

Был күләмле сара төҙөлөш материалдарын етештереүселәрҙе, иң яҡшы төҙөүселәрҙе, ремонт эштәре өлкәһендә тәжрибәле оҫталарҙы, дизайнерҙарҙы һәм тәьмин итеүселәрҙе берләштерҙе.
Алтмышҡа яҡын күргәҙмә урыны әҙерләнде. Фестивалдең генераль партнерҙары булып “СтройДом”, “ЛофтБани”, “Кит Пласт”, “Квинта Плюс” компаниялары, “Газ Төбәге” фирмаһы, “Стерлитамак Водоканал Строй”, “ЭкоТайм” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре сығыш яһаны.
Форумда ҡатнашыусыларҙың күбеһе — аҙ ҡатлы һәм шәхси торлаҡ төҙөлөш вәкилдәре ине. Әммә сарала “Риком” кеүек ҙур компаниялар төркөмө лә булды. Ҡатнашыусылар араһында —“Башҡорт кирбесе” (республиканың иң ҙур кирбес холдингы), “Кафель Холл” компаниялар төркөмө, “Инсайт” интерьер ҡарарҙары студияһы, “Санвей”, “Аквотек”, “Вклад”, “Posadsky” компаниялары, “Профбрус”, “Мистер Шом”, “Лотос”, “Квинта плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр һәм башҡалар. Төҙөлөш, инженер системалары, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, мебель, видеокүҙәтеү һәм климат техникаһы өлкәһендә продукция һәм хеҙмәттәр тәҡдим ителде. Балалар сөн Мега-лего, Марио менән уйындар, шулай уҡ фотозоналар ойошторолдо.
Өфөнән килгән уҡыусы-туристар төркөмө ҡалабыҙҙың төҙөлөш колледжының оҫталыҡ дәрестәрендә кирбес һалыу оҫталығына өйрәнде. Фестиваль программаһында күргәҙмә стендтары ла булды, шулай уҡ бизнес, төҙөлөш компаниялары, банк вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары ла сығыш яһаны.
“Лотос” компанияһы арболит блоктарының иҫ киткес үҙенсәлектәрен күрһәтте. Улар янмай, шул тиклем ныҡлы, хатта сүкеш менән һуҡһаң да бирешмәй. Был арболиттың төҙөлөш материалы ғына түгел, йорттоң ышаныслы һаҡсыһы булыуын да иҫбатлай.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының интернет-тапшырыуҙар шеф-редакторы Леонид Егоровтың сығышы барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Леонид үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тыңлаусыларҙы яңы идеяларға һәм проекттарға рухландырҙы. Уның иғтибарҙы үҙ-үҙенә йәлеп итеүе иҫ киткес мөхит булдырҙы, ә ҡыҙыҡлы миҫалдары һәр һүҙен мәғәнәле итте. Сарала ҡатнашыусылар фекер алышыуҙа ҡатнашып, эксперттан мөһим һәм кәрәкле кәңәштәр тыңлап, һорауҙар бирә алды.
Леонид Егоров ысынлап та талантлы спикер, һәм уның сығышы фестивалдең сағыу ваҡиғаһына әүерелде, был көндө ул тыңлаусыларҙың йөрәгендә илһам усағы һәм яңы ҡаҙаныштарға ынтылыш уятты.
Хедлайнер, ысын урбанистика белгесе Александр Старковтың да сығышы үҙенсәлекле булды. Бизнес-лекторийында ул банк структураһындағы һәм һалым системаһындағы үҙгәрештәр, төҙөлөш һәм урбанистика өлкәһендәге актуаль трендтар тураһында бәйән итте.
Ул Бөрө ҡалаһында уникаль Чирковъ арауығына нигеҙ һалыусы һәм Мәскәүҙәге “Ҡала геройҙары” территорияһын үҫтереү агентлығы партнеры.
Александр республикабыҙҙа креатив индустрияларҙы үҫтереү, ҡалаларҙы йәшәү өсөн уңайлы һәм инновацион киңлектәргә әйләндереү тураһындағы идеялары менән уртаҡлашты. Уның практик кәңәштәр, сағыу миҫалдар менән тулы сығышы яңы ҡаҙаныштарға рухландыра.
Фестивалде үткәреү башланғысын Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙар ассоциацияһы советы рәйесе Екатерина Фризен, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, шулай уҡ башҡа власть органдары һәм эшлекле берләшмә вәкилдәре хупланы.
Ойоштороусылар Төҙөлөш фестивален даими рәүештә йылына ике тапҡыр — яҙ һәм көҙ үткәрергә ниәтләй. Ул “Сауҙагәр 2.0” эшҡыуарҙар фестивале менән бер рәттән ҡаланың ҙур саралары араһында лайыҡлы урын биләргә тейеш.
Әлеге сара ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы, онотолмаҫлыҡ һәм файҙалы булды, ололарға ғына түгел, балалар ҙа фестивалдән дәртләнеп, күтәренке кәйефтә таралышты. Һәм, әлбиттә, унда өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы, күңел асыу программалары, күргәҙмәләр, шулай уҡ, бүләктәр уйнатыу ҙа булды.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Автор фотолары.