

Медиа һәм хәҡиҡәт
Был сара — ғәҙәти сиктәрҙе юҡ итергә һәм ҡатнашыусыларҙы инновацион медиапроекттар төҙөүгә илһамландырырға тейешле ваҡиға.
Сараның исеме осраҡлы түгел: “Сиктән тыш” стереотиптарҙан һәм шаблондарҙан баш тартыуҙы символлаштыра, ә “102” һаны Башҡортостандың төбәк кодына, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлгә сығырға ынтылыуға йүнәлтә.
Хакатон ике көнлөк интенсив эшкә иҫәпләнгән ине. Беренсе көндө үк ҡатнашыусыларҙы сараны тантаналы асыу, эксперттар менән танышыу һәм эш процестарына сумыу көттө. Сара “Фашизм өҫтөндә суд” фильмын ҡарауҙан башланып китте.
Сарала ҡатнашыусыларға математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты студенты Александр Еськовтың “Техника һәм виртуаль ысынбарлыҡтың хәрби музейы” интенсивын тәҡдим иттеләр.
Университетты тамамлаусыларҙы Эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм профориентация эше буйынса идаралыҡ начальнигы Артур Мөхәмәтшин билдәләүенсә: “Ҡабул итеү кампанияһы миҫалында шуны әйтә алам, беҙ һәр ваҡыт кешеләрҙең социаль селтәрҙәрҙе ни тиклем әүҙем ҡулланыуына һәм мәғлүмәтте ҡайҙан алыуына иғтибар итәбеҙ. Бөгөн киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр һәм сайттар — ҙур аудиторияға эйә булған төп мәғлүмәт сығанаҡтары булып тора. Һәм күп нәмә тап беҙ мәғлүмәтте нисек еткереүгә бәйле: яҙмаларҙы ни тиклем матур итеп биҙәйбеҙ, видеоларҙы сифатлы төшөрәбеҙ һәм материалдарҙы грамоталы итеп тәҡдим итәбеҙ. Был иғтибарҙы йәлеп итә һәм кешеләрҙә ышаныс тыуҙыра. Ошо ике көндә был күнекмәләрҙе практикала үҙләштереү мөмкинлеге буласаҡ!” — тине ул һүҙе аҙағында.
Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов хакатонда ҡатнашыусыларға “Тере хәтер: Бәләбәйҙән алып бөтә илгә тиклем” лекцияһы менән мөрәжәғәт итте.
Эске эштәр министрлығының иң эре көс подразделениеларының етәксеһе, етди вазифаға ҡарамаҫтан, ҡасандыр социаль
селтәрҙәрҙә үҙенең блогын алып бара башлауы хаҡында һөйләне:
— Шәхсән мин сәйәсәткә 30 йыл Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткәндән һуң килдем. Минең карьерам ЮХХДИла башланды: тәүҙә юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып хеҙмәт иттем, артабан Өфө ҡалаһында етәксе, ә һуңыраҡ бөтә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы башлығы итеп тәғәйенләндем. Дәүләт автоинспекцияһының төп бурысы — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм юлдарҙың торошон контролдә тотоу.
Мин социаль селтәрҙәрҙең беҙҙең эштә мөһим булыуын билдәләргә теләйем. Командам ярҙамында беҙ илдә тәүгеләрҙән булып, социаль селтәрҙәрҙә республика Дәүләт автоинспекцияһының бөтә бүлексәләренең рәсми аккаунттарын бер көн эсендә астыҡ! Бер айҙа материалдарыбыҙҙы миллионлаған кеше ҡараны. Был бөгөнгө социаль медианың йәмғиәт менән аралашыу өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә, — тине ул һүҙ аҙағында.
Медиа-хакатонды асыу тантанаһы сиктәрендә “Рәсәй — беҙҙең дөйөм йортобоҙ: төрлөлөктә берҙәмлегебеҙ” темаһына панель дискуссия үтте. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Антон Матренин һәм БРҙа Рәсәй Йәштәр союзының төбәк бүлексәһе рәйесе Элина Латипова ҡатнашты.
Фекер алышыу барышында спикерҙар Өфө фән һәм технологиялар университетының идара итеү факультеты советының матбуғат хеҙмәте мөхәррире, шулай уҡ хакатонда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Сарала ҡатнашыусылар медианың йәмғиәтте берләштереү, төрлө халыҡтар һәм мәҙәниәттәр вәкилдәре араһында үҙ- ара аңлашыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ, халыҡ-ара аренаһында Рәсәйҙең ыңғай образын формалаштырыу буйынса әүҙем фекер алышты.
Хакатон программаһы РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Ғәйнислам Атанғоловтан оҫталыҡ дәресе менән дауам итте. Ҡатнашыусылар менән бергә ул һөҙөмтәле сығыш яһау техникаһын әүҙем тикшерҙе.
Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих факультеты деканы Наталия Мысляева һәм факультеттың өлкән уҡытыусыһы Игорь Денисов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу темаһына арналған “Тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа медиа роле” асыҡ лекцияһын үткәрҙе.
Наталия Степановна тарихи хәтерҙе боҙоп күрһәтмәүҙең ни тиклем мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
— 1988 йылда, СССР-ҙа асыҡлыҡ сәйәсәте башланғас, “Огонёк” журналы совет хәрби етәксеһе, армия генералы Александр Васильевич Горбатов һуғыштан һуң йәнәһе лә: “Берлинды штурмлау кәрәкмәҫ ине, уны ҡамап алырға ине, һәм немецтар үҙҙәре бирелер ине, бәлки” тип раҫлаған мәҡәлә баҫтыра. Был фраза ҡыҙыу бәхәстәр һәм асыу тыуҙыра, айырыуса ветерандар араһында. Әммә һуңыраҡ асыҡланыуынса, был уның ысын фекере түгел, ә мәҡәләнең һөҙөмтәһен көсәйтеү өсөн фекерҙәрҙе ирекле интерпретациялаған йәки бөтөнләй цитата уйлап сығарған журналистың фараздары булған. Ысынында Горбатов үҙе бындай һүҙҙәрҙе әйтмәгән. Һәм тарих та шуны иҫбатланы: немецтар барыбер
бирелмәҫ ине. Йәштәр дөрөҫлөктө белһен!
Буласаҡ журналистарға шуны иҫтә тоторға кәрәк: һеҙҙең эшегеҙ — тикшерелгән факттарға таяныу, сығанаҡтарҙы ентекле тикшереү һәм башҡа кешеләрҙең һүҙен хөрмәт итеү. йтелгәндәрҙе үҙгәртеү, фараздар һәм дөрөҫлөккә тап килмәү тотош дәүерҙе, геройҙарҙың яҙмышын һәм йәмғиәттең тарихҡа мөнәсәбәтен үҙгәртә ала.
Игорь Васильевич Стәрлетамаҡта, Стадион урамында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле һәйкәл барлығы тураһында һөйләне. Ул һәйкәлдә бер нисә фамилия ғына күрһәтелгән, ә ҡайһы берҙәренең хатта атаһының исемдәренең баш хәрефе лә, исемдәре лә яҙылмаған, тип билдәләне. Шулай уҡ, тағы ла бер, 2000 йылдар башында һәйкәлдә “Совет Армияһы Һуғыштарына” тип яҙылған хатаға иғтибарҙы йүнәлтте, әммә һуғыш йылдарында армия РККА (Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы) тип аталған: “Һәйкәлдәрҙә мәғлүмәттәр етмәү проблемаһы (инициалдар, званиелар һәм башҡа мәғлүмәттәр булмауы) — бихисап мемориалдар проблемаһы. XXI быуатта һәләк булғандар тураһында мәғлүмәтте дөрөҫ һәм тулы теркәү мөһим, был ҡаһарманлыҡҡа хөрмәтте һәм хәтерҙе һаҡлай.
Хакатондың беренсе көнөндә айырыуса оҫталыҡ дәрестәренә иғтибар бүленде. Ҡатнашыусылар “Фото һәм видео”, “График дизайн”, “Копирайтинг” йүнәлештәре буйынса үҙҙәренә оҡшаған лекция-лар һайлай алды.
“Вне рамок #102” I Республика медиа-хакатонының икенсе көнө ижад һәм һөҙөмтәле эш мөхитендә үтте. Ҡатнашыусылар иртәнән үк партнерҙарҙан кейс проекттары өҫтөндә эшләне. Унда Ғафури, Иглин, Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондарынан, шулай уҡ Нефтекама, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡатнашыусылар булды.
Йыйылған 8-11 класс уҡыусылары араһында копирайтерҙар, видеографтар, мәктәп медиа үҙәктәренең фотографтары һәм хатта график дизайнерҙар ҙа булды. Әгәр сараның беренсе көнөндә ҡатнашыусылар медиатехниканы үҙләштереү буйынса уҡыуҙарҙа ҡатнашһа, икенсе көнөндә уларҙың төп бурысы заказсыларҙың заданиелары буйынса үҙ проекттарын әҙерләү булды. Улар плакаттарын социаль реклама һәм видео кеүек электрон вариантта эшләргә тейеш ине. 30 секундтан 2 минутҡа тиклем тәҡдим ителгән эштәр Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға бәйле булырға тейеш ине.
Тәрән тикшеренеү эштәр барышында балалар һуғыш тарихын ғына түгел, айырым компанияларҙың да тарихын, шулай уҡ ветерандарҙың да биографияһын өйрәнде. Был алым уларға тарихи яҡтан дөрөҫ, тәрән мәғәнәле контент булдырырға мөмкинлек бирҙе. Уҡыусыларҙың ижадилығы тарихи нигеҙ менән берлектә уларҙың эштәрен айырыуса сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итте.
Етди бүләктәр тапшырылды
Ике көнлөк интенсив тамамланғас, командалар жюри ағзалары алдында үҙ эштәрен яҡланы. Медиа-хакатондың заказсы партнерҙары түбәндәге командаларҙы еңеүсе тип иғлан итте:
Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылының А.Ш. Әхмәтов исемендәге 1 һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары “Башгид” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән кейс буйынса проектты яҡлап, 1-се урынды яуланы һәм сәйәхәткә 20000 һум аҡса отто. “Кредитов Нет” федераль компанияһынан планшет менән Иглин районы Иглин ауылының 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе балалары бүләкләнде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбе “ИнвестРайСтройЗаказчик” дәүләт компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кейсында еңеү яуланы һәм командалағы һәр ҡатнашыусы бүләккә аҡыллы колонка менән бүләкләнде.
Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе “УК “РОСТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Башпласт) компанияһының кейсын һайланы һәм артабан башҡа креатив проекттар өҫтөндә эшләү өсөн мультимедиа проекторын яуланы.
Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһына йышыраҡ киләсәк, сөнки “Кинопорт” партнерынан 30000 һум отто.
Ғафури районы Красноусол ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары барыһы ла “Ватрушкин” тип белгән “Зарина 1” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 3000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Ҡалабыҙҙың 2-се гимназияһы һәм 12-се лицейы Өфө фән хәм технологиялар университетының профйүнәлеш эше һәм сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу идаралығынан кейстарҙа еңеүсе булды һәм ойошманан иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Өфө фән һәм технологиялар университетының математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетынан кейсты В.И. Куликов исемендәге 1-се лицей башҡарҙы һәм VR City Game уйын клубына 3000 һум күләмендә сертификаттар алды.
Хакатонда ҡатнашыусылар артабан да компаниялар менән хеҙмәттәшлек итәсәк һәм беҙ уларға ҡаҙаныштарында туҡталып ҡалмаҫҡа, ижад итеүҙәрен һәм медиа киңлегендә мауыҡтырғыс контент булдырыуҙарын теләп ҡалабыҙ!
“Вне рамок #102” республика медиахакатоны идеялар конкурсы ғына түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңылыҡтар булдырыу өсөн ысын майҙансыҡ. Ойоштороусылар был сарала медиаиндустрияны үҙгәртергә әҙер булған йәш медиапрофессионалдарҙың көслө берләшмәһен булдырыуға ышаныслы аҙым яһай.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Авторҙар фотолары.