Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Апрель 2025, 11:45

ЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕ

Ҡалабыҙҙа эшләйем тигән кешегә эш табыу мөмкинлектәре бар һәм табылып тора. Уның юлдары төрлө. Күптән түгел Патрикеевтар йортонда ҡала хакимиәте ярҙамында  «Башпласт», «Башҡортостан быяла компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Риком» дәүләт компанияһы башланғысы менән ойошторолған «Эш бында» тип аталған карьера форумы тәүге тапҡыр үтте. Сараға ҡаланың билдәле эш биреүселәре килде. Улар араһында «СТЕРХ» акционерҙар йәмғиәте, Инмаш, Росгвардия, «Авангард» ФКП-һы, адаптив һәм спорт каратэһы федерацияһы, эре төҙөлөш компаниялары, ҡунаҡхана комплекстары һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре бар ине.Форум эше биш майҙансыҡта ойошторолдо.

ЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕ
ЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕ

Форумдың үҙенсәлеге - йәш дәғүәселәргә тәҡдим ителгән интерактив квест форматы. Ҡатнашыусыларға эш биреүсе компаниялар менән улар тәҡдим иткән заданиеларҙы үтәп танышырға, шулай уҡ экспресс-әңгәмәләр үтергә тәҡдим ителде. Тиҙ әңгәмәләшеүҙәр 5 минут эсендә бер юлы биш HR-белгес менән аралашырға мөмкинлек бирә, үҙ профессиональ тәжрибәһен, күнекмәләрен һәм командала эшләү оҫталығын күрһәтә. Бөтә заданиеларҙы үтәп, махсус бланкта биш наклейка йыйып, йәш дәғүәселәр ҡиммәтле бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу һәм төп приз – портатив проектор өсөн көрәшеү мөмкинлегенә эйә була. Был ниәтте мин үҙемдә лә һынап ҡарарға уйлағайным, ләкин сара башланғансы нибары өс наклейка йыйып өлгөрҙөм.
Форумдың рәсми өлөшө сиктәрендә Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул ойоштороусыларға сараның яңы һәм ҡыҙыҡлы форматы өсөн рәхмәт әйтте, бындай ҡараш ҡала предприятиеларына һәм ойошмаларына яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә, тип билдәләне. Павел Николаевич форумдың артабанғы үҫешенә һәм йыл һайын үткәрелеүенә өмөт белдерҙе, шулай уҡ ойоштороусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Көн дауамында форумда ҡатнашыусылар һөнәри йүнәлеш буйынса белгестәрҙән консультация алыу, Рәсәй студенттар отрядтарынан оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыу, профессиональ тест һәм башҡа файҙалы саралар үтеү мөмкинлегенә эйә булды. Параллель рәүештә Елена Иванова, Альбина Михайлова, Александр Махновский, Ксения Шипкова, Алмаз Мәҡсүтов, Айҙар Бакиров, Роза Әлмөхәмәтова, Руслан Рәхмәтуллин һәм Владислав Калачев кеүек төрлө тармаҡтарҙағы эшҡыуарҙарҙан һәм алдынғы эксперттарҙан консультация алдылар. Ошонда уҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә булды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

ЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕ
ЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕ
ЙӘШТӘРГӘ ЭШ ТАБЫУЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас