Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Апрель 2025, 06:34

Айырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрә

Был көнүҙәк проблема ҡала хакимиәтендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы, Пенсия фонды, “Рәсәй Почтаһы”, ҡала ветерандар һәм хеҙмәттәр Советы вәкилдәре менән кәңәшмәлә тикшерелде. Һуңғы ваҡытта, көн һайын тиерлек алданған өлкән быуын граждандары һаны арта бара. Мәғариф учреждениеларында, социаль өлкәлә күпме генә инструктаж үткәрелмәһен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мутлашыуҙар туҡтарға уйламай. Уҙған йылда Стәрлетамаҡ халҡы мутлашыусыларға 513 миллион һум күсергән.

Айырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрәАйырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрә
Айырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрә

2025 йылдың 1 кварталында ғына – 55 миллион һум. Аҙна һайын зыян суммаһы 3 миллиондан 7 миллион һумға тиклем тәшкил итә, зыян күреүселәрҙең яҡынса өстән бер өлөшө – оло йәштәгеләр.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников:

– Үткән аҙна эсендә 12 мутлашыу фактында 4 пенсионер зыян күргән. Процент буйынса ҡарағанда, иң ҙур зыян күргән граждандарҙың категорияһы булып, пенсионерҙар тора. Был аҡсаның күпселеге сит илгә күсә. Шул иҫәптән Украина хәрби көстәрен финанслау өсөн. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына 9 май алдынан, һәм башҡа уларға тиң граждандарға социаль түләүҙәр ҡаралған. Ошо рәүешле мутлашыусылар үҙҙәренең схемаһын ҡуллана ала, һеҙгә тағы ла түләүҙәр ҡаралған, тиеп шылтыратыуҙары мөмкин. Шуға күрә, уяу булырға һәм туғандарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы бындай махинацияларҙан һаҡларға кәрәк. Ҡат-ҡат һөйләп, әйтеп аңлатып тороу зарур.

Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Тәфтиш идаралығының мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары өлкәһендәге енәйәттәрҙе тикшереү бүлеге начальнигы Никита Михеев билдәләүенсә, ҡағиҙә булараҡ, оло йәштәгеләргә (йышыраҡ тап стационар телефон аша) яҡын туғандарының юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе йәки полиция тарафынан тотолоуы тураһында, йә банк картаһы аша мутлашыу саралары үткәрелә, тип хәбәр итәләр Шулай уҡ Пенсия фонды, күҙәтеү органдары, поликлиника хеҙмәткәрҙәре, Интернет селтәрендә тауар һатыусы булып шылтыраталар, “Дәүләт хеҙмәттәре”нән килгән кодты әйтеүен һорайҙар.

Шылтыратыуҙарға һәм туғандарының йәки таныштарының аварияға эләгеүе, енәйәт ҡылған өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолоуы тураһында хәбәрҙәргә ышанырға ярамай, бигерәк тә аҡса күсереү тураһында үтенес килһә. Яҡын кешегә йәки уның менән йәшәгән башҡа туғанына шылтыратып, бөтә шик-шөбһәләрҙе юҡҡа сығарырға кәрәк.

Шылтыратыу ялған банк хеҙмәткәренән булыуы мөмкин, “белгес” аҡса урларға маташыуҙары, яңы номерҙы иҫәпкә тоташтырыу йәки паролде үҙгәртеү тураһында хәбәр итә, мәғлүмәттәрҙе атауҙы йәки “ҡаршы килгән” кредитты рәсмиләштереүҙе, ә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереүҙе талап итә. Енәйәтселәр әңгәмәгә ялған хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы йәлеп итә, ялған документтар ебәрә ала. Шылтыратыу “кәрәҙле элемтә операторы”нан булыуы мөмкин, абонентҡа номерҙы файҙаланыу һәм хеҙмәттәрҙе һүндереү өсөн СМС-хәбәр аша килгән кодты бирергә кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр. Муттар шулай уҡ инвестициялар ҙа тәҡдим итә.

Зыян күргән пенсионерҙар үҙҙәре лә мутлашыу факттары һәм енәйәт схемалары тураһында теоретик яҡтан белә, әммә ғәмәлдә файҙалана алмай, сөнки мутлашыусылар психологик тәьҫир итеү ысулдарын да ҡуллана. Телефонығыҙҙы һүндәре күрмәгеҙ, туғандарығыҙға хәбәр итмәгеҙ, тиеп иҫкәртеп ҡуйыуҙары ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, беҙ барыбыҙ ҙа оло йәштәге яғындарыбыҙ телефонына ватсап кеүек төрлө мессенжерҙарҙар ҡуябыҙ, әммә хәүефһеҙлек тураһында онотабыҙ. Йәғни, телефонға ҡушымтаны ҡуйыуҙан тыш, билдәле хәүефһеҙлеген дә көйләргә кәрәк. Ул бөтә мессенжерҙарҙа ла бар. Уларҙа таныш булмаған номерҙарҙан йәки ҡушымталарҙан килгән шылтыратыуҙарҙы тыйыу функцияһы бар. Унан башҡа хәүефһеҙлек өсөн ике факторлы аутентификация йәки ватсапҡа ингәндә раҫлау кодын ҡуйырға мөмкин.

– Һәр кем белһен өсөн иҫкәртеү эше көсәйтелергә тейеш. Пенсионерҙарыбыҙҙың кибер мутлашыусыларға күсергән аҡса суммаһы иҫ китерлек, шуға күрә пенсионерҙар менән нисек тә булһа үҙ-ара эш иткән бөтә хеҙмәттәргә лә профилактикаға ҡушылыу зарур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов.

Квитанцияларҙың кире яғында ошо хаҡта мәғлүмәт баҫтырырға ҡарар ителә, шулай уҡ газ хеҙмәте, пенсия таратыусы хат ташыусылар, иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тикшереү өсөн фатирҙар буйынса йөрөүсе башҡа коммуналь хеҙмәттәр оло йәштәгеләргә мутлашыу факттары тураһында һөйләргә һәм енәйәтселәрҙең хәйләләренә нисек эләкмәҫкә кәрәклеген иҫкәртергә тейеш.

Аҡсағыҙ тураһында сит кешеләр менән һөйләшмәгеҙ! Шикле кешеләр шылтыратһа телефонды һүндерегеҙ! Әгәр шулай ҙа уғрылар аҡсағыҙҙы алдау юлы менән тартып алды икән, полицияға мөрәжәғәт итеп, ҡылынған енәйәт тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ!

Гүзәл РӘМИЕВА

Автор фотоһы.

Айырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрә
Айырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрә
Айырыуса, оло йәштәгеләр зыян күрә
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас