Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Май 2025, 13:07

ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…

Май башында “Тиҙҙән Еңеү, оҙаҡламай ҡайтам, Берлинға керәбеҙ” тип хат яҙған булған. Өләсәйем ул ҡайтмағас, моғайын шунда өйләнгәндер тип хаттарын, фотоларын йыртып ырғытҡан. Бары тик 1983 йылда ғына, Иҫәкәйҙән бергә һуғышта булған иптәше өләсәйгә килеп ваҡиғаның нисек булыуын һөйләгән.

ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…

Стәрлетамаҡта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы киң күләмле, юғары кимәлдә һәм тантаналы үтте, тип әйтергә мөмкин. Бының өсөн барыһы ла — сараларҙы ойоштороусылар ҙа, ҡала халҡы ла уға үҙ өлөшөн индерҙе.
Байрам иртәһе, традицияға ярашлы, ғүмерҙәрен аямай барыбыҙҙың да яҡты киләсәге, илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандар иҫтәлегенә “Мәңгелек ут”ҡа һәм Г.К.Жуков маршалы исемендәге скверҙа сәскәләр һалыуҙан башланып китте.
Артабан Еңеү паркындағы Яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалғандан һуң, тиҙҙән махсус хәрби операция яугирҙаренә мемориал таҡта асыласаҡ урында, 2045 йылда — Бөйөк Еңеүҙең 100 йыллығында асыу ниәте менән, Ваҡыт капсулаһын һалыу тантанаһы үтте. Капсулала киләсәк быуынға Стәрлетамаҡ ҡалаһы 2025 йылда ниндәй булыуы, ҡала ветерандары ойошмаларының һәм йәштәренең бөгөнгө тормошобоҙҙо, киләсәккә өмөттәребеҙҙе һәм хыялдарыбыҙҙы сағылдырған хаттары тупланған.
Тантаналы сарала хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, ҡаланың ветерандар ойошмалары вәкилдәре һәм Еңеү ирекмәндәре ҡатнашты. Һуғыш яландарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Артабан байрам сараһы Жуков исемендәге скверҙа дауам итте. Бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар, тыл ветерандарына бағышланған стеллаларға сәскә һалыусыларҙы ике яҡҡа теҙелеп кадеттар ҡаршыланы. БР Ҡоролтай депутаты Юлия Николаевна Герасимова Икмәк комбинаты предприятиеның һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Шул йылдарҙа эшләгән тыл ветерандарын ҙур хөрмәт менән иҫкә алды.
Шулай уҡ, көн дауамында Еңеү Паркында МХОға арналған патриотик майҙансыҡтар эшләне. Бында “Геройҙар аллеяһы”, “Геройҙың әсәһе, Геройҙың ҡатыны. Стәрлетамаҡ”, “Икенсе тормош. Эске ҡараш” фотокүргәҙмәләре урынлашҡайны. Әлеге паркта һәм Г.К.Жукова исемендәге скверҙа теләгән һәр кем һалдат бутҡаһынан ауыҙ итә алды.
Парадты Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары полковник Сергей Сафонов асты. Уға майор Игорь Саушин командалыҡ итте. Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Рәсәй Федерацияһы хәрби-диңгеҙ флоты контр-адмиралы Александр Дьяконов һәм ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов йыйылыусыларға мөржәғәт итеп, байрам менән ҡотланы.
Сара барышында РФныү һәм БРҙың дәүләт гимндары яңғыраны. Парад хәрәкәте барабансылар төркөмө менән РФ милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең парад расчеты сығышы менән башланып китте. Парадтың йәйәүле өлөшөндә тантаналы марш менән 29 йыйылма иҫәп-хисап үтте: ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары, “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре, колледж студенттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, РФ Ҡораллы көстәре ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм башҡалар.
Парад “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте менән тамамланды. Унда 157 мең кеше, Үлемһеҙ полкта 31 мең кеше, байрамдың киске өлөшөндә 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был ябай һандар ғына түгел — был Еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙға барыбыҙҙың да рәхмәт һүҙе һәм хөрмәте.
Шулай уҡ, йола буйынса был көндө Бөйөк Еңеүгә арналған 73-сө еңел атлетика эстафетаһы ла уҙғарылды. Теләгән һәр кем “Стәрлетамаҡ эшсеһе” гәзите призы өсөн көрәшә алды.
Эстафетала ҡатнашыусыларҙы спорт комитеты рәйесе П.А. Иванов, “Стәрлетамаҡ эшсеһе” гәзитенең баш мөхәррире А. А. Матвеев, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры М. Б. Мусаҡаев һәм Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Алексей Демьянович Петров йылы сәләмләне һәм барыһына ла уңыштар теләне.
73-сө еңел атлетика эстафетаһы 14 этаптан торҙо, уның дөйөм оҙонлоғо 5 саҡрым. Ярышта 90 команда ҡатнашты, барлығы 1500 кеше тәшкил итте. Шул иҫәптән, мәктәп уҡыусылары, студенттар, төрлө предприятие хәҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр булды.
Еңеүселәргә наградалар, маҡтау грамоталары, миҙалдар, кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Артабан көндөң икенсе өлөшөндә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ҡала солистары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығында матур концерт программаһы ойошторолдо. Сығыштар шул тиклем хисле булды, хатта концертҡа килеүселәр күҙ йәштәрен тыя алманы...
Ә кисен ҡурайсы-виртуоз, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роберт Юлдашев етәкселегендәге “Ҡурайсы” этник төркөмө сығыш яһаны. Коллектив репертуарында — башҡорт һәм фольклор көйҙәре нигеҙендә автор музыкаһы, билдәле композицияларҙың каверҙары яңғыраны.
Әйткәндәй, Еүеҙең 80 йыллығын билдәләр алдынан Стәрлетамаҡта йәшәүсе биш Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын хөрмәтләп, тап улар өсөн йорт алдарында шәхси парадтар уҙҙы. Ветерандарыбыҙ — Хажи Ғафаровҡа, Валентина Соловьеваға, Александр Герасимовҡа, Шәрифулла Фәйзуллинға һәм Анатолий Секретовҡа рәхмәт белдерергә һәм байрам менән ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, БР Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин һәм ҡала советы депутаттары ҡунаҡҡа килгәйне.
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ ветерандарыбыҙ юлын дауам итә, илебеҙ тыныслығы һәм именлеге өсөн көрәштә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был һынауҙа ла беҙ ныҡ булып, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшербеҙ, тип ышанабыҙ. Ҡәҙерле ветерандар, беҙ иҫләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, татыулыҡ, тыныслыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙгә бүләк иткән аяҙ күкле бала сағыбыҙ, ҡояшлы көндәребеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Римма ҒӘЛИМОВА. Әлфиә МАНСУРОВА. Гүзәл РӘМИЕВА, Айгөл ХӘЙБУЛЛИНА әҙерләне.
Авторҙар һәм ҡала хакимиәте сайты фотолары.

Гөлшат РӘХМӘТУЛЛИНА, хужабикә, 62 йәш:
– Олатайым Абдулла Таип улы – 1906 йылғы. Һуғышҡа, әсәйемә 1 йәш тулғанда, 1941 йылдың июлендә алынған. Еңеү еткәнгә тиклем танк йөрөткән. 1945 йылдың 8 майында минаға эләгеп танкы шартлай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы – беҙҙең олатайыбыҙҙың һәләк булыуының 80 йыллығы ул. Май башында “Тиҙҙән Еңеү, оҙаҡламай ҡайтам, Берлинға керәбеҙ” тип хат яҙған булған. Өләсәйем ул ҡайтмағас, моғайын шунда өйләнгәндер тип хаттарын, фотоларын йыртып ырғытҡан. Бары тик 1983 йылда ғына, Иҫәкәйҙән бергә һуғышта булған иптәше өләсәйгә килеп ваҡиғаның нисек булыуын һөйләгән. Экипажындағылар барыһы ла тере ҡалған, ә уның үле кәүҙәһен танктан сығарып, ултырған килеш шунда ҡалдырып киткәндәр. Бына шундай аяныслы хәл. Әлеге иптәше лә шул танкта булған.

Клара ТУҠАЕВА, хеҙмәт ветераны, 83 йәш:
– Миллионлаған совет халҡы кисергәнде Еңеү көндәрендә беҙҙең ғаилә лә кисерә. Тормош иптәшем Туҡаев Камил Сибәғәт улының атаһы һуғышта иҫен юғалтып, пленга эләгә, хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә була, тыуған яҡтарға 1956 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Тыумай ҡалған 8-се балаһына (Камилға) ул ваҡытта 12 йәш була инде. Аллаға шөкөр, ҡайным менән ҡәйнәм бик матур оҙон ғүмер кисерҙеләр. Еңеү байрамы – беҙҙең ғаилә өсөн Ураҙа ғәйете, Ҡорбан байрамы һымаҡ уҡ – иң изге байрам!

Илгизә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, парадта ҡатнашыусы:
Бөтә ғаиләбеҙ менән Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парадта ҡатнаштыҡ. Фашизмдың юлына кәртә ҡуйған, кешелек тарихындағы иң ҡанҡойошло һуғышта Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың батырлығы алдында беҙ тәрән рәхмәт тойғоһо менән баш эйәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын мәңге онотмайбыҙ.
Ағымдағы йыл парадтағы төрлө ансамблдәр сығышы, хәрби техника парады, Үлемһеҙ полк акцияһы иҫ китмәле матур булды. Уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Саранан күтәренке кәйефтә һәм ҙур ғорурлыҡ хисе менән ҡайтып киттек.

ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
ЕҢЕҮ ЯҘЫ - МӘҢГЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ…
Автор:
Читайте нас