.

Айнур Наил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡалала көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә бөҙрәхана һәм косметика, транспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү һәм машиналарҙы, ҡорамалдарҙы ремонтлау, кейем тегеү, мебель эшләү буйынса салондарҙың хеҙмәттәренә ихтыяж арта.

Докладсы үҙенең сығышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәһен үтәү йәһәтенән, ҡалала баҡсасылар үҫтергән продукцияны һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын айырыуса билдәләп үтте. Йәмғеһе 171 сауҙа урыны урынлашҡан 13 майҙансыҡ ойошторолған. Улар бушлай бирелә. Шулай уҡ, баҡсасылар һәм фермерҙар “Стәрлетамаҡ-Арена” майҙанындағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә сауҙа урындары өсөн түләмәйенсә һатыу итә ала.

Был өлкәлә яңылыҡтар ҙа бар: уҙған йылда ҡалала Бөтә Рәсәй йәрминкәләре уҙғарылды. Стәрлетамаҡ ошо проектты тормошҡа ашырыусы пилот ҡалалары иҫәбенә инде. Бындай йәрминкәләрҙә, ҡәҙимге йәрминкәләрҙән айырмалы рәүештә, билдәле бер брендтар һәм айдентиктар ҡулланыла, шулай уҡ, бер ҡыйыҡ аҫтында сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы пункттары һәм концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар менән уҙғарылған сағыу байрам уникаль йәрминкәләр ҡулланыусыларҙың күңеленә хуш килә һәм танылыу яулай бара.

Р.В.Байбурин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙарына рәхмәт белдерҙе һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған республика акцияларына ҡушылыуҙарын һораны.

Рөстәм Венер улы республиканың сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм юл буйы сервисы структураһын һәм йүнәлештәрен ентекле һүрәтләне.

Юл буйы сервисын үҫтереү – транспорт стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе. Был транспорт-логистика компаниялары эшендә мөһим компонент ҡына түгел (Башҡортостан аша өс федераль трасса үтә). Кафелар, магазиндар, мотелдәр, заправкалар селтәре үҫешеүе төбәккә туристар йәлеп итеүҙә мөһим фактор булып тора.

Республика етәкселегенең юғарыла аталған проекттар менән ҡыҙыҡһыныуы, инвесторҙарға участкалар һәм инженер инфраструктураһы менән ярҙам итергә әҙер тороуы, аҡса һалырға әҙер тороуы шунлыҡтан килә.

Оҙаҡламай, заправка, кафе, ҡунаҡхана, санитар-көнкүреш блогы, магазин, балалар майҙансығы, техник хеҙмәтләндереү станциялары бер урында урынлашҡас, традицион кафе, магазиндар һәм минималь хеҙмәттәр йыйылмаһы булған автозаправка станцияларына алмашҡа күп функциялы комплекстар киләсәк.

Н.Ф.Фәйрүзов сауҙа, дөйөм туҡланыу, көнкүреш хеҙмәтләндереүе, юл буйы сервисы инвесторҙарына ярҙам саралары тураһында һөйләне. Наил Фәһим улы Башҡортостанда уларға субсидиялар биреүҙән тыш, башҡа дәүләт ярҙам саралары ла күрһәтелә, тип билдәләне. Мәҫәлән, төп сараларҙың береһе – ер участкаларын ябайлаштырып биреү. Шулай уҡ, аҡсалата ярҙам сараһы ла бар – инженер һәм транспорт инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау. Дөйөм һалым системаһы буйынса эшләүсе эшҡыуарҙар һалым ташламаларына иҫәп тота аласаҡ.

Кәңәшмә аҙағында сауҙа министрлығы вәкилдәре эшҡыуарҙарҙың проектҡа өҫтөнлөклө статус биреү, ер участкалары тураһында мәғлүмәт алыу, ярҙам сараларын ентекле өйрәнеүгә ҡағылышлы һорауҙарына яуаптар бирҙе. Атап әйткәндә, эшҡыуарҙар ер участкаларын сауҙаһыҙ алыу, һалым льготалары, субсидиялар тураһында һ.б.кәрәкле мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Роза САФИНА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

 

Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ
Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ
Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ
Федераль трассаларҙа комплекстар төҙөлә башлаясаҡ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас