

«Авансан» медицина үҙәгендә билдәләүҙәренсә, инновацион ысул етди профессиональ спортсыларҙы тәрбиәләү мөмкинлеген биргән. Уларҙың спорт разрядтары һәм ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүҙәре бар. Һәм алда ҙур спорт киләсәге. Йөҙөүгә махсуслашҡан «Авансан» реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпия резервындағы спорт мәктәбенә уҡырға күсте. Ошо көндәрҙә олимпия резервындағы спорт мәктәбендә ата-әсәләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында ошо мөһим ваҡиғаға арналған йыйылыш үтте. «Ольховка» шифахана-профилакторийы директоры, табип-реабилитолог Тимур Мырҙағәлин, «Авансана» тәрбиәләнеүселәре юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә һәм спорт ярыштарында ҡала, республика һәм ил исеменән лайыҡлы сығыш яһай алыр, тигән ышаныс белдерҙе. Олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Владимир Петров, сирләгән балалар өсөн йөҙөү буйынса төркөм асыу балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең ныҡышмалылығы һәм хеҙмәте арҡаһында мөмкин булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, Шулай уҡ Тимур Мырҙағәлинға һәм ҡала хакимиәтенә был башланғысты хуплағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ Олимпия резервындағы спорт мәктәбе тарихы һәм Стәрлетамаҡты төрлө кимәлдә данлаған билдәле спортсылар хаҡында һөйләне. Ата-әсәләр комитеты тренерҙарға һәс Тимур Мырҙағәлинға рәхмәт белдерҙе.
Ҡатнашыусы фекере:
Быкова Мария Александровна:
Улым Анатолийҙы 16 йәшкә тиклем бер тренер ҙа алманы. Улыма ышаныс белдергән тренер Аида Эльдаровна Салееваға ҙур рәхмәт. Беҙҙең еңеүҙәребеҙ алда әле.
Римма ҒӘЛИМОВА.