

Көндөң тәүге яртыһында саҡырылған спикерҙар – Айгөл Хәбибрахманова, Башҡортостан Республикаһында стратегик башланғыстар агентлығының йәмәғәт вәкиле Евгения Долгих, Башҡортостандың көньяҡ төбәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн төбәк ресурс үҙәге етәксеһе Оксана Ибраһимова, йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлегенең баш белгесе, федераль лектор, Санкт-Петербургтан Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары эксперты Маргарита Смирнова (Сафари) сығыш яһаны.
Көндөң икенсе яртыһында бар-кемп ҡатнашыусылары үҙ идеяларын һәм проекттарын эксперттар хөкөмөнә тәҡдим итте, улар үҙ сиратында кәңәштәрен биреп, концепцияларын камиллаштырырға ярҙам күрһәтте. Эксперт сифатында шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының һөнәрселек палатаһы” һөнәрселәр союзы рәйесе Элеонора Саунина сығыш яһаны. Яңы йүнәлештәр буйынса инициативалар, идеялар платформаға индерелде.
Наталья Квашнина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы башлығы идарасыһы:
– Стәрлетамаҡ һәр ваҡыт талантлы кешеләр менән тулы ижади ҡала булды. Мин һеҙҙе бөгөн Башҡортостанда тәүге тапҡыр бындай бар-кемпҡа йыйылған берҙән-бер ҡала булыуығыҙ менән ҡотлайым!
Был сарала ҡатнашыусылар бик күп нәмәгә өйрәнәнеп, үҙҙәренең көслө идеяларын формалаштырып, платформаға тәҡдим итә аласаҡ. Был идеяларҙы һеҙ гранттарға тапшыра алаһығыҙ, ә иң мөһим уникаль мөмкинселек – барыһының да проекттарын тикшереп, беҙ киләсәктә Иҡтисади үҫеш министрлығы алдында үтенес менән һәм Башҡортостан Республикаһында тап һеҙҙең идеяларҙы хуплауҙы һорап мөрәжәғәт итә алабыҙ. Һәм һеҙ Рәсәй президенты В. В. Путинға тәҡдим ителәсәк ун проект иҫәбендә була алаһығыҙ.
Айнур Юнысов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– “Көслө идеялар” 2020 йылда башланды һәм быйыл тәүге тапҡыр ошондай форматта уҙғарыла. Был сара хәҙер беҙҙең тормошта, йәмғиәттә, дәүләт тормошонда нимәнелер үҙгәртә алырлыҡ ниндәйҙер стандарт булмаған идеялар кәрәклеге тураһында һөйләй. Шуға күрә, идеялар ҡала өсөн локаль булырға, әммә башҡа ҡалаларға ла трансляцияланырға мөмкин, йәки ул ниндәй ҙә булһа киң күләмле идея булырға тейеш. Һеҙ үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлаша һәм башҡаларҙың идеяларын ҡарай алаһығыҙ, һәм, бәлки, уларҙы камиллаштырырһығыҙ ҙа. Барлыҡ идеялар ҙа эксперттар тарафынан ҡараласаҡ. Иң яҡшылары төбәк, артабан федераль кимәлдә һайлап алына һәм тикшерелә, һуңынан тағы ла юғарыраҡ күрһәтелә. Ойоштороусыларға һәм килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт!
Башҡортостан Республикаһында стратегик башланғыстар агентлығының йәмәғәт вәкиле Айгөл Хәбибрахманова “Яңы заман өсөн көслө идеялар” һәм “Беҙҙекеләрҙе бел” конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне, шулай уҡ ижади эшҡыуарҙарға уникаль ярҙам тәҡдим иткән Сбер акселераторы менән таныштырҙы.
– Форумды стратегик башланғыстар агентлығы, Росконгресс фонды тормошҡа ашыра. РФ президенты ҡушыуы буйынса форумда федерацияның бөтә субъекттары тиерлек, хатта 35 сит ил ҡатнаша. Дүрт йыл эсендә 88 мең идея тәҡдим ителгән. Уларҙың һәр береһе социаль үҫеш, фәнни-техник, эшҡыуарлыҡ һ.б. кеүек төрлө йүнәлешлештәр буйынса. Мәҫәлән, Наталья Агеева В.В. Путинға декреттағы әсәйҙәргә ниндәйҙер психологик ярҙам күрһәтеү, табиптарға барып һаулығы менән шөғөлләнеү өсөн айырым көн кәрәклеге тураһындағы идеяһын тәҡдим итте. Ул, моғайын, уның идеяһы иң яҡшыһы булыр тип уйламағандыр. Әммә барыһы ла мөмкин. Уҙған йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров ярҙамы менән һайланған Өфө ҡалаһындағы киберфизик инновациялар оҫтаханаһы 100 иң яҡшы идеяларҙың береһе булды. Был идея ҡушҡуллап хупланды һәм хәҙер тормошҡа ашырыла, балаларыбыҙға һәм уҡытыусыларыбыҙға ҙур файҙа килтерә. Унда балалар бушлай шөғөлләнә һәм төрлө яҡлап үҫешә ала. Беҙҙең тағы ла Рәсәй Президенты тарафынан яңғыратылған халыҡ-ара форматтағы ҡатмарлы һәм ҡиммәтле пректтар араһында бер экологик проект та бар. Шулай уҡ, тәүге мең идеяға төбәктәр 51 идея, эшҡыуарлыҡты һәм иҡтисадты үҫтереү йүнәлеше буйынса 3 идея тәҡдим ителде, – тине ул.
Юғары кимәлдә консультациялар биреүсе спикер, Евгения Долгих ҡатнашыусыларҙы инфраструктура, бизнес һәм социаль проекттар үҫешенә ҙур ярҙам күрһәткән грант конкурстары коплексы менән таныштырҙы. Башҡортостандың көньяҡ төбәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн төбәк ресурс үҙәге етәксеһе, йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлегенең баш белгесе Оксана Ибраһимова Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы гранты тураһында һөйләне. Маргарита Смирнова гранттар, проект эшмәкәрлеге һәм һәр идеяны грантҡа төрөү тураһында һөйләне.
Ә 23 апрелдә Өфө фән һәм технологияләр университетының Стәрлетамак филиалында икенсе көнөнә “Стәрлетамаҡтың көслө идеялары” проектының идеялар эҙләү юлында булғандар өсөн форсайт-сессияһы уҙғарылды. Сарала ҡатнашыуға студенттар, уҡытыусылар, мәктәп уҡытыусылары, коммерция булмаған ойошмал вәкилдәре, һәм ябай кешеләр ҙә саҡырылғайны. Форсайт-сессия ул – аныҡ фекер йөрөткән лидерҙар һәм эшҡыуарҙар менән бәйләнеш булдырыу өсөн һөҙөмтәле формат, яңы проекттар һәм профессиональ берләшмәләр булдырыуға булышлыҡ итә.
Сараны эшҡыуар, грант отоусы Марина Григорьева асты. Ҡала хаикимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Рәзил улы Ғафаров коворкингҡа йыйылыусыларҙы йылы сәләпләп, идеяларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса әлеге мөмкинлектән тулыһынса файҙаланырға кәңәш итте һәм барыһына ла уңыштар теләп, иң яҡшы проекттар тәҡдим итеүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһының БСК компанияһынан грант отасаҡ тине. Ағымдағы йылда грант суммаһы 10 млн. һум тәшкил итә.
Артабан нисек проекттарҙа ҡатнашырға, ниндәй ҡыҙыҡлы һәм уңышлы идеялар тәҡдим итергә кәрәклеге, гранттар отоу тураһында федераль лектор, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары эксперты, “Онотолған батырлыҡ” тарихи фестивалдәр серияһы комитеты рәйесе урынбаҫары, “Санкт-Петербургтың иң яҡшы 25 йәш белгесе” грантын отоусы Маргарита Смиронова (Сафари) һөйләне. ФГАИС “Молодежь России” һәм “Росмолодежь” платформаларында теркәлеп, үҙ идеяларыңды тәҡдим итергә мөмкин. Ике платформа ла социаль башланғыстарҙы хупларға һәм хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән йәштәр өсөн уникаль сервис. Грант отоусы һәр кем — проект идаралығы менеджеры һәм, үҙ хыялын тормошҡа ашырырға, донъяны яҡшыртырға ынтылыусы ул.
— Һинең идеяларыңды барыһы ла белһен, ишетһенҙ, хуплаһын өсөн урындағы киң мәғлүмәт сараларына, блогерҙарға мөрәжәғәт итергә була. Партнерҙарҙың да күп булыуы мөһим түгел, мәҫәлән, һинең 100 партнерың булып та, береһе лә файҙа килтермәһә, эшләмәһә бынан фәтүә сыҡмай. Им мөһиме 5-6 кеше булып та һөҙөмтә килтерһә, шунда ғына һеҙҙең эшегеҙ уңыр. Шулай уҡ, тап һеҙҙең ҡалала булған проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итергә кәрәк, ә бөтә илдекен түгел, — тине Маргарита Ринатовна.
Артабан ошондай форматта үткәрелгән сессиялар файҙаһы тураһында коммерция булмаған ойошмалар өсөн Төбәк ресурс үҙәге етәксеһе Евгения Долгих һөйләне. Бынан бер нисә йыл элек ул бихисап гранттар яҙған, әммә береһен дә отмаған. Артабан ул грант отоусылар менән бәйләнешкә сығып, уларҙан нисек дөрөҫ эшләргә кәрәклеген белешә. Һәм, ниһайәт, уңышҡа өлгәшә. Бишенсе, унынсы, егерменсе һәм утыныҙсы грантын яҙа ул... Шулай итеп Евгения Долгих ҡалабыҙға 60 миллиондан ашыу сумма йәлеп итә.
— Бөгөнгө көндә ҡалала 350нән ашыу коммерция булмаған ойошмалар бар. Әммә, шуларҙың ни бары 50һе генә әүҙем эшләй, ә ҡалғандары уңайлы мөмкинлектәр көтә. Һәм бына ошо көткән ойошмалар өсөн бөгөнгө форсайт-сессия үтә отошло мөмкинлек тә инде. Проекттар тәҡдим итегеҙ, яҙығыҙ, отоғоҙ. Мин грант яҙған ваҡытта әлеге кеүек осрашыуҙар, эксперттар, ҡайҙан тотоп башларға өйрәткән кеше булманы. Барыһын да үҙем йөрөп, белешеп һораштым. Ә һеҙгә барыһы ла ҡулай, аңлайышлы, бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, — тип һүҙен тамамланы Евгения Александровна.
Бар-кемп һөҙөмтәһе булып, проект командаларын формалаштырыу, яңы проекттар һәм башланғыстарҙы булдырыу торҙо, улар “Яңы заман өсөн көслө идеялар” һәм “Беҙҙекеләрҙе бел” конкурстарында тәҡдим ителәсәк.
Бының өсөн 15 майға тиклем “Яңы заман өсөн көслө идеялар” платформаһына үҙ идеяғыҙҙы ебәрә һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә үҙ-үҙегеҙҙе һынап ҡарай алаһығыҙ. 16 майҙа эксперттар бөтә идеяларҙы баһалай башлай. Бөтә Рәсәй буйынса 35 мең идея тәҡдим ителеүе көтөлә. Артабан 16 майҙан 9 июнгә тиклем эксперттар өҫтөнлөклө проекттарҙы билдәләйәсәк, улар артабан эксперттар менән эшләйәсәк һәм иң яҡшы 100 проект һайлап алынасаҡ. Топ 100-ҙән 10 финалист экспорт советы бюроһы ағзалары рәйестәре менән раҫланасаҡ. Шулай уҡ, тирә-яҡты яҡшыраҡ итергә теләүселәр өсөн “Капитан грантов” ресурсы файҙалы буласаҡ. Ә үҙ проектығыҙҙы камиллаштырырға, профессионалдарҙан консультациыялар алырға теләһәгеҙ https://vk.com/alga_str һылтанмаһы буйынса эксперттарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла яҡты маҡсаттар, яңы ижади идеялар һәм проекттарында уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Гүзәл РӘМИЕВА, Әлфиә МАНСУРОВА.
Авторҙар фотолары.