Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Май 2025, 09:05

ЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАН

Егоров Владимир Николаевич (һүрәттә) Стәрлетамаҡ егете, 2-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң, токарь һөнәрен үҙләштерә, армияға тиклем Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында эшләй.

ЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАНЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАН
ЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАН

Хәрби хеҙмәткә алынғас, Владимир Егоров Һарытыуҙағы хәрби часта ике йыл хеҙмәт итә, ярты йылдан һуң Чечняға командировкаға ебәрәләр. Ҡыҙыу нөктәлә алты ай йөрөгәс, йәнә Һарытауға ҡайтаралар. Шулай итеп, армияла саҡта ике тапҡыр Чечняла һуғышырға тура килә уға.

Владимир махсус хәрби операцияла контракт буйынса 2023 йылдың мартынан хеҙмәт итә.

– Мин эләккән “Ахмат” махсус отряды күп милләтле. Чечендар, дағстан, башҡорт, сыуаш, татарҙар бер туғандар һымаҡ үҙ-ара татыуҙар. “Ниндәй заманда йәшәйбеҙҙер, был донъяны һис аңларлыҡ түгел, 2000 йылда чечендарға ҡаршы һуғышҡайным, әле шулар менән дуҫ булып, бер туҫтаҡтан ашап йөрөнөк...” – тип хәтирәләргә бирелеп алды яугир. – Беҙ полкта өс яҡташ егет бергә булдыҡ, беҙҙең ҡаланан – “Грек” позывнойлы, шунан йәнә бер татар егете һәм мин. Минең позывнойым “Егор”. Үкенескә күрә, яуҙаштарымдың исемдәрен иҫкә төшөрә алмайым, операцияларҙан һуң хәтерем насарайҙы, – ти Владимир.

 Әйткәндәй, Владимирҙың бер туған ҡустыһы Сергей махсус хәрби операция башланыу менән мобилизацияланған. Ул да ағаһы кеүек алғы һыҙыҡта һуғышҡан. Һөжүм ваҡытында юғалған, әле һаман бер хәбәр ҙә юҡ.

Владимир үҙе 1984 йылғы, ә Сергей өс йәшкә кесерәк. Луганск Халыҡ Республикаһында булған саҡта туғаны менән аралары егерме генә саҡырым булған, тик яу яланында бөтөнләй башҡа тормош, бер нисек тә күрешеп булмай. Әйткәндәй, үҙенең отпускыһы ваҡытында Сергей Владикавказдағы госпиталгә ағаһының хәлен белергә барған (һүрәттә).

Владимир Егоров  хеҙмәт иткән полкта күп командирҙар (штурмлау хәрби подразделениеһы командирҙары) яуҙа башын һалған. Чечен, әрмән милләтенән булғандар. “Командирҙарыбыҙ бик һәйбәт егеттәр ине”, – тип иҫләй яуҙаштарын яугир.

Владимир Егоровты, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, комиссовать иткәндәр. Дошман пуляһы эләгеп, ҡулбашының өстән бер өлөшө ҡаты яралана, ҡалаҡ һөйәге айырылып сыға. Онтаҡланып бөткән быуындарын бөртөкләп тигәндәй йыйып, яңынан тергеҙеү өсөн ете госпиталдә дауаланырға тура килә яугирға. Лисичанск, Луганск, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Владикавказ, Мәскәү... Хатта Хабаровскиға алып китеп дауалайҙар уны. Тик ҡайҡас та тыныслана алмай һалдат йөрәге, һаман да яу яланына ашҡынып тик тора. Хеҙмәттәштәренә өс тапҡыр гуманитар ылау алып барған. “Ҡайтҡас та тыныс тормошҡа өйрәнеп булмай, һаташып ҡысҡырып уянған саҡтар күп була, – ти яугир. – Әйткәндәй, әсәйемдең атаһы – олатайым Филиппов Максим Федорович та (һүрәттә) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 1901 йылғы, алтмыш йәшендә донъя ҡуйған.

 – Ябай һуғыштар булмай. Чечен һуғышы менән сағыштырғанда айырма күп. Тормош бер урында тормай, заман талаптарына буйһонған яңы технологиялар, электр ҡорамалдары, дрондар. Тик шуны ышаныс менән әйтә алам: беҙҙең һалдаттар сыҙамлы, көслөрәк. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тип тамамланы һүҙен яугир. Шулай була күрһен! Ике Еңеү яҙы бергә килһен! Илкөндәребеҙ имен булһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Фотолар Владимир Егоровтың шәхси архивынан алынды

ЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАН
ЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАН
ЕТЕ ГОСПИТАЛДӘ ДАУАЛАНҒАН
Автор:Роза Сафина
Читайте нас